Салауатов Хәйҙәр Әбүбәкир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауатов Хәйҙәр Әбүбәкир улы
Тыуған көнө

10. 07.1945

Тыуған урыны

Байназар ауылы,
Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

механизатор

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре,рационализатор,Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1967 йыл), Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969 йыл),В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә «Өлгөлө хәрби хеҙмәт өсөн» юбилей миҙалы (1970 йыл),Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1981 йыл 15 сентябрь).

Салауатов Хәйҙәр Әбүбәкир улы (10 июль 1945 йыл) — рационализатор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор, иретеп йәбештереүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауатов Хәйҙәр Әбүбәкир улы Башҡортостандың Бөрйән районы Байназар ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә 1945 йылдың 10 июлендә тыуған.

1952 йылдан алып 1960 йылға тиклем Байназар мәктәбендә уҡый.

1960 йылдың көҙөнән 1962 йылға тиклем хәҙерге Ҡурғашлы ауылында урынлашҡан Ремонт техник станцияһында төрлө эштәрҙә йөрөй. Директоры Аллаяров Рәүеф Фазылйән улы була. Аҙаҡ Ҡурғашлы йылғаһы тамағында төҙөлгән бәләкәй генә кирбес һуғыу заводында төрлө эштәрҙә эшләй. Вагонеткаға еүеш кирбестәрҙе тейәп, стеллажға киптерергә һалыуҙа йөрөй. Кипкән кирбесте яндырыу мейесе төҙөлгәс, Бөрйән леспромхозы делянкаһынан утын әҙерләп ташыуҙа эшләй.

1962—1968 йылдар араһында механизатор һәм электро-газосварщик һөнәрҙәрен үҙләштерә. 1962 йылда ремонт цехына өйрәнсек слесарь итеп эшкә алалар. Көндөҙ эшләй, кисен механизаторҙар курсында уҡып ҡулына механизатор таныҡлығы ала.

Ошо йылда Аллаяров Рәүеф Фазыл улы Бөрйән районы буйынса Беренсе секретарь итеп үрләтелә, уның урынына директор булып Потапов Вионер Ильич эшкә килә. Яңы директорҙың тәҡдиме менән 1964 йылда иретеп йәбештереүсе һөнәренә лә уҡып, таныҡлыҡ ала. Ул ваҡытта бөтә колхоздарҙың хужалыҡ машиналарына ремонт һәм иретеп йәбештереү, фермаларҙа механизация эштәре өсөн Сельхозтехника яуаплы була. Хәйҙәр экскаватор тракторында траншеялар ҡаҙыу, һыу үткәреү кеүек эштәрҙә эшләй, тәжрибә туплай, оҫталыҡ-таҫыллығы барлыҡҡа килә.

1968 йылдың июнь айында әрме сафына алына.

1970 йылға тиклем хеҙмәт иткән осорҙа Тольятти ҡалаһында «Жигули» машиналарын етештереүсе автогигант заводын төҙөүҙә ҡатнаша.

Хеҙмәттән ҡайтҡас, Сельхозтехникала элекке эшенә тотона. Экскаваторсы, иретеп йәбештереүсе, пилорамала ағас бысыуҙа ла эшләй.

1971 йылда Байназар ауылы ҡыҙы Ҡарағолова Флюра Әбделхалиҡ ҡыҙына өйләнә.

1974 йылдың октябрь айынан «Ағиҙел» колхозына эшкә ҡайта. 1975 йылда колхоздың үҙәк бригадаһы булған Байназар ауылында машина-трактор мастерскойы (МТМ) төҙөүҙә, 1976 йылда уны йыһазландырыуҙа эшләй. Колхозда иретеп йәбештереүсе, механизатор, машиналар хужалығында мөдир, инженер вазифаларын башҡара.

1989 йылда Байназар менән Мораҙым ауылдарын айырып тороусы Бәшәке йылғаһы аша күпер төҙөйҙәр. Байназар һәм Мораҙымда ауыл клубтарын төҙөүҙә ҡатнаша. Колхозда сәсеү, урып-йыйыу эштәре ваҡытында мобиль бригада составында механизация һәм ремонт эштәре менән көндө төнгә ялғап эшләйҙәр.

2005 йылда 42 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.

Үҙенең төп эштәренән тыш йәмғиәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

Колхоздың профсоюз комитеты ағзаһы була.

1989—1993 һәм 1993—1997 йылдарҙа ике саҡырылыш ауыл советы депутаты булып һайлана.

2005 йылдан алып Байназар ауылы ветерандар советында ағза булып тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1967 йыл)
  • Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969 йыл)
  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә «Өлгөлө хәрби хеҙмәт өсөн» юбилей миҙалы (1970 йыл)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1981 йыл 15 сентябрь)
  • СССР Министрҙар Советы тарафынан рационализаторлыҡ тәҡдиме өсөн бирелгән таныҡлыҡ (18 март 1984 йыл)
  • СССР Министрҙар Советы тарафынан рационализаторлыҡ тәҡдиме өсөн бирелгән таныҡлыҡ (9 апрель 1988 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек Министрлығының Почёт Грамотаһы (2001 год).
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» (21 ноябрь 2005 йыл)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Танытма «Башҡортостан атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» (УП-499, Б №2178, 21 ноябрь 2005 йыл)