Эстәлеккә күсергә

Самрау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Самрау — башҡорт фольклорының мифологик образы, персонажы. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә сәмреғош. Иран мифологияһындағы Симург ҡошҡа барып тоташа.

Самрау «Урал-батыр» эпосында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт мифологияһында Самрау күктә йәшәгән Оло тәңре, Күк тәңре. «Урал батыр» эпосында Самрау антропоморф йән эйәһе, күк һәм ҡоштар батшаһы итеп бирелә. Самрау батшалығында кешеләр ҡайғыны, эс бошоуҙы белмәй, ит ашамай, ҡан эсмәй, бүре менән һарыҡ, төлкө менән тауыҡ дуҫ йәшәй.

Әммә Ҡояш һәм Ай уның ҡатындары, йәғни Самрау ябай ғына ҡоштар батшаһы түгел икән. Ҡояш менән Айҙан Самрауҙың Һомай һәм Айһылыу исемле ҡыҙҙары бар. Улар йә кеше, йә ҡош ҡиәфәтенә инә ала. Аталары кеүек улар ҙа күрәҙәлек итеү һәләтенә эйә. Шулай итеп ҡыҙҙары ла Самрауҙың ябай түгел, улар ҙа тәңреләр затынан. Самрау күктең генә түел, ерҙең, ер аҫтының да хужаһы килеп сыға. Шулай итеп Самрау Оло, Баш тәңре булып сыға.[1]

Самрау әкиәттәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ», «Айыуғолак», «Аҡъял батыр» һәм башҡа башҡорт халыҡ әкиәттәрендә осраған сәмреғош та ябай ҡош түгел. Ул да тылсымға эйә булған ер аҫтында йәшәгән гигант ҡош. Беренсенән, ул ҡанат ҡағып батырҙың һум ите киҫелеп алған ерен тиҙ генә уңалта. Икенсенән, аҫҡы һәм өҫкө донъяны бәйләй. Ул ер аҫтынан бәләгә тарыған батырҙың балаларын йыландан ҡотҡарған өсөн рәхмәт белдерә. Шулай итеп сәмреғош та тәңрелек сифаттарына эйә. Самрау һүҙенең һәм образының килеп сығышын ғалимдар, иран телдәре менән бәйләй. Самрау һәм сәмреғош атамаһындағы сәмре элементы иран халыҡтары мифологияһындағы ҡош исемен хәтерләтә.

Самрау тураһында эпосты тикшеренеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихсы З. Ғ. Әминев башҡорт мифологияһында Самрау исеме менән башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары Күкте күҙ уңында тотҡан тип иҫәпләй[2].

В. С. Мәүлитов раҫлауынса, ҡояшлы Самрау иле — ғәҙел йәмәғәт ҡоролошо идеалдары, уларға һәр халыҡ ынтыла[3].

Этнограф У. Ш. Атанғолов фекеренсә, башҡорттар «Самрау батшалығы»нда дөйөм тыныслыҡты, етешлекте һәм татыулыҡты, ниндәйҙер сәйәси идеалды күргән[4]:

Самрау илендә бөтәһе лә тиң хоҡуҡлы, берәү ҙә бер кемде лә яфаламай, башҡаларҙың намыҫына һәм дәрәжәһенә ҡул һуҙмай, барыһы ла дөйөм мәнфәғәт өсөн эшләй, бер кем дә байырға ынтылмай, ҡәрҙәшлек ҡанундары буйынса йәшәй. Әгәр кемдер йолаларға һәм тәртиптәргә ынтылыусылар икән, «кешеләр үҙ-ара һөйләшеп, уны илдән ҡыуа». Самрау үҙенең батшалығы менән бер ниндәй етәкселек юҡ та кеүек итеп идара итә.

Самрау мифик батшалығында енәйәтсене илдән ҡыуыу йәки тыуған еренән айырыу иң юғары яза була. Мәҫәлән, илгә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы бөтә енәйәттәргә ҡарамаҫтан, Шүлгәнде унан ҡыуыу язаһы ғына бирелә.

У. Ш. Атанғолов эпостың башҡорт халҡына йоғонтоһон ошолай аңлата[4]:

Күп кенә тарихсылар башҡорттарҙа дәүләтселек булғанмы, юҡмы, тип бәхәсләшә. «Урал батыр» эпосын күңелендә йөрөткән халыҡтың дәүләтселеге булыуы мөмкин түгел. Күрәһең, башҡорттар шәхси азатлығын өҫтөн ҡуйған, һәм уның өсөн йәнен аямаған. Улар ҡоралланған, ойошҡан булған, тышҡы хәүеф-хәтәрҙәр осрағында тиҙ генә берләшә алған һәм көслө көскә эйә булған.

  1. Самрау в Краткой энциклопедии Башкортостана(недоступная ссылка)
  2. Отражение космогонических воззрений башкир в эпосе «Урал-батыр»(недоступная ссылка)
  3. Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — С.16-17.
  4. 4,0 4,1 Эпос «Урал-батыр» (литературный разбор). Дата обращения: 26 октябрь 2012. Архивировано 9 июнь 2013 года. 2013 йыл 9 июнь архивланған.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө том. Эпос. — Өфө, 1998.
  • Йәшәгән, ти, батырҙар: башҡорт халыҡ әкиәттәре. — Өфө, 2005.