Эстәлеккә күсергә

Сафет Зец

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафет Зец
босн. Safet Zec
Тыуған:

5 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (82 йәш)

Тыуған урыны:

Рогатица[d], Серб Республикаһы, Босния һәм Герцеговина

Ил:

 Босния һәм Герцеговина

Сафет Зец (1943 йылдың 5 декабрендә тыуған) — Босния рәссамы һәм график дизайнер.[2][3]

Сафет Зец Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһының Рогатица ҡалаһында бошняк ғаиләһендә тыуған.[4] Ул 1964 йылда Сараеволағы Ғәмәли сәнғәт мәктәбен тамамлай. 1969 йылда Зец Белградтағы Һынлы сәнғәт университетын тамамлай, ә һуңынан 1972 йылда шул уҡ университетта аспирантураны тамамлай.[4]

Етмешенсе йылдарҙа Сафет Зец поэтик реализмдың төп күргәҙмә ҡатнашыусыларының береһе булып китә. 1989 йылға тиклем ул ғаиләһе менән Белградта йәшәй һәм эшләй, һуңынан Сараевоға ҡайта.[4] 1992 йылда Босния һуғышы арҡаһында ул Сараевонан китә һәм Италияның Удине ҡалаһына ҡаса.[5] Ул туҡһанынсы йылдар башында Югославияла иң танылған рәссамдарҙың береһе була.

Сафет Зец Босния һәм Герцеговинала һәм донъяның ҙур ҡалаларында 70-тән ашыу шәхси күргәҙмәһен әҙерләгән. Ул шулай уҡ Босния һәм Герцеговинаның Визуаль сәнғәт рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы. Ул 20-нән ашыу наградаға лайыҡ булған һәм үҙенең эштәре менән танылыу яулаған.[6] 2007 йылда ул Францияның Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены менән бүләкләнә. Уның эштәре Европаның һәм донъяның эре галереяларында, шулай уҡ шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Бөгөн ул Венецияла, Сараевола, Парижда һәм Почителдә йәшәй һәм эшләй.[6]

  • Апайымдың бүлмәһе (ингл. My sister's room)
  • Бакаревичтың йорто (ингл. Bakarević's lodge)
  • Ҙур бүлмә (ингл. A large room)
  • Йорттар һәм япраҡтар (ингл. Houses and foliage)
  • Тәҙрәләр (ингл. Windows)
  • Бистриктағы хәҙер булмаған ҙур йорт (ингл. The big house in Bistrik that no longer exists)
  • Сребреница картиналар серияһы (ингл. Series of paintings Srebrenica)
  • Хәйриә икмәге (итал. Il pane della carità)
  1. Safet Zec // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. Grove Encyclopedia of Islamic Art & Architecture: Three-Volume Set. — Oxford University Press. — P. 302. ISBN 9780195309911.
  3. The Challenge of Transcultural Diversities: Transversal Study on the Theme of Cultural Policy and Cultural Diversity : Final Report, Volume 772. — Council of Europe. — P. 138. ISBN 9789287159687.
  4. 1 2 3 Safet Zec. U.S. Department of State.
  5. Lindsay, Shelton Haunted by War: The Art of Safet Zec. The Culture Trip (12 декабрь 2016). Дата обращения: 24 май 2021.
  6. 1 2 Safet Zec Bio. safetzec.com.