Сағламер Гүлсүн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сағламер Гүлсүн
төр. Gülsün Sağlamer
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 1945
Тыуған урыны Трабзон, Төркиә
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Истанбул техник университеты[d]
Уҡыу йорто Истанбул техник университеты[d]
Кембридж университеты

Гүлсүн Сағламер (төр. Gülsün Sağlamer; тыуған 1945(1945), Трабзон) — төрөк академигы.

Гүлсүн Сағламер төрөк ҡалаһы Трабзонда 1945 йылда тыуған. Тыуған ҡалаһында башланғыс һәм урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Истанбул техник университетында (ITU) архитектура мәктәбендә уҡый һәм магистр дәрәжәһен ала. Үҙенең докторант сифатындағы тикшеренеүҙәрен Сағламер 1975—1976 йылдарҙа Кембридж университеты (Бөйөк Британия) Мартин Үҙәгенең архитектура кафедраһында үткәрә[1].

Һуңынан Гүлсүн Сағламер Истанбулға әйләнеп ҡайта. 1978 йылда ул ассоциацияланған профессор, ә 1988 йылдан — профессор, Истанбул техник университетында эшләй. 1993—1995 йылдарҙа Сағламер Белфаст Квинс Университетында (Төньяҡ Ирландия)[2] саҡырылған профессор була.

Гүлсүн Сағламер Истанбул техник университеты ректоры итеп һайлана һәм был вазифаны 1996 йылдан 2004 йылға тиклем биләй[3]. Ул Төркиәлә. беренсе ҡатын-ҡыҙ-йыл ректор була. Сағламер шулай уҡ Европа ҡатын-ҡыҙ ректорҙар ассоциацияһы (ингл. European Women Rectors Association)[1] президенты. 2005—2009 йылдарҙа ул Европа университеттары ассоциацияһының (EUA). һайланған идара ағзаһы. Һуңыраҡ ул Ҡадир Һаса Университеты попечителлек советы ағзаһы һәм технологиялар һәм Төркиә технопарктары[4] советы президенты итеп һайлана. Сағламер —Open House журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы.

Гүлсүн Сағламер — Магдольна Харгиттаиҙың "Women Scientists: reflections Challanges and Breaking Boundries[5] оксфорд баҫмаһында тәҡдим ителгән өс төрөк ҡатын-ҡыҙ-ғалимәләренең береһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]