Сальвадор Альенде
Сальвадор Гильермо Альенде Госсенс (исп. Salvador Guillermo Allende Gossens, 26 июнь 1908 йыл[16] — 11 сентябрь 1973 йыл) — Чили сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, 1970 йылдың 3 ноябренән хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә һәләк булғанға тиклем Чили президенты.
«Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытҡан өсөн» Халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1973)[17].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чили аҡһөйәктәренә ҡараған Альенде ғаиләһе үҙенең либераль ҡарашлы булыуы менән билдәле.
1932 йылда Чили университетының медицина факультетын тамамлай. Бер йылдан һуң Чили социалистик партияһын төҙөүҙө ҡатнаша. Был 1937 йылда Милли конгресс депутаты итеп һайлана, 1945 йылға, сенатор итеп һайланғанға тиклем, унда эшләй. 1938 — 1942 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын биләй.
1942 йылда Альенде Чили социалистик партияһының генераль секретары була. Ул саҡта партия оппозицияла була, сөнки 1941 йылдан коммунистар Германия менән СССР араһында һөжүм итмәү тураһындағы килешеүҙе хуплауы һөҙөмтәһендә социалистар идара итеүсе коалициянан сыға һәм радикалдар менән коммунистар идара иткән коалиция ҡала. 1948 йылда социалистар Альенденың фекере меннә иҫәпләшмәйенсә радикалдар менән коалицияға инә һәм коммунистар партияһын тыйыу тураһындағы ҡарарҙы хуплай. Альенде элекке арҡаҙаштары менән араны өҙөп, Халыҡ социалистик партияһын төҙөй. 1952 йылғы президент һайлауҙарында уның партияһы экс-диктатор Карлос Ибаньестың кандидатураһын хуплай, Альенде партиянан сыға һәм ҡабаттан Социалистик партияға ҡайта. Президентлыҡа дәғүә иткән осраҡта ярҙам вәғәҙә иткән коммунистар менән яҡыная. Социалистар тәҡдимде ҡабул итә һәм ике партия «Халыҡ хәрәкәте» альянсын төҙөй һәм Альендены 1952, 1958 һәм 1964 йылдарҙа президент вазифаһына тәҡдим итә.
1966 — 1969 йылдарҙа Альенде Чили сенаты президенты була.
1969 йылда «Халыҡ хәрәкәте» Фронты «Халыҡ берҙәмлеге» тип үҙгәртелә һәм социалистар, коммунистар, христиан демократтары фракцияһынан айырылған Радикаль партия ағзалары коалицияһын барлыҡҡа килтерә. 1970 йылғы президент һайлауҙарында Альенде тауыштар буйынса ҡалған ике кандидатты уҙып китә, әммә абсолют күпселек тауыш йыя алмай, шуға күрә уның кандидатураһын раҫлау өсөн конгресҡа ебәрелә һәм унда демократия принциптарын боҙмаҫҡа вәғәҙә иткәндән һуң, христиан демократтары тарафынан хуплана.
Кандидат | партия | тауыш | % |
Сальвадор Альенде Госсенс | «Халыҡ берҙәмлеге» блогы | 334 070 1 | Ҡалып:Percentagem |
Хорхе Алессандри Родригес | Милли партия | 159 1 031 | Ҡалып:Percentagem |
Радомиро Томич Ромеро | Христиан-демократик партияһы | 821 801 | Ҡалып:Percentagem |
Президент креслоһы өсөн көрәштә һәм уны артабан һаҡлап ҡалыу теләгендә Альенде Советтар Союзына өс тапҡыр рәсми визит менән килә: 1954 йылда, 1967 йылдың ноябрендә һәм 1972 йылда, һәләк булырҙан ярты йыл алда.
Американдар Альенденың кандидатураһын үткәрмәҫкә һәңынан, кәрәк булғанда, көс ҡулланырға ла планлаштыра, әмәм ике вариант та тормошҡа ашмай.
1970 йылдың 24 октябрендә Сальвадор Альенде Чилиҙың яңы президенты тип рәсми рәүештә иғлан ителә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118502085 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ LIBRIS (швед.) — Kungliga biblioteket.
- ↑ Diccionario biográfico de las izquierdas latinoamericanas. Movimientos sociales y corrientes políticas (исп.) — 2020. — ISSN 2718-644X
- ↑ Salvador Allende // filmportal.de (нем.) — 2005.
- ↑ Salvador Allende // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ Salvador Allende // GeneaStar (фр.)
- ↑ Свидетельство о рождении
- ↑ Salvador Allende // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Salvador Guillermo Allende Gossens // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Ministro cierra investigación sobre Allende: se suicidó
- ↑ Chilean court confirms Allende suicide — CNN.
- ↑ https://www.bbc.com/news/world-latin-america-14210729
- ↑ https://www.bbc.com/news/world-latin-america-14210729 — Би-би-си.
- ↑ Profile: Salvador Allende, BBC News
- ↑ Большой энциклопедический словарь. — 2-е изд., перераб. и доп. М.: Большая Российская энциклопедия, 1997. — С. 40 — 1456 с. ISBN 5-85270-160-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лаврецкий И. Р. Сальвадор Альенде. — М.: Молодая гвардия, 1974. — (Жизнь замечательных людей) — 288 с., ил.
- Медведенко Анатолий. Последний день президента. // Эхо планеты — 1991 — № 22 — С. 20—23.
- Алексеев В. Пепельный сентябрь. ПОЛИТИЗДАТ, 1982 г. (Пламенные революционеры)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сальвадор Альенде Викимилектә | |
Сальвадор Альенде Викияңылыҡтарҙа |
- Family information from official site (исп.)
- Лисандро Отеро. Разум и сила: Чили. Три года Народного единства
- Энди Беккет. Мечты в Сантьяго
- Л. Отоцкий. Стаффорд Бир как гуру для Электронной России
- Pinera J. A House Divided. How Allende Destroyed Democracy in Chile. // «Society», September/October 2005, Vol.42, No 6. [1] 2014 йыл 13 апрель архивланған.
- Pinera J. Una Casa Dividida. Cómo el gobierno de Allende destruyó la democracia en Chile 2014 йыл 10 февраль архивланған.
- Олег Ясинский. Сальвадор Альенде 11 сентября 1973 года 2021 йыл 11 сентябрь архивланған.
- Фидель Кастро Рус. Сальвадор Альенде — пример, который будет жить
- Эдвард Бурстин. Чили при Альенде: взгляд очевидца
- 26 июндә тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- 11 сентябрҙә вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- Хосе Марти Милли ордены кавалерҙары
- «Халыҡтар дуҫлығы өсөн» Халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт өсөн ордендың ҙур тәреһе кавалерҙары (Чили)
- Тел өсөн һылтанмалар
- Үҙенә ҡул һалған сәйәсмәндәр
- Марксистар
- О. Р. Тамбо Компаньондары ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр