Салла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Салла
Герб
Salla.vaakuna.svg
Нигеҙләү датаһы 1857
Рәсми тел Фин теле[1]
Дәүләт Финляндия
Административ-территориаль берәмек Лапландия[d]
Закондар сығарыу органы Salla municipal council[d]
Халыҡ һаны 3727 кеше (31 декабрь 2015)[2][3]
Сәғәт бүлкәте UTC+02:00[d] һәм UTC+03:00[d]
Туғандаш ҡала Вильдау[d] һәм Ковдор[d]
Сиктәш Савукоски
Майҙан 5872,21 км²
Рәсми сайт salla.fi
Урынлашыу картаһы
Категория с картами на Викискладе Maps of Salla
Commons-logo.svg Салла Викимилектә

Салла (фин.Salla; 1936 йылға тиклем — Куолаярви фин.Kuolajärvi) — Финляндияның төньяғында община, Лапли провинцияһында урынлашҡан. 5872 км² майҙанды тәшкил итә. Кемиярвинан 67 км, Куусамонан 115 км, Рованиеминан 150 км алыҫлыҡта ята.

2012 йылға Салла — Финляндияла иң дотациялы муниципалитет, үҙ эшмәкәрлеген 70 % хөкүмәт иҫәбенә тормошҡа ашыра[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салла коммунаһына 1857 йылда нигеҙ һалына һәм Куолаярви тип атала. Коммунаның атамаһы 1936 йылда мәхәллә руханийы Эркки Койвисто инициативаһы менән Салла итеп үҙгәртелә. Коммунаның элекке үҙәге Саллантуртури ҡалҡыулығы итәгендә Саллайоки йылғаһының ике яғында урынлашҡан була. Куолаярви атамаһы саам Guollejaur һүҙенән килеп сыҡҡан, ул балыҡлы күл тигәнде аңлата. Иҫке Саллала Куолаярви күлдәренең системаһы бар, унан көнбайышҡа ағыусы һәм Сайялағы Тенниоки йылғаһы менән тоташтырыусы Куолайоки йылғаһы башланғысын ала. Һуғышҡа тиклем Куолоярви 12 000 квадрат километр майҙанды биләүсе коммуна була һәм унда 5500 самаһы кеше йәшәгән[5].

1939—40 йылдарҙағы совет-фин һуғышы барышында совет ғәскәрҙәре Салла территорияһына баҫып инә, общинаның бер өлөшө Советтар Союзы тарафынан оккупациялана. 1941—44 йылдарҙа совет-фин һуғышы барышында Салла ҡалаһы сиктең икенсе яғында була, әммә совет позицияларына герман һәм фин ғәскәрҙәре һөжүм итә, юғалған территориялары Финляндияға кире ҡайтарыла. Һуғыш аҙағында немец ғәскәрҙәре Лапландиянан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Салланың көнсығыш яртыһы (Иҫке Слла тип аталған яғы) тулыһынса РСФСР-ҙың Мурманск өлкәһе составына инә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың 30 сентябрендәге халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса халҡы 4007 кеше тәшкил итә; 2000 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 5142 кеше иҫәпләнә. Халыҡ тығыҙлығ 0,71 кеше/км². Общинаның 98,9 процент халҡы өсөн фин теле - туған тел, 0,1 % — швед, 0,1 % — саам теле һәм 0,9 % — башҡа телдәр. 15 йәштән кесе йәштәге кешеләр өлөшө —11 %; 65 йәштән өлкән кешеләр өлөшө 27,7 % тәшкил итә.

Лаппиның башҡа общиналарындағы кеүек үк Саллала етди проблема булып эшһеҙлек тора, 2007 йылдың ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса уның кимәле 25,8 % — был Финляндия общиналары араһында иң юғары күрһәткес.

Халыҡ һаны динамикаһы[6]
1970 1975 1980 1985 1990 1995 1998 2000 2002 2004 2006 2008 2010 2011 2016
8840 7926 7256 6875 6269 5812 5462 5142 4822 4683 4479 4308 4218 4104 3654

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саллала Кемиярвинан йөк тимер юл тармағы бар, әммә 2006 йылда ул фин тимер юлдары хакимиәте уны ябыу планы тураһында иғлан итә. 2013 йылда Салла-Кандалакша сифатлы тимер юлын төҙөү тураһында килешеүҙәр башлай[7]

Ауылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аатсинки, Ахоланваара, Ахвенселькя, Хаутаярви, Хирвасваара, Исохалме, Каллунки, Келлоселькя, Котала, Коутело, Куру, Кясмя, Лапаярви, Леусярви, Наруска, Ниемеля, Оуланка, Онкамо, Пахкакуму, Палоперя, Сайя, Салмиваара, Селкяля, Туохикюля, Валловаара, Варвикко, Виттикко.

Сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Муниципаль советы составы (2009—2012)
Партия 2008 һайлауҙар һөҙөмтәһе[8] Урындар
Финляндия үҙәге 50,2 % 14
Һул союзы 27,5 % 7
Милли коалиция 13,1 % 3
Социал-демократтар 10,8 % 3

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салланың таҙа һәм кеше ҡулы теймәгән тәбиғәте күп туристарҙы йәлеп итә. Ҡышын Саллала тау саңғыһында шыуырға, болан һәм эттәр егеп походҡа юлланырға йәки уңайлы коттеджда ябай камин янында хәл йыйырға була.

Йәй һәм көҙ төбәктә йәйәүлеләр маршруты асыла, еләккә һәм бәшмәккә бай урмандары еләк һәм бәшмәк йыйыусыларҙы ылыҡтыра. Ҡунаҡтар өсөн спа-үҙәк, күп функциялы спорт залдары, ҡыҙыҡлы Болан паркы, Салланың һуғыш ваҡыты һәм һуғыштан һуң тергеҙелгән музейы һәм күп һанлы ресторандар көтә.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салла (тау саңғыһы курорты)
  • Һуғыш ваҡытындағы һәм һуғыштан һуңғы тергеҙелгән Салла музейы
  • Саллы музейы
  • Оуланка (милли парк)
  • Салланың болан паркы

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Ковдор[9]

.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. Population structure — ISSN 1797-5379; 1797-5387; 1797-5395
  3. Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot(untranslated).
  4. Больше 100 муниципалитетов живут за счет госдотаций // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 9 август 2012. (Тикшерелгән 9 август 2012)
  5. Россия торопит строительство железной дороги Салла-Кандалакша // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 18 июнь 2013. (Тикшерелгән 18 июнь 2013)
  6. 26.10.2008 MUNICIPAL ELECTIONS (недоступная ссылка)
  7. Туғанлашҡан ҡалалары мурманск өлкәһе //башҡорт энциклопедияһы Кола. 5 т. т. 1. Ә — Д / Гл. а. Киселевтың ре. — СПб. : ИС ; Апатиты : КНЦ ӨФӨ, 2008. — С. 502.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]