Санфирова Ольга Александровна
Санфирова Ольга Александровна | |
рус. Ольга Александровна Санфирова[1] | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 май 1917 |
Тыуған урыны | Һамар, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 1944 (27 йәш) |
Вафат булған урыны | Гродно[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Гродно[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | лётчик, офицер |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Санфирова Ольга Александровна Викимилектә |
Санфирова Ольга Александровна (2 май 1917 йыл — 13 декабрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған осоусы 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы эскадрилья командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ольга Александровна Санфирова 1917 йылдың 2 майында (19 апрелендә) Һамар ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
9-сы класты, Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһында аэроклубты тамамлай. Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта йәшәй һәм эшләй.
Ҡыҙыл армияла 1941 йылдың декабренән. Батайск хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың майынан хәрәкәттәге армияла. 1942 йылдан ВКП (б) ағзаһы.
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья командиры (325-се төнгө бомбардировка авиадивизия, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) гвардия капитаны О.А.Санфирова дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итеү өсөн 630 хәрби осош яһай.
Ҡыйыу осоусы 1944 йылдың 13 декабрендә хәрби заданиенан ҡайтып килгәндә батырҙарса һәләк була. Машинаны Польшала, Населск районында яндыралар. Ольга Санфирова һәм штурман Руфина Гашева парашют менән һикереп, нейтраль зонаға эләгә. Ольга Санфирова пехотаға ҡаршы минала шартлай, ә Руфинаны беҙҙең һалдаттар алып сыға. Белоруссияның Гродно ҡалаһында туғандар ҡәберендә ерләнә.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн» гвардия капитаны Санфирова Ольга Александровнаға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы»]] исеме бирелә[3]
- Ленин ордены,
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены[4],
- Александр Невский ордены[5],
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[6].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уның исеме менән Һамар һәм Белоруссия ҡалаһының Гродно ҡалаһында урамдар аталған.
- Батыр ҡыҙға Революция һәм Аэродром урамдары киҫелешендә, Һамар йәштәр йорто янындағы скверҙа һәйкәл ҡуйыла[7][8]. Архитекторы — Ю. И. Мусатов, скульпторы — А С. Головнин.
- Коломна ҡалаһында О.А. Санфированың бюсы, ә аэроклуб бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Санфирова Ольга Александровна // Герои страны (урыҫ) — 2000.
- ↑ Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях: Санфирова Ольга Александровна, 13.12.1944, убита, . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 6 октябрь 2017.
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Санфирова Ольга Александровна, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда») . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 6 октябрь 2017.
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Санфирова Ольга Александровна, Орден Красного Знамени . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 6 октябрь 2017.
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Санфирова Ольга Александровна, Орден Александра Невского . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 6 октябрь 2017.
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Санфирова Ольга Александровна, Медаль «За оборону Кавказа» . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 6 октябрь 2017.
- ↑ Памятник лётчице Ольге Санфировой 2012 йыл 2 октябрь архивланған..
- ↑ Фотографии памятника лётчице (по ссылке неверная информация об архитекторе).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Санфирова Ольга Александровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 415. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Селищев И. Подруги // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Ракобольская И. В., Кравцова Н. Ф. — «Нас называли ночными ведьмами». М.: Изд-во МГУ, 2005. — 336 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 майҙа тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Һамарҙа тыуғандар
- 13 декабрҙә вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Гроднола вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Совет гвардияһы
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Осоусылар