Эстәлеккә күсергә

Сантур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сантур
изображение
Классификация

Хордофон

Туғандаш инструменттар

Цимбалы

Сантур (фарс. سنتور‎, әзерб. Səntur, әрм. Սանթուր, груз. სანთური, төр. Santur) – ҡыллы һуҡма музыка ҡоралы, цимбал төрө. Әзербайжан, Әрмәнстан, Гөрҗөстан, Һиндостан, Иран, Ираҡ, Төркиә Һәм Көнсығыштың башҡа илдәрендә таралған.

Сантурҙың үҙенсәлеге шунда: унда ике еңел сүкеш — мизрәбтәр менән уйнайҙар. Шуға күрә ул ҡыллы һәм һуҡма инструмент тип һанала.

Этимологияһы һәм килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сантур» атамаһы, тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, юнан телендәге «псантерина»нан, йәки юнан телендәге «żαλτήριον» (псалтерион, сиртмә инструмент" (бор. грек. ψάλλω ҡылдарҙы сиртеп алыу)) һүҙенән килеп сыҡҡан. Легенда буйынса, сантурҙың барлыҡҡа килеүе бер нисә музыка ҡоралын уйлап сығарған йәһүд пәйғәмбәре һәм батша Дауыт исеме менән лә бәйле.

Ширваншаһтар һарайы күргәҙмәһенә ҡуйылған XV быуат сантуры. Баҡы, Әзербайжан

Сантур – ул трапеция рәүешле ағас тартма, уның өлөштәре һайлап алынған сәтләүек ағасынан, ә ҡолаҡтары һәм ҡыл тотҡаһы тимерҙән эшләнә. Раманан, өҫкө һәм аҫҡы ағас ҡапҡастарҙан тора. Ҡылдары тимерҙән яһала. Һәр терәк аша бер көйләүҙе 4 ҡылдары үтә. Ҡорамалдың аҫҡы декаһы 7 мм ҡалынлыҡтағы тотош, ә өҫкө декаһы 5 мм ҡалынлыҡтағы таҡтанан ғибәрәт.

  • 12 терәкле сантурдың оҙонлоғо 892 мм
  • Киңлеге 315 мм
  • Бейеклеге 69 мм
  • Ҡылдар һаны 96.

Инструменттың көйләү тибына бәйле, башҡарыу мөхитендә "сантур соль", "сантур ля" һәм "сантур си" кеүек атамалар ҡулланыла.

Сантурала уйнау Баҡы сәнғәт гимназияһында һәм Баҡы музыка академияһында өйрәтелә[1].

  1. CƏNG, TƏNBUR, RUD, RÜBAB, SANTUR, QOPUZ… – ARAŞDIRMA (на азербайджанском). Дата обращения: 23 сентябрь 2012. Архивировано 25 март 2022 года.