Эстәлеккә күсергә

Салауат мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат мәмерйәһе
Тәрәнлеге6 м
Оҙонлоғо35 м
һыйҙырышлы тоҡомдаризвестняк 
Ишембай районы
Красная точка
Салауат мәмерйәһе
 Салауат мәмерйәһе Викимилектә

Салауат Юлаев мәмерйәһе (Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһындағы Салауат мәмерйәһе менән бутамаҫҡа) — Башҡортостандың Ишембай районында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы

Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан. Ул мәмерйә менән бергә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Туризм урыны.

Маҡар ауылынан ете километр алыҫлыҡта, Ҡолғона ауылына барған юлда урынлашҡан. Урынының рәсми адресы — Маҡар урман хужалығы, лесхоз, Шихан урмансылығы, кварталдар - 46 (19, 27, 28), 47 ( 26, 36, 37).

  1. Ҡаяла урынлашҡан иҫ киткес мәмерйә.
  2. Һирәк төр үҫемлектәр (аҡтамыр, Шиверекия үләне, Гельм астрагалы, кәзә һаҡалы һ. б.).
  3. Яланға яраҡлашҡан ҡарағайҙар.

Кәлимосҡан ҡаяһын Һикәҙе йылғыһы йыуа. Салауат Юлаев мәмерйәһенең ауыҙы («Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгәндән һуң халыҡ уны шулай атап йөрөтә) йылғанан алты метр самаһы бейеклектә урынлашҡан. Мәмерйә өс кимәлле, аҫҡы кимәле башҡаларына ҡарағанда киңерәк. Һул яҡтан бәләкәй генә залға инергә мөмкин. Уның түбәһенән икенсе ҡатҡа менергә була. Артабан тар ғына ярыҡ мәмерйәнең өҫкө ҡатына алып китә, арыраҡ — тағы бер, 60-70 сантиметр диаметрлы, тәрән тар ярыҡ бар.