Самба (музыка жанры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Самба
Йүнәлеше:

афро-бразиль Латин Америка музыкаһы

Сығышы:

ангола семба, самба де рода

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

Бразилия Бразилия, Рио-де-Жанейро, XX быуат башы

Таралған йылдары:

30 - 40-сы йылдар XX быуат

Эсендәге жанрҙар:

самба-кансан (Samba-canção), самба-эзалтасан (Samba-exaltação), самба де бреке (Samba de breque), самба-енреду (Samba-enredo), самба де террейру (Samba de terreiro), пагоде (Pagode),  партиду алту (Partido Alto), Босса-нова

Туғандаш жанрҙар:

жонгу (Jongo), лунду (Lundu), машише, модинья, Choro, полька, экосез

Сығарылма жанрҙар:

самба-машише (samba-maxixe), самба-шору (samba-choro), самба де гафиэйра (samba de gafieira), самба-фанк (samba-funk), самба-джаз (samba-jazz), самба-рэп (samba-rap), самба-реггей (samba-reggae), самба-рок (samba-rock), самбалада (sambalada), самбалансу (sambalanço), самболеро (sambolero), самбасс — Sambass

Samba in cold rain.jpg

Са́мба (порт. samba) — Африканан сыҡҡан музыка жанры, Бразилия милли сәнғәтенең асылы.

Бразилия самбаһы музыка, йырлау, бейеүҙе берләштерә. XX быуаттың 40-сы йылдарында донъяла танылыу ала.

Хәҙерге заманда самба аҫтында Рио-де-Жанейро ҡалаһының кариока самбаһын аңлайҙар. Рио-де-Жанейроның ҡала самбаһы барлыҡҡа килеүен 1917 йылда сыҡҡан «Телефон буйынса» (Pelo Telefone) карнавал йырынан иҫәпләйҙәр. Самбаны башҡарыусы «самбишта» (sambista) тип атала.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батуку Бразилияла 19 быуатта, Йоганн Мориц Ругендас рәсеме

«Samba» терминын тәүге тапҡыр Мигель исемле монах «Капусейру» журналында 1838 йылда ҡуллана, әммә ул негрҙарҙың дини байрамы хаҡында яҙа. Ә инде ошо уҡ журналдың 1842 йылдағы һанында иһә монах Мигель нәҡ Самба[1] бейеүе тураһында яҙып ҡалдыра. Самба Африканың (Ангола, Конго) банту һәм йоруба ырыуҙарының дини йолаларынан килә. Күпселек аллаларға бағышлап ҡорбан килтерелә, был ғәмәлде йыр һәм бейеүҙәр оҙата килә. Төп инструменттар булып пандейру, тамбурин, куика, реку-реку, гитара, кавакинью ҡулланыла. Шулай уҡ көслө ҡул сабыу, тәрилкә-бысаҡ урынлы.

Хәҙерге заманда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1980-се йылдар башында самба менән ҡыҙыҡһыныу яңыра, Рио-де-Жанейро биҫтәһендә яңы музыка йүнәлеше — пагода — килеп сыға. Ғәҙәттәге самбаға банджо һәм тан-тан моңо ҡушыла. Ул ваҡыттағы иң билдәле артистар араһына Зека Пагодиньо, Альмир Гинето, Хорхе Арагао һ.б. инә[2].

2005 йылда «Samba de Roda» фестивале (Баия штаты), ЮНЕСКО тарафынан рухи мираҫ исемлегенә индерелә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бразильская самба.
  2. Pagode, O samba que vem do fundo do quintal. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 июнь 2012. 23 август 2008 тикшерелгән.
  3. The Samba de Roda of Recôncavo of Bahia - UNESCO. unesco.org. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 июнь 2013. 11 июнь 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Скрипичный ключ и ноты Был музыка тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк.