Саньярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Саньярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 9 сентябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны, Үзбәк
Вафат булыу көнө 12 февраль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Саньярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы (9 сентябрь 1929, Үзбәк ауылы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР — 12 февраль 2010 йыл, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы) — Өфө ҡалаһының 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай.

1956 йылдан — Өфө ҡалаһының 3-сө төҙөлөш тресында төрлө эштә йөрөгән эшсе, түбә ябыусы, һуңынан ташсы була, ул был треста өс тиҫтә йыл тиерлек эшләй. Сәнәғәт һәм социаль объекттар, торлаҡ төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнаша.

1975 йылдың 6 авгусында Өфө ҡалаһы төҙөлөшөндәге хеҙмәттәре өсөн уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.

Сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]