Сардиния
| Ил |
Италия |
|---|---|
| Урынлашҡан урыны |
Италия утрауы |
| Берләштерә |
|
| Идари үҙәге | |
|
Алессандра Тодде | |
| Халҡы (31-12-2018) |
1 639 590[1] (11 урын) |
| Тығыҙлығы |
68,03 кеше/км² |
| Аланы | |
| Ваҡыт бүлкәте | |
Сарди́ния (итал. Sardegna [sarˈdeɲɲa]) — Урта диңгеҙҙәге утрау, Апеннин ярымутрауынан көнбайышта Сицилия Һәм Корсика араһында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса Урта диңгеҙҙең икенсе утрауы булып тора[3]. Италия составына сардиния теленең таралыуы арҡаһында (итальян теленән тыш) махсус статусҡа эйә булған һәм рәсми рәүештә автономиялы өлкә тип аталған өлкә булараҡ инә (итал. Regione Autonoma della Sardegna).
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо грек Sardoһәм латин телдәрендәге Sardinia һүҙе утрауҙың һинд-европа телдәренә ҡарамаған, иберҙарға туғандаш халҡының сард этнонимы менән бәйле[4].
Физик-географик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сардиния Корсиканан 11 км киңлектәге Бонифачо боғаҙы менән айырылып тора[5], көнбайыш ярҙары башлыса һөҙәк, көнсығыш ярҙары текә. Рельефы — таулы (максималь бейеклеге — 1834 м, Ла-Мармора тауы, утрауҙың үҙәк өлөшөнд — Дженнардженту массивыә), көньяҡ-көнбайышта — Иглезиенте массивы[итал.], Дженнардженттан Кампидано тигеҙлеге менән айырыла. Дөйөм майҙаны — 24 100,02 км².
Сардинияла 1500 — 3000 м ҡалынлыҡҡа еткән кембрий-иртә ордовик осорона ҡараған ултырмалар бар[6].
Климаты ҡоро субтропик (урта диңгеҙ), ғинуарҙа уртаса температура 7 −10 °C, июлдә 24 — 26 °C. яуым-төшөмдөң төп өлөшө ҡышҡа тура килә.
Утрауҙың төп йылғалары:
Темо йылғаһы утрауҙа берҙән — бер суднолар йөрөй торған йылға булып тора (суднолар йөрөү өсөн яраҡлы өлөшөнөң оҙонлоғо яҡынса 6 км)[7].
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сардиния өлкәһе 4 провинцияға һәм 1 метрополитен ҡалаһына бүленә (2016 йылдан[9]):
| № | Провинциялар һәм метрополитен ҡалаһы |
Коммуналар һаны |
Майҙаны, км² |
Халҡы, кеше (2017) |
|---|---|---|---|---|
| 1 | Кальяри | 17 | 1248 | 431 819 |
| 2 | Нуоро | 74 | 5786 | 211 605 |
| 3 | Ористано | 87 | 3034 | 159 667 |
| 4 | Сассари | 92 | 7692 | 493 331 |
| 5 | Көньяҡ Сардиния | 107 | 6339 | 355 371 |
2016 йылда Сардиния провинциялары:
| № | Провинция | Коммуналар һаны |
Майҙаны, км² |
Халҡы, кеше (2011) |
Тығыҙлығы, кеше/км² |
|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Кальяри | 71 | 4596 | 564 314 | 122,78 |
| 2 | Карбония-Иглезиас | 23 | 1495 | 129 297 | 86,47 |
| 3 | Медио-Кампидано | 28 | 1516 | 101 716 | 67,09 |
| 4 | Нуоро | 53 | 3934 | 159 659 | 40,58 |
| 5 | Ольястра | 23 | 1854 | 57 928 | 31,24 |
| 6 | Ольбия-Темпьо | 26 | 3397 | 159 393 | 46,92 |
| 7 | Ористано | 88 | 3040 | 165 069 | 54,30 |
| 8 | Сассари | 66 | 4281 | 336 605 | 78,63 |
| Бөтәһе | 377 | 24 090 | 1 673 981 | 69,48 | |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сардинияның тулайым эске продукты Италияның тулайым эске продуктының 2,2 процентын тәшкил итә.
Eurallumina ҙур балсыҡ заводы Сардинияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Портовесмала (Portovesme) урынлашҡан. Сардинияла Пекорино сортлы һарыҡ сыры етештерелә.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сардинияла тимер юлдар бар. Ике ҡалала — Сассариҙа һәм Кальяриҙа — трамвай йөрөй (уны еңел метро тип тә атайҙар).
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Итальян теленән тыш, Сардинияла срдин телендә һөйләшәләр[10].
Сардинияның иң боронғо байрамдарының береһе — утрауҙың төп ҡалаһы Кальяриҙың ҡурсалаусыһы Изге Эфизия (Santefisio) байрамы. 350 йылдан ашыу 1 майҙан 4 майға тиклем ҡаланың төп урамдары йәнләнә һәм утрауҙың бөтә өлкәләренән милли кейдәр кейгән халыҡ килә[11][12].
Сардинияла касу марцу сыры етештерелә, уны Италия властары тәүҙә санитар-гигиена сәбәптәре арҡаһында рәсми рәүештә һатыуҙы тыйған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Popolazione residente al 31 dicembre 2018. Дата обращения: 25 август 2019. Архивировано 24 июль 2019 года.
- ↑ Sardegna Statistiche. Дата обращения: 25 август 2019. Архивировано 8 сентябрь 2019 года.
- ↑ Обнорский Н. П. Сардиния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Поспелов, 2002, с. 369
- ↑ European Space Agency Observing the Earth. web page. European Space Agency. Дата обращения: 2026-15-04. Архивировано 17 апрель 2013 года.
- ↑ Padel Maxime, Sébastien Clausen, José-Javier Alvaro, Josep Maria Casas (2018). «Review of the Ediacaran-Lower Ordovician (pre-Sardic) stratigraphic framework of the Eastern Pyrenees, southwestern Europe». Geologica Acta 16 (4). DOI:10.1344/GeologicaActa2018.16.4.1.
- ↑ Esedrasardegna di Roberto Muroni. Gite e escursioni in barca sul fiume Temo a Bosa (итал.). Esedra Sardegna, gite e vendita artigianato sardo. Дата обращения: 15 апрель 2026. Архивировано 20 сентябрь 2021 года.
- ↑ TERRITORIO: MORFOLOGIA // Sardégna (итал.). sapere.it. De Agostini. Дата обращения: 15 апрель 2026. Архивировано 8 октябрь 2021 года.
- ↑ Legge regionale 4 febbraio 2016, n. 2 - Riordino del sistema delle autonomie locali della Sardegna. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ Сардиния. Сокровища Средиземного моря, 2009, с. 3
- ↑ Красновская Н. А. Традиционный костюм // Происхождение и этническая история сардинцев. — М.: Наука, 1986.
- ↑ Сардиния. Сокровища Средиземного моря, 2009, с. 5
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Сардиния // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Сардиния. Сокровища Средиземного моря // Золотой Глобус. — Де Агостини, 2009. — № 51. — ISSN 1997-3268.
- Casula Francesco Cesare. La Storia di Sardegna. — Carlo Delfino Editore, 1994. — ISBN 978-88-7138-084-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Сардиния Викимилектә | |
| Сардиния Викигид |