Сахаларҙың милли кейеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сахаларҙың милли кейеме «бууктаах сон»

Сахаларҙың милли кейемендә  — төрлө халыҡтарға хас һыҙаттар берләшә. Кейем тулыһынса поляр шарттарға яраҡлаштырылған. Был үҙенсәлек уның тегелешендә лә, биҙәлешендә асыҡ күренеп тора.

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ХΙΙΙ быуаттан саха кейеме үҙендә төрлө сығышлы һыҙаттарҙы йыя, үҙенсәлектәрҙе туплай башлай[1]. Был бигерәк тә өҫ кейемендә асыҡ күренә.

Уны тегеү, ҡороу өсөн буҫтау, жаккард ебәген, болан һәм мышы тиреһенән эшләнгән замшаны (ровдуга), тире, төрлө хайуан йөндәрен файҙаланалар.

Кейем биҙәктәр тегеп һырлана, мәрйен, металл биҙәүестәр, алҡалар менән семәрләнә[2].

Йәмғиәттәге һәм мәҙәни тормоштағы әүерелештәр, тарихи үҙгәрештәр һәм башҡа төрлө йоғонто арҡаһында үҙгәрештәр кисергәндә лә, саха кейеме үҙенә хас милли һыҙаттарын һаҡлай алған.[3].

Материалы һәм тегелеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирҙәрҙең кафтаны

ХVII—ХVIII быуаттарҙа, христиан диненә күскәнгә тиклем саха кейеме башлыса тәбиғи материалдар: күн, замша, йорт хайуандарының йөнө ҡулланылған. Төрки халыҡтарға хас булғанса, сахаларҙа хужалыҡтың төп тармағы булып өйөрө менән йылҡы көтөү һәм мөгөҙлө эре мал көтөү тора. Шуға ла был тәбиғи материалдарға ҡытлыҡ булмай.[4]

Ҡышҡы кейемде ҡалынайтыу һәм биҙәү өсөн йәнлек тиреләрен ҡатлап теккәндәр. Кейем ҡаптырмаһына, еңдәренә, аҫҡы яҡтан ике буй итеп мех тегеп сығылған.[3]

Ҡырҙан килтерелгән ебәк, йөн туҡымалар ҡиммәт булған. Уны ҡулдан алмашыу юлы менән алғандар һәм биҙәү өсөн ҡорама итеп кенә файҙаланғандар.

Ҡытай кизе-мамыҡ туҡымаһы "дабы"нан эске кейем теккәндәр. Тик был байҙарҙың ғына хәленән килгән. Ярлылар эске кейемде, йәйге кейемде (күлдәк, халатҡа оҡшаш кейем) йоҡа замшанан теккән[5].

Күп кенә халыҡтарҙа кейем теккәндә тура һыҙыҡ буйлап бесеү ҡулланыла. Ул бер яҡтан, материалдың формаһына, ҙурлығына бәйләнһә, икенсе яҡтан, уны тулыраҡ, файҙалыраҡ тотонорға ярҙам итә.[6]

Саха милли кейемендә лә был киң сағылыш таба. Көндәлек өсөн тәғәйенләнгән бөтә кейемдәрҙә лә кәүҙә өлөшө һәм еңе тура беселә.

Ҡатын-ҡыҙ кейеменең итәге, ҡаптырмаһы мотлаҡ тире киҫәктәре, мех менән ҡорап биҙәлә, мәрйен менән семәрләнә.[7]

Ҡатын-ҡыҙ кейеме «кытыылаах сон»

Ҡупшыға кейелә торған кейемдәре, ғәҙәттә ҡатмарлыраҡ беселә. Аҫҡа ҡарай итәге киңәйтеп, кәйелеп беселә.

Еңе яурындарында йыйылып тегелә. Ундай ең төрөн «бууктаах» тип атайҙар. «Буф» тигән төрө лә бар. Уны бөрмәләп, йыйырсыҡлап, ваҡ сәнсеп, биҙәк һалып тегәләр.

Урыҫ кейеменән алынған ысул ятмалы яға менән тегеү ҙә ҡулланыла[8]. Байкал яны халыҡтарына хас асимметрик ҡаптырмалы еңеләйтелгән кафтанды хәлле сахалар кейгән. Ҡаптырмалары бай итеп, металл, мәрйен, ҡиммәтле мех таҫмалар менән семәрләнгән пальто теккәндәр.

Халыҡтарҙың милли кейемдәрендә осраған үҙ-ара оҡшашлыҡ бик тә ҡыҙыҡлы хәл. Халатҡа оҡшаған кейемдең кәүҙә өлөшен еңе менән бер бөтөн итеп бесеү ана шундайҙарҙан.

Был кейемде ҡатындар йәйгеһен кейгән. Уларҙың тегелеше алдағыларҙан ныҡ айырыла. Тик көнсығыш азиат халыҡтарынан отоп алынған бындай бесеү, материалдың сығымы күплектән, киң ҡулланыш таба алмаған[5].

Бесеү «оноолоох, бууктаах»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын-ҡыҙ кейеме «таҥалай сон»

Сахаларҙа кейем бесеүҙең иң киң төрө булып таралған төрө булып «оноолоох, бууктаах» тора.

Был ысул урыҫтарҙан алынған, аҙаҡ урындағы халыҡтың мәҙәни йолаларына ярашлы үҙгәртеп ҡулланылған[8].

Ундай әйберҙәрҙең арҡа яғынан уртаһындағы һәм ҡырындағы йәйҙәр буйлап бөрмәләре бар («оноо»). Шулай уҡ, еңенең яурын өлөшөндә йыйырсалар эшләнә («буук»).

Шундай итеп тегелгән пальтоны ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән.

