Эстәлеккә күсергә

Сафин Станислав Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафин Станислав Ғәзиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 июнь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Еҙем-Ҡаран, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Архангельск дәүләт техник университеты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Урал дәүләт иҡтисад университеты[d]

Сафин Станислав Ғәзиз улы (17 июнь 1950 йыл) — физик. Техник фәндәре докторы (2008), профессор (2008). РАЕН ағза-корреспонденты, фәнни-техник өлкәһе эксперттарының федераль реестры эксперты, Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы, Рус география йәмғиәтенең Архангельск бүлеге президиумы ағзаһы[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сафин Станислав Ғәзиз улы 1950 йылдың 17 июнендә Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында донъяға килгән.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1975 йылдан «Азнакаевскнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында инженер булып эшләй. 1977 йылдан — «Нижневартовскнефтегаз» йәмғиәтендә өлкән инженер, лаборатория мөдире, 1982 йылдан — Когалым ҡалаһында «Повхнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында лаборатория мөдире.

1986 йылдан «Ноябрьскнефтегаз» йәмғиәтендә эшләй. 1988 йылда Свердловск халыҡ хужалығы институтын тамамлай.

1998 йылдан «Заполярнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында баш геолог, ә 1999 йылдан «НоябрьскНИПИнефтегаз» директорының урынбаҫары.

2000 йылдан — «Архангельскгеолдобыча» йәмғиәте генераль директорының урынбаҫары, 2001 йылдан Архангельск өлкәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2002 йылдан «Поморнефтегаз» йәмғиәте генераль директоры вазифаһын үтәй.

2004 йылда Архангельск дәүләт техник университетында уҡыта.

2008 йылда Энергоресурстар транспорты проблемалары институтында «Геотехнологические основы повышения эффективности добычи нефти из недонасыщенных нефтью высокотемпературных полимиктовых пластов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

2010 йылдант Төньяҡ (Арктика) федераль университетында нефть һәм газ институтының транспорт, нефть, газ һәм нефть-газ промыслылары ҡоролмалары кафедраһы профессоры вазифаһында эшләй.

Публикациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сафин С.Г. Капитальный ремонт скважин / учебное пособие. Архангельск, Северный (Арктический) федеральный ун-т 2010. 112 c ISBN 978-5-261-00503-2
  • Сафин С.Г. Основы нефтегазопромыслового дела / учебное пособие. Архангельск, Северный (Арктический) федеральный ун-т, 2011 239 c ISBN 978-5-261-00579-7
  • Сафин С.Г. Методы повышения продуктивности скважин. Нефтегазовое дело / учебное пособие. Архангельск, Северный (Арктический) федеральный ун-т, 2009 171 с. ISBN 978-5-261-00407-3
  • Сафин С.Г. История нефтегазовой отрасли России : учебное пособие. Архангельск : ИД САФУ, 2014. - 129 с. ISBN 978-5-261-00968-9
  • Сафин С.Г. Разработка композиций для удаления асфальтосмолопарафиновых отложений в нефтепромысловом оборудовании // Нефтяное хозяйство. 2004. № 7. С. 106-109.
  • Сафин С.Г. Моделирование изменения фазовых проницаемостей пластовых флюидов в коллекторах с неоднородным и пониженным нефтенасыщением // Нефтяное хозяйство. 2008. № 11. С. 106-107.

Редактор эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сырьевая база России в XXI веке = Russia resource base in XXI century : Материалы конф., посвящ. 70-летию геол. службы на Европ. Севере России / [Под науч. ред. С.Г. Сафина]. - М. : ВНИИОЭНГ, 2002 (ПИК ВИНИТИ). - 521 с. ISBN 5-88595-098-9


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]