Сауҙагәрҙәр биржаһы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Сауҙагәрҙәр биржаһы (Таганрог)
Сауҙагәрҙәр биржаһы
Ҡала style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Таганрог
Нигеҙләнгән style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|1801 йыл
Статус style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"| Рәсәй
Бөгөнгө хәле style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"| һаҡланмаған

Сауҙагәрҙәр биржаһы — ХIХ быуатта Таганрог ҡултығында сауҙа операциялары үткәреү өсөн ойошторолған биржа[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сауҙагәрҙәр биржаһы Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында 1801 йылда барлыҡҡа килгән. Уның территорияһы хәҙерге «Кристалл» заводы торған урында булған һәм диңгеҙ яры буйынан Депальде баҫҡысына тиклем һуҙылған. 1804 йылда биржа территорияһында сит илдәрҙән килтерелгән ҡулланыу тауарҙары өсөн амбар төҙөлгән. Ҡала властары амбар төҙөүҙе үҙҙәре яйлаған. Ҡала башлығы Б. Б. Кампенгаузен бойороғо буйынса 18041806 йылдарҙа сауҙагәрҙәр биржаһы территорияһында ағас магазиндар төҙөү тыйыла. Ҡоролмаларҙы төҙөү өсөн бары тик таш ҡулланырға һәм амбар башын черепица менән ҡапларға ғына рөхсәт ителгән.

1805 йылда Таганрог таможня округы ойошторола. Уға Ростов, Мариуполь заставаһы, Керчь һәм Бердянск таможняһы инә..

1807 йылда сауҙагәрҙәр биржаһы территорияһында ҡала таш үлсәүе «Важни» эшләй башлаған. 1816 йылғы мәғлүмәт буйынса, тауар һаҡлау өсөн таш амбарҙар төҙөү тамамлана. 1850-сы йылдарҙа сауҙагәрҙәр биржаһына төшөү юлына таш түшәлә. ХIХ быуат аҙағында тимер юл тармағы биржа аша портҡа үтә.

Таганрог территорияһында күп сит илдәрҙең консуллыҡтары эшләй. Был төбәктең үҙенсәлектәре менән бәйле була. Экспорт контораһы эшләй, улар сит илдәргә иген ебәрә. Сит ил консулдары Германия, Швеция, Франция, Бөйөк Британия, Испания, Төркиә, Италия, Греция, Дания, АҠШ, Парагвай, Бельгия илдәренән була. Таганрогтан бойҙай Лондонға англичандар, француздар, итальяндар, гректар тарафынан, Сицилияның макарон фабрикаларына ебәрелә.

Үҙ тауарҙарын Таганрогҡа Синоп, Кесе Азия, Трапезунд һәм Керасунт караптары алып килгән. Күбеһенсә, сәтләүек, цитрус, шарап, ағас һәм тәмләткестәр килтерелгән. Бында сит ил сауҙагәрҙәре юғары сортлы он һәм балыҡ ыуылдырығы һатып алған. Уларҙың ҡайһы берҙәре Таганрог ҡалаһында ҡалырға ҡарар иткәндәр һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеген үҙгәртеп икмәкхана асыу менән шөғөлләнә. Яйлап сауҙагәрҙәр биржаһы үҙенең актуаллеген юғалта. Келәттәр емереләбашлай. Улар урынында ағас эшкәртеү фабрикалары һәм башҡа кәсепханалар барлыҡҡа килгән. И. Н. Ножников, И. М. Пархоменко һәм К. М. Добровольскаяларҙың ҙур складтары ғына үҙ эшен дауам иткән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]