Төп айырма биҙәлештә. Ирҙәрҙең пальтоһын тиренән йәки кизе-мамыҡ туҡыманан (даба) теккәндәр. Туҡыманан тегелгән пальтоға бәрхәттән яға һәм манжеттар ҡуйылған.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ундай юл менән беселгән пальтоһы, ниндәй миҙгел өсөн тәғәйенләнһә лә, мехтан йәки замшанан тегелгән. Замшанан тегелгән пальтоны буҫтауҙан йәки ебәктән ҡорамалар өҫтәп биҙәгәндәр .

Әгәр тиренең ҙурлығы ҡышҡы (мәҫәлән, ҡышҡы пальто «саҕынньах») пальто өсөн етерлек булмаһа, замша, мех, туҡыма ҡушып оҙонайтҡандар.

Өҫ кейеме бесеүҙең тағын бер ысулы «кытыылаах» тип атала. Был ысул һуңыраҡ, сәнәғәт юлы менән етештерелгән туҡымалар була башлағас килеп сыға.

Ул «оноолоох» тан айырмалы, ҡаптырмаһы, еңе, итәге буйлап киң итеп ике юл буҫтауҙан таҫма тегелә. Ундай кейемде ҡатын-ҡыҙҙар һалҡынса көндәрҙә кейеп йөрөгәндәр.

Кейем «хассыат, халадаай»

Сахаларҙа кейем бесеүҙең иң боронғо ысулы «таҥалай» тип атала[9].

Был ысул менән тегелгән кейемдәр ҙур түгел. Замшанан (ровдуга) мех менән ҡорап тегелә.

Еңдең яурын өҫтөнө мех ҡуйыла. Ҡырындағы йөйҙәр яғынан йырыҡтар ҡалдырыла. Бил кимәлендә ике яҡтан металл алҡалар ҡуйыла. Кейемдең ошондай ысул менән тегелгән төрҙәре һәр миҙгел, һәр маҡсат өсөн дә киң таралған.

«Таҥалай» ысулының сағыу миҫалы булып мехтан ҡыҫҡартылған еңле кейем тора. Күкрәк бөрмәһе (кокетка]] мәрйен һәм металл менән семәрләнә.

Был кейемдәр туй өсөн тегелгән тип һанайҙар[6]. Бындай әйберҙәр биҡ ҡиммәт баһалана. Ҡәҙерләп кенә иҫтәлек итеп һаҡлайҙар. Нәҫел буйынса тапшыра киләләр.[10].

Бындай тегеү ысулы ХХ быуат башына ҡулланыштан сыға башлай. Хәҙер инде бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Артабан туҡымалар күбәйеү сәбәпле саха кейеме үҙгәрештәр кисерә. Уныһы инде кейем бесеү ысулдарында ла, тулайым алғанда, кейемдең төрҙәрендә лә сағылыш тапҡан[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Стрелов Е. Д. 18 быуатта саха ҡатының кейеме һәм биҙәүестәре: (По археологическим материалам)// Сов. этнография. ─ Якутск, 1937. ─ Вып. 2-3. ─ С. 75—99.
  2. http://www.yakutcostume.ru/ Якутский костюм
  3. 3,0 3,1 Заболоцкая З. М. Использование народной одежды якутов в экодизайне современного костюма. : Автореф. дис. …канд. искусств. СПб., 2010. ─ 18с.
  4. Гоголев А. И. Якуты (проблемы этногенеза и формирования культуры). ─ Якутск: Издание журнала «Илин», 1993. ─ 151 с.
  5. 5,0 5,1 Гаврильева Р. С. Одежда народа саха конца 17-се быуат аҙағы — 18 быуат уртаһы . ─ Новосибирск: Наука, Сибирское предприятие РАН, 1998. ─ 144 с.
  6. 6,0 6,1 Серошевский В. Л. Якуты: Опыт этнографического исследования. ─ 2-е изд. ─ М.: РОССПЭН, 1993. ─ 736 с.
  7. Костюм народов Средней Азии. Историко-этнографические очерки/ Отв. ред. О. А. Сухарев. ─ М.: Наука, 1979. ─ 240 с.
  8. 8,0 8,1 Сухарева А. О. История среднеазиатского костюма. Самарканд (2-я половина XỊX—XX в.). ─ М.: Наука, 1982. ─ 141 с.
  9. Носов М. М. Художественные бытовые изделия якутов XVIII-начала XX в. Альбом / Ред.-сост. и авт.предисл. И. А. Потапов. ─ Якутск: Кн. изд-во, 1988. ─ 103 л.ил.
  10. Маак Р. К. Вилюйский округ. ─ 2-е изд. ─ М.: Яна, 1994. ─ 592 с.
  11. Одежда народов Сибири/ Н. Ф. Прыткова, Л. В. Хомич, Е. А. Алексеенко, Ч. М. Таксами, Г. М. Василевич. ─ Л.: Наука, 1970. ─ 222 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Жукова Л. Н. Одежда юкагиров. Учебное пособие. ─ Якутск: Издательство «Якутский край», 1996. ─ 142 с.
  • Константинов И. В. Материальная культура якутов 18 века (по материалам погребений)/ Якутский филиал СО АН СССР. ─ Якутск: Якутское книжное издательство, 1971. 212 с.
  • Носов М. М. Эволюционное развитие якутской одежды с конца XVIII до 1920-х годов// Сб. науч. ст. ЯКМ. — Якутск: Кн. изд-во, 1957. Вып.2. С. 116─152.
  • Петрова С. И. Свадебный наряд якутов: традиции и реконструкция — Новосибирск: Наука, 2006. — 104 с.
  • Смоляк А. В. Традиционное хозяйство и материальная культура народов Нижнего Амура и Сахалина. — М.: Наука, 1984. 248 с.