Эстәлеккә күсергә

Сандриков Валерий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сандриков Валерий Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Кокбулак[d], Сарыагашский район[d], Төркөстан өлкәһе, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө физиология
Эш урыны Российский научный центр хирургии имени академика Б. В. Петровского[d]
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме академик[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены СССР дәүләт премияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены орден Александра Невского
 Сандриков Валерий Александрович Викимилектә

Сандриков Валерий Александрович (24 октябрь 1941 йыл, Сарыагаш районы Ҡаҙаҡ ССР-ы) — СССР һәм Рәсәй ғалим-физиологы, медицина фәндәре докторы (1981), профессор (1981), Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2007), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2013).

Валерий Александрович Сандриков 1941 йылдың 24 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Сарыагаш районында тыуған[1], унда әсәһе — Анна Сергеевна Сандрикова (1920—1964) эвакуациялана[2]. Атаһы — Александр Григорьевич Сандриков (1922—2007) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-лейтенант, Ҡораллы Көстәрҙә кадрҙарҙа 46 йылдан ашыу хеҙмәт итә[3].

1947 йылда ғаилә Мәскәүгә әйләнеп ҡайта, Валерий Александрович урта мәктәптең беренсе класына уҡырға бара[2]. 1967 йылда В.А.Сандриков И. М.Сеченов исемендәге Мәскәү медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Калининградта (хәҙер — Королев ҡалаһы) ҡала дауаханаһының кардиология бүлегендә табип булып эшләй.

1969 йылда Эксперименталь һәм клиник хирургияһы ғилми-тикшеренеү инстиутының физиология бүлегендә эшләй башлай[4]. 1972 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.[5].

1975 йылдан интраоперацион диагностика лабораторияһы — профессор В.В.Зарецкий инициативаһы буйынса ойошторолған илдә бындай беренсе лаборатория етәксеһе. 1981 йылда «Интраоперационная оценка гемодинамики сократительной функции миокарда и критерии адекватности коррекции приобретенных и врожденных пороков сердца» темаһына диссертация яҡлай. Шул уҡ йылдарҙа уға кардиология һөнәре буйынса профессор исеме бирелә[6].

1981 йылда В.А. Сандриков ҡан электромагнит сығымдарын эшләү һәм киң ҡулланышҡа индереү эштәре циклы өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була[7].

1988—1993 йылдарҙа клиник физиология, инструменталь һәм нур диагностикаһы бүлеге етәксеһе, 1993 йылдан алып 2015 йылға тиклем академик Б. В. Петровский исемендәге Рәсәй хирургия фәнни үҙәгендә фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй[2], 2015 йылда инструменталь һәм нур диагностикаһы бүлегенә мөдирлек эшенә кире ҡайта[1].

1999 йылда И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университеты профессиональ белем биреү институтының функциональ һәм ультратауыш диагностикаһы кафедраһын етәкләй[8].

2004 йылда РМФА ағза-корреспонденты итеп һайлана, 2007 йылда – РМФА медицина-биология бүлеге буйынса мөхбир ағзаһы, 2013 йылдан академик Б.В.Петровский исемендәге Рәсәй хирургия фәнни үҙәгенең почетлы академигы, 2011 йылдан медицинала ультратауыш диагностика белгестәре Рәсәй ассоциацияһының почетлы ағзаһы (РАСУДМ)[9].

600-ләп фәнни эш, уйлап табыуға 4 танытма һәм 2 патент авторы. Уның етәкселегендә 18 докторлыҡ һәм 65 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана[1].

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сандриков В. А. Динамика насосной функции сердца. — Наука, 1989. — 148 с.
  • Сандриков В. А. Клиническая физиология. Диагностика — новые методы. — Аир арт, 1998. — 223 с.
  • Сандриков В. А. Клиническая физиология трансплантированной почки. — Наука/Интерпериодика, 2001. — 282 с.

Наградалары һәм ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Дәүләт премияһы (1980)[10].
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены [10] (2008)
  • Почёт ордены[10]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы[10]
  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премиялары (2002)[11]
  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премиялары (2012)[12]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)[10]
  • Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре[10]
  • В.В.Парин исемендәге Рәсәй Медицина фәндәре академияһы Президиумының дипломы[10]
  • А.А.Богомолец исемендәге Рәсәй Медицина фәндәре академияһының премия дипломы[10]

Составына инә.[10]:

  • Эхокардиография буйынса халыҡ-ара комитет (АҠШ),
  • Рәсәй кардиология йәмғиәте,
  • Б.В.Петровский исемендәге Рәсәй хирургия фәнни үҙәгенең Ғалимдар һәм Диссертация советы,
  • РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ГУН Бөтә Рәсәй НИМИ ғилми советы,
  • Химия, медицина һәм фармацевтика сәнәғәтен, шулай уҡ Рәсәй биотехнология комплексын үҫтереү өлкәһендә сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса фәнни-техник совет.

Өҫтәмә мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 К 75-летию академика РАН профессора Валерия Александровича Сандрикова // Трансплантология. 2016. № 4. С. 76—77.
  2. 2,0 2,1 2,2 Человек — энергия (интервью с Сандриковым В. А.) // Больница. 2006. № 9. C. 3—4.
  3. А. Г. Сандриков // Красная звезда. 2007. 25 декабря
  4. Академику Сандрикову Валерию Александровичу — 75 лет! Сайт РАН
  5. Сандриков В. А. Электромагнитная флоуметрия и манометрия в хирургии сосудов: (Экспериментально-клиническое исследование): Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата медицинских наук. Науч.-исслед. ин-т клинич. и эксперим. хирургии. Москва, 1972.
  6. Константинов Б. А. С ним бы я в разведку пошёл! // Больница. 2006. № 9. C. 8.
  7. Константинов Б. А., Соколов В. И. Тридцать лет вместе с Научным центром хирургии Российской академии медицинских наук. М., 1997. С. 148—149.
  8. Сандриков В. А. на сайте Сеченовского университета(недоступная ссылка)
  9. Сандриков В. А. на сайте РАСУДМ 2019 йыл 20 декабрь архивланған.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 10,7 10,8 К 75-летию Валерия Александровича Сандрикова // Неотложная медицинская помощь. Журнал им. Н. В. Склифосовского. 2016. № 4. С. 94.
  11. Постановление Правительства РФ от 18 февраля 2003 года № 112 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2002 года в области науки и техники»
  12. Распоряжение Правительства РФ от 27 февраля 2013 года № 254-р г. Москва «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2012 года в области науки и техники»