Салауат Юлаев бюсы (Салауат)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Салауата Юлаев бюсы
Ил Рәсәй
Скульптор Т. П. Нечаева
Төҙөлөшө 19521955 йылдар
Статус
Объект культурного наследия народов РФРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты
объект № 0330020000 (БД Викигида)
Бейеклеге
Материал бронза

1955

Салауат Юлаев бюсыСалауат ҡалаһында Салауат Юлаевтың скульптура һынланышы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат Юлаевтың скульптор, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы,Тамара Павловна Нечаева[1] эшләгән бюсы беренсе тапҡыр 1955 йылдың 23 октябрендә Салауат ҡалаһында батырҙың исемен йөрөткән паркта асыла. Һәйкәл төбөнә сәскәләр ултыртыла. Тирә-яғы күләмле суйын ҡойма менән уратылып алына. Т. П. Нечаева 1945 йылдан алып күп тапҡырҙар Салауат образына мөрәжәғәт итә. Уны бронзала ла, гипста ла, фарфорҙа ла һынландыра, һәр саҡ батырҙың яңынан-яңы һыҙаттарын аса. Салауат образының милли һыҙаттарын асып биреү өсөн уға артист Арыҫлан Мөбәрәковтың үҙенсәлекле йөҙө ярҙам итә. Рәссәам был ваҡытта тап уның скульптураһын эшләгән була. Шуға ла Салауат менән Арыҫлан араһындағы оҡшашлыҡ күҙгә ташланып тора[2][3].

2004 йылда бюст Салауат Юлаев бульварына күсерелә. Постаменты тағы ла бейегерәккә алмаштырыла[4].

Композиция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәл башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың бронзанан эшләнгән бюсынан ғибәрәт. Постаменты тимер-бетондан яһалып, аҡҡа буялған. Һйәкәлгә «Салауат Юлаев» тип яҙылған. Парктағы һәйкәл постаментында ҡағыҙ төргәк һәм ручка, ҡылыс һәм йәйә булған барельеф та ҡуйыла һәм ул Салауаттың шағир ҙа, яугир ҙа булыуы хаҡында һөйләй.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салауат ҡалаһында ул беренсе һәйкәл була һәм ҡалаға исеме бирелгән Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа бағышланған булыуы менән айырыуса иҫтәлекле була.
  • Скульптураның бер нисә варианты эшләнә. 1952 йылда гипс моделе буйынса 3 бронзаҙын ҡойола. Шул уҡ йылда уларҙың береһе Өфөлә (25 июль, 1952 йыл)[5] , икенсеһе батырҙың тыуған яғында — Салауат районында ҡуйыла. Өсөнсө һәйкәл 1955 йылда Салауат ҡалаһында Пушкин урамындағы паркта ҡуйыла. шулай уҡ өҫтәлгә ултырттырлыҡ гипс бюстар сығарыла.
  • Нечаева эшләгән һәйкәлдәр Салауаттың тыуған яғында һур популярлыҡ менән файҙаланыла. Салауат районы үҙәге Малаяҙҙан тыш уның күсермәһе Юлай ауылында бар. 1998 йылда «Янғантау» шифаханаһы территорияһында элек Өфөнөң Салауат исемендәге баҡсаһында урынлашҡан бюст ҡуйыла[6].
  • Һәйкәл һүрәтләнгән СССР маркаһы сығарыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]