Эстәлеккә күсергә

Салауат йыйыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат йыйыны
Дәүләт  Рәсәй
Йылдың көнө 16 июнь

Салауат йыйыны — Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә үткәрелгән республика фольклор байрамы.

«Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаев көндәрен үткәреү тураһында»ғы указға республика Президенты 2004 йылдың июлендә ҡул ҡуйҙы. Ошо ваҡыттан алып «Салауат йыйыны» йыл һайын республииканың төрлө ҡалаларында һәм райондарында үткәрелә. Иң башта һайлап алыу туры уҙғарыла[1].

Республика «Салауат йыйыны» фольклор байрамының маҡсаттары:

  • халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү;
  • Салауат Юлаев образы аша киләсәк быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ , ихтирам һәм өлкән быуынды хөрмәт итеү тойғоларын тәрбиәләү;
  • башҡорт халҡының милли ғәрәф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын пропагандалау һәм популярлаштырыу;
  • милли спорт төрҙәрен пропагандалау;
  • һау-сәләмәт тормош рәүешен алып барыуҙы пропагандалау.

Байрам сиктәрендә ярыш — көрәштәр үткәрелә: «Салауат йыйыны батыры», «Сая кыҙҙар», тирмәләр конкурсы, традицион спорт ярыштары (ҡолға буйлап йөрөү, тоҡта йүгереү, көрәш, С. Юлаев исемендәге призына көрәш буйынса турнир) 2015 йылда «Салауат йыйыны» программаһына Айҙар Байыҡ сәсән призына импровизатор — сәсәндәр бәйгеһе индерелде[2].

Үткәрелгән урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Байрамдан күренеш

Салауат йыйыны — 2004

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауат йыйыны — 2004» башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаевтың 250 йыллығына ҡарата үткәрелде. 2004 йылда үткәрелгән «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында «Ашҡаҙар нағыштары» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле лауреат исеменә лайыҡ булды.

Салауат йыйыны — 2010

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауат йыйыны — 2010» тарихи урын — Торатау тауы итәгендә үтте, бында элек-электән төбәк йыйыны үткәрелгән һәм башҡорт ҡәбиләләре нәҡ ошо ерҙә илгә ҡағылған мөһим мәсьәләләрҙе сисер өсөн йыйылған булған.

Был байрамда Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән III Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы делегаттары ла ҡатнашты.