Санта паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санта Парк
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты1998 
Урынлашыуы
66°32′37″ с. ш. 25°50′40″ в. д.HGЯO
Ил
 Санта паркы Викимилектә

Санта паркы — Рованиеми ҡалаһындағы күңел асыу паркы, (Финляндия).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санта паркы 1998 йылдың 28 ноябрендә Раштыуа байрамы алдынан асыла. Ул Сиентенваара ҡаяһының эсендәге мәмерйәлә урынлашҡан. Боҙ галереяһында Санта Клаус кабинеты һәм раштыуа тематикалы магазиндар бар[1]. Парк июндән авгусҡа, ноябрҙән ғинуарға тиклем эшләй.

Паркты инглиз компанияһы Santaworld Ltd төҙөй. Идеяһы булып ҙур күңел асыу паркы булдырыу тора. Паркты төҙөү өсөн сығымдар яҡынса 6,7 миллион евро тәшкил итә. Проектты финанслауҙа Finnair, MTV, Sampo, Балаларҙы яҡлау фонды ҡатнаша[2]. Һуңынан парк концепцияһы яңынан эшкәртелә һәм Санта паркы Санта Клаустың йорт мәмерйәһенә әйләнә, ул раштыуа һәм ҡышҡы тәбиғәт темаһына акцент яһай. Төп хужаһы булып ауыл муниципалитеты тора, ул һуңыраҡ Рованиеми ҡалаһы составына индерелә[3].

2009 йылдың 24 мартында Santa Park Oy акциялары Santa’s Holding компанияһына һатыла. Күңел асыу паркының килемен 2 миллион евроға тиклем арттырыу планлаштырыла[4].

Санта-Парк Рованиеми ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 9 км, Рованиеми аэропортынан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Деревня Санта Клауса

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]