Самария (тарлауыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самария
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Греция[1]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Крит[d]
Ойошма ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d], биосферный заповедник ЮНЕСКО[d] һәм национальные парки Греции[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (vii)[d], (viii)[d], (ix)[d] һәм (x)[d]
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/new/en/natura…
Карта
 Самария Викимилектә

Самария тарлауығы (грек. Φαράγγι της Σαμαριάς), шулай уҡ «Самария» милли паркы[2] — Европалағы иң ҙур тарлауыҡ, Криттың көньяҡ-көнбайыш осонда Лефка-Ори тауында, Крит периферияһының Ханья периферия берәмегенең Сфакион общинаһында урынлашҡан. Криттың иң билдәле иҫтәлекле урындарының береһе. Тарлауыҡтың оҙонлоғо яҡынса 13 км, ә киңлеге 3,5 метрҙан 300 метрға тиклем тирбәлә. Контроль үткәндән һуң тарлауыҡ осонда Айия-Румели ауылына тиклем тағы ла 3 километр араны артылырға кәрәк. Ауылға тиклем автобус менән барыу мөмкинлеге бар.

Тарлауыҡ үҙенең атамаһын XIV быуаттағы Преподобная Мария византия сиркәүе атамаһынан алған. Сиркәү элекке Самария (яҡынса юл уртаһында) ауылынан саҡ ҡына түбәндәрәк урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Самария тарлауығында әллә ҡасанғы замандан кеше йәшәгән. Бында, фаразланғанса, Аполлон һәм Артемидаға бағышланған ғибәҙәтхана ҡалдыҡтары табылған. Б. э. т. VI быуатта тарлауыҡтың осонда Тара (Τάρρα) ҡалаһы төҙөлгән. Ул ҙур булмаған, әммә үҙенең тәңкәләрен һуғыусы автономлы һәм киң билдәле ҡала булған. Тәңкәләрҙең бер яғында — ҡырағай кәзә башы, ә икенсе яғында — бал ҡорто һүрәтләнгән. Тарлауыҡ буйлап Тареос йылғаһы аҡҡан һәм тарлауыҡ та, моғайын, шул уҡ исем менән аталған. Тара ҡалаһы янындағы тарлауыҡ тураһында боронғо авторҙар Диодор Сицилийский, Секлиот, Өлкән Плиний һәм башҡалар телгә алған. Рим хакимлығы осоронда ҡала сәскә атҡан.

Төрөк иҙеүе йылдарында Сфакия һәм башҡа өлкәләрҙең халҡы үлтерештән ҡырылып бөтмәҫ өсөн тарлауыҡта йәшеренгән. Аяуһыҙ алыштарҙа сфакийлылар тарлауыҡты төрөктәр һөжүменән һаҡлаған.

Метаксас диктатураһы осоронда (1935—1940) был урындарҙа революция генералы Мандакас Эммануил үҙенең көрәштәштәре менән һыйыныу урыны тапҡан.

Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында тарлауыҡ аша Мысырға күсенеүсе грек хөкүмәтенең маршруты үткән. Немец оккупацияһы ваҡытында бында Криттағы Ҡаршылыҡ хәрәкәте көрәшселәре лагеры булған. 1942 һәм 1943 йылдарҙа тарлауыҡта уның флораһын һәм фаунаһын системалы тикшеренеүҙәр үткәреүсе немец ғалимдары экспедицияһы эшләгән, тарлауыҡ һәм унда йәшәгән ҡырағай хайуандар хаҡында тәүге фильм төшөргән. Экспедиция ваҡытында күренекле тәбиғәтте тикшереүсе белгес Зиберт (текә ярҙан ҡолап) һәләк булған.

Грецияла граждандар һуғышы ваҡытында 1948 йылдың июненә, улар бер ауылда һалдаттар һәм полицейскийҙар уратып алынып, ҡаты алыштан һуң, юҡ ителгән көнгә, тиклем һул баш күтәреүселәр йәшеренгән. Бында Критта барған граждандар һуғышы тамамлана.

1962 йылда тарлауыҡ милли парк статусын алған. Шул ваҡытта Самария ауылынан халыҡты ла күсергәндәр. Ҡурсаулыҡ майҙаны 4850 гектар тәшкил итә. Тарлауыҡ осонда, диңгеҙ яры буйында, Айия-Румели ауылы урынлашҡан.

Милли парк[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡты булдырыуҙың маҡсаты — Лефка-Ориҙың уникаль тәбиғәтен һәм бигерәк тә Кри-кри эндемик крит тау кәзәһен (Capra aegagrus creticus) һаҡлау. Тарлауыҡта Кри-криҙан башҡа ла һирәк осраусы хайуан һәм ҡош төрҙәре йәшәй. Был ҡырағай бесәй (әлеге ваҡытта бик аҙ ҡалған), бөркөттәрҙең, һыуһарҙың, бурһыҡтың төрлө төрҙәре.

Үҫемлектәрҙән тарлауыҡта шулай уҡ крит эндемиктары осрай. Был, мәҫәлән, диктамос, йәки эрондас һәм крит кипарисы. Тарлауыҡ флораһының башҡа төрҙәре: ҡарағайҙың төрлө төрҙәре, платандар, таш имән, крит сағаны, эбен ағасы һәм башҡа бик күп үҫемлектәр.

