Фәтхетдинов Салауат Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салават Фатхутдинов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Салауат Фәтхетдинов
Тыуған

10 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Тәтешле районы Аҡсәйет ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

йырсы

Коллективтар

«Салауат» йыр театры

Наградалар
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Ғабдулла Туҡай премияһы — 2008
Башҡортостандың халыҡ артисы
Икенсе дәрәжәләге әл-Фахр ордены
Знак мсмк России.jpg

Фәтхетдинов Салауат Зәки улы (10 ғинуар 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, спортсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Татарстандың (1995) һәм Башҡортостандың (2019) халыҡ артисы. Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Автоуҙыштар буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат Зәки улы Фәтхетдинов 1960 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Тәтешле районындағы башҡорт ауылы Аҡсәйеттә тыуған. Сығышы менән ирәкте башҡорттарынан, шул уҡ ваҡытта үҙе милләтен татар тип иҫәпләй[1].

Ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. 1977—1979 йылдарҙа Тәтешле районы Илмәт ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй. 1979—1981 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1981 йылда Илмәт ауылы мәҙәниәт йортонда, 1982—1989 йылдарҙа Аҡсәйет ауылы мәҙәниәт йортоноң директоры вазифаһын башҡара[2].

1989 йылда Ҡазан мәҙәниәт институтының режиссура бүлеген тамамлай. 1989—2000 йылдарҙа Яр Саллы ҡалаһында йәшәй, бында ул 1989 йылдан алып Яр Саллы ҡала мәҙәниәт йортоноң методисы һәм шул уҡ ҡаланың экперименталь концерт берекмәһе етәксеһе һәм солисы була. 1993 йылдан Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының актёр оҫталығы кафедраһы мөдире булып эшләй[2].

1992 йылдан — «Салауат» йыр театры (Яр Саллы ҡалаһы) директоры. Бер уҡ ваҡытта 2002 йылдан Ҡазан ҡалаһындағы «Салауат» йәштәр үҙәгенең художество етәксеһе булып эшләй[2].

2006 йылда автокросс буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призын, ә 2008 һәм 2009 йылдарҙа автокросс буйынса Рәсәй чемпионы титулын яулай[2].

Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә.

2019 йылдың мартында Салауат Фәтхетдиновҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].

Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат Фәтхетдинов репертуарында Башҡортостан һәм Татарстан авторҙарының йырҙары, шулай уҡ халыҡ йырҙары бар. Рәсәй, Германия, АҠШ, Төркиә һәм Финляндия буйлап гастролдәрҙә булды[2].

Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Куңелеңә ауыр алма (1994)
  • Һуңғы мөхәббәт (1995)
  • Мин яратам (1996)
  • Дуҫтар булһа ҡайғырма (1997)
  • 10 йыл бергә! (1998)
  • Эх ҡалаһы ин йәшлектә (1999)
  • Һеҙгә илтә юлдарым (2000)
  • Йәшлегем ҡырҡта (2001)
  • Һуңлама (2002)
  • 15 йыл һеҙҙең менән! (2003)
  • Арығансы йырлармын — туйғансы тыңларһығыҙ! (2005)
  • Әлегә һуң түгел (2006)
  • Салауатта ҡунаҡта (2007)
  • 20 йыл һеҙҙең менән! (2008)
  • И туған тел, и матур тел… (2009)
  • Уйланырға ваҡыт бар әле… (2011)
  • 24 йыл һеҙҙең менән! (2012)
  • Беренсе юбилей (2013)
  • Икенсе 25 йыллыҡтың беренсе сезоны (2014)
  • XXVII сезон (2015)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2010)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2005)
  • «Татар йыры» халыҡ-ара эстрада фестивале лауреаты (1989, 2002—2009).
  • Муса Йәлил исемендәге премия лауреаты (2003).
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты (2008).
  • Татарстандың халыҡ артисы (1995)
  • Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010)
  • Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2010).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны — Ләйсән, ҡыҙҙары — Лиана һәм Алина, улы — Рөстәм.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]