Сәфәров Марс Ғиләж улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сафаров Марс Гилязович битенән йүнәлтелде)
Сәфәров Марс Ғиләж улы
Тыуған көнө

18 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылы

Вафат урыны
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

органик химия

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Ғилми үҙәге; Органик химия институтының ғилми секретары, ФЦС (Фармакофор цикл системалары лабораторияһы) лаборатория мөдире

Альма-матер

Өфө нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

химия фәндәре докторы

Ғилми исеме

ғалим-химик-органик, химия фәндәре докторы (1979), профессор (1982).

Награда һәм премиялары

«Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).

Сәфәров Марс Ғиләж улы (18 апрель 1937 йыл) — ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марс Ғиләж улы Сәфәров 1937 йылдың 18 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылында тыуған.

1960 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Һайлаған һөнәре: «Нефть һәм газ технологияһы».

Хеҙмәт юлын Өфө нефть институтында уҡытыусы булып башлай һәм унда 1980 йылға тиклем эшләй. Башта ассистент (1960—1962), унан академик И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында (МИНХ и ГП им. И. М. Губкина) аспирант (1962—1965) була.

Хеҙмәт юлында өлкән преподаватель, доцент, профессор (1965—1980) баҫҡыстарын үтә.

Диссертацияларының темалары: «Изучение реакции Принса и химии диоксановых соединений» (кандидатлыҡ, 1965), «Исследования в области синтеза и превращений 1,3-диоксанов» (1979, докторлыҡ диссертацияһы). Профессор дәрәжәһен 1982 йылда ала.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетына күсә. 2006 йылға тиклем органик химия кафедраһы мөдире була.

  • Дөйөм хеҙмәт стажы: 56 йыл.
  • Кафедрала эшләү стажы: 31 йыл

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре кислородлы гетероциклик берләшмәләр (диоксандар, диоксиндар, пирандар, фурандар) химияһын, Принс реакцияһын, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларын, шул иҫәптән, суперэкотоксиканттарҙың йоғонтоһон, тикшереүгә арналған.

Уның тарафынан синтетик каучуктар, хуш еҫле матдәләр, биологик актив матдәләр (фуранол), шыйыҡ кристаллы берләшмәләр етештерер өсөн һыҙыҡлы һәм цикллы мономерҙарҙы, шулай уҡ, диен углеводородтарҙы эффектив синтезлау ысулдары эшләнгән.

20 кандидатлыҡ 5 докторлыҡ диссертацияһының ғилми етәксеһе. 300-ҙән ашыу публикация, шул иҫәптән 100 патент һәм СССР-ҙың авторлыҡ танытмалары авторы.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Механизмы реакций ацеталей. М., 1987 (авторҙ.);
  • Люди и диоксины. М., 2000;
  • Рассказы об экологии жилища. Уфа, 2007;
  • Основы оргаиической химии: уч. пособие. М., 2012 (авторҙ.).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Диоксин» республика программаһының ғилми етәксеһе (1993—1995).
  • Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе идаралығы рәйесе (1990—96).
  • Технология факультетында һәм кафедрала студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).
  • «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының почетлы билдәһе
  • «Сорос профессоры».
  • Рәсәй Федерацияһы Инженер академияһының мөхбир (действительный член) ағзаһы.

Сәфәров Марс Ғиләж улының биографияһы «Современники России» тип аталған федераль энциклопедияға индерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]