Эстәлеккә күсергә

Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы
Тыуған көнө

29 ғинуар 1921 йыл

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы

Вафат булған көнө

27 февраль 1991 йыл

Вафат булған урыны

Бөрйән районы Байназар ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Наградалары һәм премиялары

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).

Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы (29 ғинуар 1921 йыл — 27 февраль 1991 йыл) — мәғариф алдынғыһы. 1939 йылдан Бөрйән районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1952—1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәптәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).

Хәсбиямал Сабит ҡыҙы Салауатова 1921 йылдың 29 ғинуарында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Урындағы тулы булмаған урта мәктәпте тәүге тамамлаусыларҙың береһе.

1936 йылда Сермән ауылындағы педагогия училищеһына уҡырға инә. 1940 йылда уны уңышлы тамамлап, башланғыс класс уҡытыусыһы дипломын ала.

1939—1940 йылдарҙа Байназар мәктәбендә башланғыс кластар уҡыта.

1940—1945 йылдарҙа Яуымбай башланғыс мәктәбендә мөдир, уҡытыусы була.

1945 йылда Тимер мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.

1952 йылда Байназар мәктәбенә ҡайтып, башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. 1967 йылда Хәсбиямал Сабит ҡыҙына «Башҡорт АССР-ы мәктәптәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул — Байназар мәктәбе тарихында беренсе атҡаҙанған уҡытыусы. Ауылдаштары хөрмәтле педагогты район Советы депутаты итеп һайлай.

1973—1976 йылдарҙа мәктәп яны интернатында тәрбиәсе булып эшләй. 1976 йылдан хаҡлы ялға сыға, әммә мәктәп менән бәйләнешен өҙмәй: пионер ойошмаһы сборҙарында, төрлө кисәләрҙә, класс сәғәттәрендә ҡатнаша. Пионерҙар ойошмаһы уны почётлы пионер итеп ҡабул итә.

Мәғариф ветераны Хәсбиямал Сабит ҡыҙы Салауатова 1991 йылдың 27 февралендә вафат була, тыуған ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1966)
  • Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (30.09.1967)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1980)