Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сборная Косова по футболу битенән йүнәлтелде)
Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы
Флаг
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Косово
Квалифицирован для мужской футбол[d]
Спорт төрө Футбол
Спорт рейтингы 190[1], 190[2], 183[3], 184[4], 180[5], 170[6], 165[7], 165[8], 165[9], 166[10], 172[11], 164[12], 164[13], 173[14], 168[15], 174[16] һәм 177[17]
Дәүләт  Косово
Етәксе орган Косово Футбол федерацияһы[d]
Баш тренер Примож Глиха[d]
Капитан Самир Уйкани[d]
Рәсми сайт ffk-kosova.com
Код страны ФИФА KVX[18]
 Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы Викимилектә

Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы — өлөшләтә танылған Косово дәүләтенең халыҡ-ара футбол ярыштарында үҙен танытҡан йыйылма командаһы, ул Косово Футбол федерацияһы етәкселеге аҫтында туплана.

Ҡыҫҡаса тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылда Югославия тарҡалғандан һуң, Косовола үҙенең футбол буйынса танылмаған йыйылма командаһы барлыҡҡа килә, ул үҙенең тәүге уйынында албандарға ҡаршы сығыш яһай (уйын Албанияның еңеүе менән тамамлана — 3:1). Әлеге ваҡытта Косово командаһы ни бары бер нисә генә уйынын үткәрҙе, уларының күбеһе профессиональ клубтарға ҡаршы уйналды. Команданың иң ҙур еңеүе булып Мөхәррәм Сәхити етәкселегендә Монако йыйылма командаһын 7:1 иҫәбе менән еңеү тора. Косово йыйылма командаһы уйнаған әллә ни күп булмаған турнирҙарҙың береһе — ул 2005 йылдың ноябрь башында Төньяҡ Кипр Футбол федерацияһының 50 йыллығығы айҡанлы үткәрелгән турнир. Беренселекте турнир хужаларына биреп, һәм Лапландия командаһын уҙып, Косова йыйылма командаһы икенсе урынға сығыуға өлгәште[19].

2008 йылдың 6 майында Косово вәкилдәре үҙҙәрен ФИФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзалары итеп таныуҙы, УЕФА зонаһында донъя һәм Европа чемпинаттарның һайлап алыу уйындарында ҡатнашырға рөхсәт итеүҙе һорап, ФИФА-ға хат ебәрә. Косово Футболы федерацияһы берләшмәһе президенты Фадиль Вокри был ваҡиғаны «тарихи мәл» тип атаны һәм Косовоның ФИФА составына тиҙ арала ҡабул ителәсәгенә ышаныс белдерҙе. Ләкин 2008 йылдың октябрендә ФИФА-нан килгән яуаптарҙың береһенә ярашлы, Косовоның был үтенесе ҡабул ителмәй. Косовоның үтенесе ФИФА регламентының 10-сы пунктын боҙғаны асыҡлана, ә был, үҙ нәүбәтендә, бары тик халыҡ-ара берләшмәләр тарафынан танылған дәүләттәр генә ФИФА ағзаһы була ала тигән ҡарарға ҡаршы килә[20]. Косовоның ФИФА-ға һәм УЕФА-ға алыуҙарын һорап биргән тағы үтенесе лә 2011 йылдың 22 октябрендә кире ҡағыла[21].

2012 йылдың декабрендә футбол донъя картаһында ғәмәлдә яңы дәүләт барлыҡҡа килде: Токиола үткән ФИФА башҡарма комитеты клубтарға, шулай уҡ Косовоның йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаларына ФИФА футбол ассоциацияһына ингән командалар менән иптәштәрсә матч үткәрергә рөхсәт итте[22].

2016 йылдың 3 майында Косово рәсми рәүештә ФИФА-ға ҡабул ителә.

Косово йыйылма командаһының донъя чемпионатына һайланма турнир сиктәрендә үткән рәсми кимәлдәге тарихи дебюты 2016 йылдың 5 сентябрендә Финляндияға ҡаршы уйналасаҡ 2018 йылғы донъя чемпионатына һайлап алыуҙың ҡунаҡтарса алышында үтте.

Баш тренерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Флаг Албании Ает Шошоли (1993)
  • БМО флагы Мухаррем Сахити (2005—2006)
  • БМО флагы Эдмонд Ругова (2006)
  • Хорватия Куйтим Шала (2006—2008)
  • Флаг Республики Косово Альберт Буньяки (2009—)

Йыйылма команда составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты матчында Исландия йыйылма командаһына ҡаршы уйнаясаҡ Косово йыйылма командаһы составына баш тренер Альберт Буньяки түбәндәге футболсыларҙы саҡырҙы (2017 йылдың 24 марты):

уйындар һәм голдар буйынса 2016 йылдың 16 ноябренә ҡарата мәғлүмәттәр:
Позиция Уйынсы Тыуған ваҡыты Матчтар Голдар Клуб
Вр Самир Уйкани Капитан спорт 5 июль 1988 йыл 11 0 Италия флагы Пиза (Италия)
Вр Бледар Хайдини 19 июнь 1995 йыл 0 0 Флаг Республики Косово Трепча'89
Вр Адис Нуркович 28 апрель 1986 йыл 0 0 Флаг Боснии и Герцеговины Травник
Защ Фаноль Пердедай 16 июль 1991 йыл 11 0 Германия флагы Мюнхен 1860
Защ Леарт Пакярада 8 октябрь 1994 йыл 8 0 Германия флагы Зандхаузен
Защ Альбан Пниши 20 октябрь 1990 йыл 6 0 Флаг Швейцарии Грассхоппер
Защ Амир Ррахмани 24 февраль 1994 йыл 5 0 Хорватия Локомотива
Защ Бенджамин Кололли 15 май 1992 йыл 1 0 Флаг Швейцарии Лозанна
Защ Ардиан Исмайли 30 сентябрь 1996 йыл 0 0 Хорватия Хайдук (Сплит)
Защ Мергим Войвода 1 февраль 1995 йыл 0 0 Флаг Бельгии Мускрон
Защ Фидан Алити 3 октябрь 1993 йыл 0 0 Хорватия Славен Белупо
ПЗ Бернард Бериша 24 октябрь 1991 йыл 7 0 Рәсәй флагы Терек
ПЗ Берсант Целина 9 сентябрь 1996 йыл 5 1 Нидерландтар Твенте
ПЗ Валён Бериша 7 февраль 1993 йыл 5 1 Австрия Ред Булл (Зальцбург)
ПЗ Милот Рашица 28 июнь 1996 йыл 5 0 Нидерландтар Витесс
ПЗ Арбер Зенели 25 февраль 1995 йыл 4 0 Нидерландтар Херенвен
ПЗ Херолинд Шаля 1 февраль 1992 йыл 4 0 Флаг Турции Касымпаша
ПЗ Хекуран Крюэзиу 12 февраль 1993 йыл 3 0 Флаг Швейцарии Люцерн
Нап Ведат Мурики 24 апрель 1994 йыл 3 0 Флаг Турции Генчлербирлиги
Нап Эльбасан Рашани 9 май 1993 йыл 2 2 Флаг Норвегии Русенборг
Нап Донис Авдияй 25 август 1996 йыл 0 0 Германия флагы Шальке 04
Нап Атде Нухиу 29 июль 1989 йыл 0 0 Англия флагы Шеффилд Уэнсдей
Нап Бесарт Бериша 29 май 1985 йыл 0 0 Австралия флагы Мельбурн Виктори

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]