Эстәлеккә күсергә

Фәтхетдинов Салауат Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салауат Фәтхетдинов битенән йүнәлтелде)
Салауат Фәтхетдинов
Төп мәғлүмәт
Тыуған

10 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Тәтешле районы Аҡсәйет ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Коллективтар

«Салауат» йыр театры

Наградалар
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Ғабдулла Туҡай премияһы — 2008
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)
Икенсе дәрәжәләге әл-Фахр ордены
Икенсе дәрәжәләге әл-Фахр ордены
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Фәтхетдинов Салауат Зәки улы (10 ғинуар 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, спортсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Татарстандың (1995) һәм Башҡортостандың (2019) халыҡ артисы. Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2022). Автоуҙыштар буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005).

Салауат Зәки улы Фәтхетдинов 1960 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Тәтешле районындағы башҡорт ауылы Аҡсәйеттә тыуған. Сығышы менән ирәкте башҡорттарынан, шул уҡ ваҡытта үҙе милләтен татар тип иҫәпләй[1].

Ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. 1977—1979 йылдарҙа Тәтешле районы Илмәт ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй. 1979—1981 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1981 йылда Илмәт ауылы мәҙәниәт йортонда, 1982—1989 йылдарҙа Аҡсәйет ауылы мәҙәниәт йортоноң директоры вазифаһын башҡара[2].

1989 йылда Ҡазан мәҙәниәт институтының режиссура бүлеген тамамлай. 1989—2000 йылдарҙа Яр Саллы ҡалаһында йәшәй, бында ул 1989 йылдан алып Яр Саллы ҡала мәҙәниәт йортоноң методисы һәм шул уҡ ҡаланың экперименталь концерт берекмәһе етәксеһе һәм солисы була. 1993 йылдан Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының актёр оҫталығы кафедраһы мөдире булып эшләй[2].

1992 йылдан — «Салауат» йыр театры (Яр Саллы ҡалаһы) директоры. Бер уҡ ваҡытта 2002 йылдан Ҡазан ҡалаһындағы «Салауат» йәштәр үҙәгенең художество етәксеһе булып эшләй[2].

2006 йылда автокросс буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призын, ә 2008 һәм 2009 йылдарҙа автокросс буйынса Рәсәй чемпионы титулын яулай[2].

Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә.

2019 йылдың мартында Салауат Фәтхетдиновҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].

2021 йылдың мартында йырсы Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министры кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде, был вазифаны ул йәмәғәт башланғысында башҡарасаҡ[4].

2022 йылдың 25 мартында Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[5].

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат Фәтхетдинов репертуарында Башҡортостан һәм Татарстан авторҙарының йырҙары, шулай уҡ халыҡ йырҙары бар. Рәсәй, Германия, АҠШ, Төркиә һәм Финляндия буйлап гастролдәрҙә булды[2].

  • Куңелеңә ауыр алма (1994)
  • Һуңғы мөхәббәт (1995)
  • Мин яратам (1996)
  • Дуҫтар булһа ҡайғырма (1997)
  • 10 йыл бергә! (1998)
  • Эх ҡалаһы ин йәшлектә (1999)
  • Һеҙгә илтә юлдарым (2000)
  • Йәшлегем ҡырҡта (2001)
  • Һуңлама (2002)
  • 15 йыл һеҙҙең менән! (2003)
  • Арығансы йырлармын — туйғансы тыңларһығыҙ! (2005)
  • Әлегә һуң түгел (2006)
  • Салауатта ҡунаҡта (2007)
  • 20 йыл һеҙҙең менән! (2008)
  • И туған тел, и матур тел… (2009)
  • Уйланырға ваҡыт бар әле… (2011)
  • 24 йыл һеҙҙең менән! (2012)
  • Беренсе юбилей (2013)
  • Икенсе 25 йыллыҡтың беренсе сезоны (2014)
  • XXVII сезон (2015)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2010)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2005)
  • «Татар йыры» халыҡ-ара эстрада фестивале лауреаты (1989, 2002—2009).
  • Муса Йәлил исемендәге премия лауреаты (2003).
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты (2008).
  • Татарстандың халыҡ артисы (1995)
  • Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010)
  • Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2010).
  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022).

Ҡатыны — Ләйсән, ҡыҙҙары — Лиана һәм Алина, улы — Рөстәм.