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарлауыҡҡа төшөү
Километрҙар тамғаһы

1931 йылдан башлап, Ханья ҡалаһындағы Грек альпинистик йәмғиәте бүлексәһе тарлауыҡ буйлап туристар төркөмөн үткәргес ойошторған. 1962 йылдан, милли парк барлыҡҡа килгәндән башлап, походтар системалы төҫ ала, ә 1969 йылда, беренсе тапҡыр тарлауыҡҡа турагентстволарҙың турҙарын һатыу башланған. 2000 йыл башынан тарлауыҡ буйынса йылына 200 000[3] сәйәхәтсе үткән. Ҡайһы бер көндәрҙә һуҡмаҡта бер үк ваҡытта 3000 тиклем кеше булған. Әгәр тарлауыҡҡа иртән иртүк барһаң ғына, тығындарҙан ҡотолорға мөмкин булған. Яҙ — ҡурсаулыҡта иң яҡшы ваҡыт. Йәйен тарлауыҡта тынсыу эҫе була.

Милли паркка инеү урыны Омалос ауылынан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Туристик маршрут диңгеҙ кимәленән 1250 метр бейеклектәге тау битләүе буйлап һалынған ағас ҡойма менән кәртәләнгән һуҡмаҡтан башлана. Тарлауыҡтың бөтә оҙонлоғо 12,8 километр тәшкил итә (йыш ҡына 18 һаны алға сыға — Омалос ауылынан Айия-Румелиға тиклемге ара). Йәйәү үтеү 4-6 сәғәт ваҡытты биләй. Әҙерлекһеҙ килгән кешегә тарлауыҡ "баҫҡыс"тарынан төшкәндә ауыртыныу тойоуға әҙер булырға кәрәк. Тауҙан төшкәндән һуң һуҡмаҡ ғәҙәттә йәйен кибә торған һәм һыу ағымы даими рәүештә таштар араһында йәшеренгән йылға йырҙаһы буйлап бара. Тарлауыҡ өҫтөнән күтәрелгән тау түбәләренең бейеклеге 2000 метрға етә. Бөтә һуҡмаҡ километр тамғалары менән билдәләнгән, маршрут буйлап ял итеү урындары, бәҙрәфтәр һәм эсәр һыуы булған сығанаҡтар, шулай уҡ янғынға ҡаршы медицина ҡорамалдары йыһазландырылған. Маршрутта мулдарға атланған урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренән торған патрулдәр йөрөй.

Тарлауыҡта (тап маршрут йүнәлешендә һәм унан ситтәрәк) бер нисә боронғо сиркәү: Изге Николай сиркәүе (Аполлон йәки Артемида антик ҡорамы урынында төҙөлгән), Христос сиркәүе, сиркәү Преподобная Мария Египетская сиркәүе (Самарья ауылына һәм тарлауыҡҡа исем биргән) бар. Ҡоролма төҙөлгән ваҡыт XII—XIII быуат, тип күрһәтелә, стенаның береһендә «1379» яҙыуы күренеп тора, фрескалар 1740 йыл менән билдәләнгән). Ҡайһы бер ҡорамдар ғибәҙәт атҡарыу өсөн асылған.

Портес тар үткәүеле

Яҡынса юл уртаһында элекке Самария ауылының тергеҙелгән традицион крит өйҙәре (халыҡ унан 1962 йылда күсерелгән) урынлашҡан. Ауылда телефон, урман һаҡлау посы, дарыухана, вертолет майҙансығы һәм бер нисә мул, туристар проблемалы хәле бар.

Тарлауыҡтың иң тар өлөшө, Портес тар үткәүеле (Ҡапҡа), Самария ауылынан яҡынса 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Текә ҡаялар араһындағы үткәүел киңлеге яҡынса 3,5 метрлыҡ, ә ҡаялар 300 метр бейеклеккә етә.

Тарлауыҡтан сығыу урыны диңгеҙҙән 3 километр алыҫлыҡта, Айия-Румели ауылы районында урынлашҡан. Ауыл причалынан туристарҙы Хора-Сфакионға, Палеохораға йәки Суйяға саҡлы бара торған паром ҡаршылай — Айия-Румелиҙан фәҡәт һыу транспорты менән йә тарлауыҡтан кире яҡҡа бик ауыр юлдан йәйәү генә үтеп булһа, был тораҡ пункттарына автомобиль юлдары һалынған. Айия-Румелиҙа ҡунаҡхана, пансион һәм бер нисә таверна бар.

Ҡыш һәм яҙ ҡойма ямғырҙар ваҡытында тарлауыҡ төбөнән һыу ағымы ярһып аға, диуарҙан таштар емерелеп төшә. Был ваҡытта милли парк туристар өсөн ябыҡ була. Тарлауыҡта ҡунып ҡалыу йыл әйләнәһенә тыйыла. Маршрут буйынса йөрөү түләүле (2017 йыл хаҡы менән 5 евро, 12 йәшкә тиклемге балалар — бушлай), инеү һәм сығыу урындарындағы контроль пункттары тарлауыҡта тороп ҡалғандарҙы белергә ярҙам итә, был килеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Теләһә ниндәй пункт аша кире ҡайтып була, шуға күрә карапҡа билет хаҡы (2017 йыл хаҡы менән 11 евро) инмәй. Үтеү ҡатмарлылығы, тирә-яҡ пейзаждары һәм үтеү саралары һәм туристарҙы ташыу ысулдары менән маршрут (автомобиль — йәйәү төшөү — карап) Тенерифеләге Маска тарлауығын хәтерләтә.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.unesco.org/new/en/natural-sciences/environment/ecological-sciences/biosphere-reserves/europe-north-america/greece/gorge-of-samaria/
  2. Греция. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000 / Главный редактор Я. А. Топчиян. — М.: Роскартография, 2001. — (Страны мира. Европа). — 2000 экз.
  3. Hanna, Nick. Kreeta = Engl. alkuteos: Globetrotter Travel Guide Crete / suom. Roinila, Maija. — Köln, Saksa: Könemann Verlagsgesellschaft mbH, 2000. — S. 113—116. — ISBN 3-8290-3261-7.