Санкт-Петербург Тау институты бинаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санкт-Петербург Тау институты бинаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Василеостровский районы[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Василеостровский район (улицы А-Л)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Вид в ночное время
Указания, как добраться набережная Лейтенанта Шмидта, 45 / 21-я линия Васильевского острова, 2-4, литеры А, Б
Вид с воздуха
Изображение входа
Карта
 Санкт-Петербург Тау институты бинаһы Викимилектә

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 781520359220016 (ЕГРОКН)
объект № 7810166001 (БД Викигида)

Санкт-Петербург Тау институты (рус. Здание Санкт-Петербургского горного института) — Санкт-Петербургта Тау институты урынлашҡан бина.

Классицизм стилендә 1806—1811 йылдарҙа архитектор А. Н. Воронихин проекты буйынса Тау кадет корпусын урынлаштырыу өсөн төҙөлгән тарихи бина.

Бина тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1773 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Тау училищеһына нигеҙ һалына, тәүҙә ул граф П. Б Шереметевтан һатып алынған, Нева ярындағы Васильевский утрауындағы ике бинала урынлаша. Һуңынан училище өсөн тағы ла ике йорт һатып алына.

1804 йылдың декабрендә училище Тау кадет корпусына әйләндерелә, уның өсөн А. Н. Воронихин проекты буйынса яңы биналар комплексы төҙөлә башлай. Төҙөлөш тамамланғандан һуң, 1811 йылда Нева ярында матур архитектура ансамбле барлыҡҡа килә, уның төп инеү урыны ун ике колонналы классик бортик менән биҙәлә, уның ике яғынан С. С. Пименовтың «Антейҙы быуыусы Геракл» һәм В. И. Демут-Малиновскийҙың «Прозерпинаны урлау» скульптуралары урын ала.

1834—1866 йылдарҙа бында тау инженерҙары корпусы институты урынлаша, 1866—1896 йылдарҙа — Рәсәй империяһының Тау институты юғары техник уҡыу йорто.

1917 йылға тиклем йәшәгән Тау институты, Октябрь революцияһынан һуң — Петрогард Тау институты, ә 1924 йылдан Ленинград Тау институты тип атала башлай.

Әлеге ваҡытта бинала «Горный» Милли минерал-сеймал университеты һәм Санкт-Петербург Тау университеты, шулай уҡ Тау музейы — донъяла ҙурлығы буйынса өсөнсө тәбиғи-фәнни экспозиция урынлашҡан[2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студенттарға һәм уҡытыусыларға һәйкәл

Әлеге ваҡытта был 12 колонналы дорик портиклы биш бинанан һәм төп корпустан торған комплекс Неваға ҡарап тора. Төп инеү ишеге өҫтөндә фризлы өсмөйөш фронтон тора: революцияға тиклем уны ике башлы сәмреҡош, совет осорондағы — ураҡ менән сүкеш, әлеге ваҡытта — ҡабаттан ике башлы сәмреғош биҙәй.

Ике скульптура төркөмөнә өҫтәмә булараҡ, бина стенаһын Демут-Малиновскийҙың барельефтары биҙәй. Институт комплексының эске территорияһындағы корпустар — кластар, лабораториялар, офицерҙар корпусы һәм ашхана — архитектор А. И. Постников тарафынан проектланған; шулай пейзаж планировкаһы булған инглиз баҡсаһы бар, уға инеү урынын сфинкс скульптуралары биҙәй[4].

Бина эсендә бигерәк тә Колонна, Малахит залдары һәм Кариатида залы айырылып тора, уларҙы шулай уҡ А. И. Постников биҙәгән. Колонна залын биҙәүҙә рәссам Джованни Батиста Скотти ҡатнаша[5].

Эске ихатала Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәм Ленинград блокадаһында һәләк булған студенттарға һәм уҡытыусыларға һәйкәл ҡуйылған.

Әлеге ваҡытта Тау институты бинаһы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрына ингән (федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлеге)[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]