Сафин Фаил Ғабдулла улы
Сафин Фаил Ғабдулла улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 20 ғинуар 1959 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Бик-Ҡарамалы, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | социолог |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сафин Фаил Ғабдулла улы (20 ғинуар 1959 йыл) — ғалим-социолог. 1994 йылдан Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, 1996 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фаил Ғабдулла улы Сафин 1959 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылда — монтёр, әсәһе һауынсы була.
Дәүләкән ҡалаһының беренсе урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эшләй.
- 1977—1979 йылдарҙа Армияла хеҙмәт итә.
- 1979 йылдан 1985 йылға тиклем Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы урта мәктәбендә уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып эшләй.
- 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
- 1994 йылда — Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институтының аспирантураһын тамамлай.
- 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире (ИЭИ УНЦ РАН)
Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында Р. Г. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнополитология бүлеген етәкләй.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Волга-Урал регионы халыҡтарының этнотел һәм этносәйәси процестарҙы, этнодәүләт һәм этнос-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүгә арналған 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттәр яҙған. Донъяның төрлө ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара ғилми конференциялар, семинарҙар һәм симппозиумдарҙа ҡатнашыусы, [1], атап әйткәндә: Чикаго (1994), Майами (1996), Мангейм (ФРГ), Хельсинки (1999), Брюссель (2007).
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Этно—языковые процессы в Башкортостане в XX столетии. М., 2000 г.
- Язык в технологии кадровой политики. История и современность: опыт Башкортостана, М., 2002 г.
- Вызов этничности в тенденции проявления идентичности, СПб, 2010 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Джон һәм Катрин Мак Артур гранты лауреаты (1996)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://patriotrusrb.ru/node/428 Пресс- служба БРО ПП «Патриоты России»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафин Фаил Ғабдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2022)