Күсимов Салауат Таһир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салауат Күсимов битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Күсимов Салауат Таһир улы
ректор Өфө дәүләт авиация техник университеты
Эшләй башлаған:

1991

Тамамлаған:

2003

Алдан килеүсе:

Мәүлетов Рыфат Рәхмәтулла улы

Һуңынан килеүсе:

Ғөзәйеров Морат Баҡый улы

Тыуған көнө:

8 март 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны:

Кировабад, СССР


Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1985
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Изобретатель СССР ВДНХ алтын миҙалы Серебряная медаль ВДНХ Бронзовая медаль ВДНХ

Күсимов Салауат Таһир улы (8 март 1942, Кировабад, СССР) — Өфө дәүләт авиация техник университеты[1][2] президенты, 19922003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, 20032008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[3], Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Кусимовтың улы.

Белеме, ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәү энергетика институтын тамамлаған (1965), инженер-электрик. Техник фәндәр кандидаты (1971), профессор (1991).

СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының (1993), Юғары мәктәптең халыҡ-ара фәндәр академияһының (1994), Петровск фән һәм сәнғәт академияһының (1994), Рәсәй Федерацияһының сифат проблемалары Петровск академияһының (1995) тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге президиумы, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм профессиональ белем биреү буйынса дәүләт контроле коллегияһы, Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Вәкилдәр палатаһы депутаты. «Почет билдәһе» ордены (1985), миҙалдар менән наградланған.

19651967 йылдарҙа — «Башкирэнерго» берекмәһе инженеры; 19701974 йылдарҙа — Өфө авиация институтында (Өфө дәүләт авиация техник университетында): ассистент, өлкән уҡытыусы, «Электротехниканың теоретик нигеҙҙәре» кафедраһы доценты; 19741981 йылдарҙа — «Электр машиналары һәм аппараттары» кафедраһы мөдире, «Электротехниканың теоретик нигеҙҙәре» кафедраһы мөдире, уҡытыу эше буйынса проректор, 1992 йылдан — ректор.

Ҡатмарлы техник объекттар, оптика-механика системалары, адаптив лазер оптикаһы менән идара итеү өлкәһе белгесе. Ҡеүәтле лазер нурланышының параметрҙары менән идара итеүҙең фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре аэрокосмос сәнәғәтендә ҡулланыла. 98 авторлыҡ танытмаһына һәм патентына эйә. Уның етәкселегендә ете кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

"Берҙәм Рәсәй" Бөтә рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күсимов Салауат Таһир улы — 200-ҙән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы.

С. Күсимов «Йыһанда ҡулланылған оптик системаларҙа моделдәр һәм һүрәттәрҙе эшкәртеү». М.: наука, 1991. (авторҙаш).

С. Күсимов «Автоматлаштырылған идара итеү системаһының һәм уларҙың элементтарының моделдәре». М.: Машиналар эшләү, 2003 (авторҙаш).

«Авиацияла нейрокомпьютерҙар». Мөхәррире: Владимир Васильев, Барый Ильясов, Салауат Күсимов. Издательство: Радиотехника ISBN 5-93108-055-0; 2004 г.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Почет билдәһе» ордены (1985)
  • «Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн» миҙалы (1981)
  • СССР ВДНХ-һының алтын, көмөш һәм бронза миҙалдары
  • Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, улы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]