Әминев Салауат Хөрмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салават Аминев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Әминев Салауат Хөрмәт улы (10 сентябрь 1946 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1987—1994 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры, 1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әминев Салауат Хөрмәт улы

Салауат Хөрмәт улы Әминев 1946 йылдың 10 сентябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Темәс ауылында урта мәктәпте тамамлай һәм Баймаҡ тау-металлургия техникумына уҡырға инә (1965 йылда тамамлай). Артабан Магнитогорск тау-металлургия институтында юғары һөнәри белем ала. Мурманск өлкәһендә Жданов тау-байыҡтырыу комбинатында экскаватор машинисы ярҙамсыһы булып эш башлай, әммә шул уҡ йылда Совет Армияһына хеҙмәткә алына. 1968 йылда тыуған яҡтарына ҡайта һәм Сибай карьерында үҙ һөнәре буйынса эшләй башлай[1]. Тап ошо йылдарҙа Салауат Хөрмәт улы дәүләт һәм партия өлкәһендә эшмәкәрлеген башлай: ВЛКСМ-дың Сибай ҡала комитеты секретары итеп һайлана (1969). Юлланма буйынса Мәскәүгә Үҙәк комсомол мәктәбенә уҡыуға ебәрелә.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә ҡайта һәм ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу бүлеге мөдире (1978), артабан КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты секретары (1980) булып эшләй[2]. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдиренең урынбаҫары, инструктор (1985). БАССР Министрҙар Советының ойоштороу бүлеге мөдире (1985—1987)[3].

1987—1994 йылдарҙа[4] Башҡортостандың мәҙәниәт министры булып эшләй[1].

1994 йылдан 2000 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтен етәкләй. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министрының беренсе урынбаҫары (2001—2004)[2][3]. Налог хеҙмәтенең II рангы дәүләт советнигы (2000[5]).

2008 йылдан — «Химия комплексында техник-иҡтисади тикшеренеүҙәр фәнни-тикшеренеү институты» (НИИТЭХИМ) асыҡ акционерҙар йәмғитенең генераль директоры[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  2. 2,0 2,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  3. 3,0 3,1 Аминев Салават Хурматович
  4. http://cyclowiki.org/wiki Министры культуры Республики Башкортостан
  5. http://viperson.ru/people/aminev-salavat-hurmatovich Биография
  6. http://tem-baim.ucoz.ru/index/nashi_zemljaki/0-18 Салават Хурматович АМИНЕВ
  7. В Уфе прошла церемония вручения государственных наград за заслуги перед республикой

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  • Аминев Салават Хурматович (рус.)