Башҡорт туй йолалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Свадебные обычаи башкир битенән йүнәлтелде)
Башҡортостандың Салауат ҡалаһындағы Никах һарайы

Башҡорт туй йолалары — никахҡа ингән башҡорттарҙың туй йолалары комплексы.

Башҡорттарҙың никахҡа ҡарата етди мөнәсәбәтен башҡорт халыҡ мәҡәлдәре дәлилләй: «Өйләнмәгән ир-егет әҙәпле булмаҫ», «Ҡош-ҡорттоң да үҙ ояһы бар», «Өйләнмәгәндең йорто юҡ, йорто булмағандың — иле юҡ» һәм башҡалар.

Башҡорт туйы, уның йолалары, ғөрөф—ғәҙәттәре үҙ эсенә боронғо инаныуҙарҙан заманса яңылыҡтарға тиклем башҡорт мәҙәниәтенең үҫеш элементтарын алған. Туй йолалары башҡорт фольклорында (мәҫәлән, «Алдар менән Зөһрә», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуҙыйкурпәс менэн Маянһылыу» эпостары һәм башҡалар) сағылыш тапҡан. Башҡорттарҙа, башҡа халыҡтарҙағы кеүек, туйға әҙерлек ваҡыты (туй алды), туй үҙе һәм туй арты билдәләнә.

Кеше ғүмеренә бәйле туйҙар кешенең бер ҡорҙан икенсе ҡорға күсеүен билдәләгән. Сабыйҙарҙы йәрәштереү туйы — бишектуй — күп кенә төрки халыҡтарға хас күренеш. Башҡорттарҙа был йоланың ҡасандыр мөһим урын алыуын эпостарҙан күреп була, бының хаҡта риүәйәт — әкиәттәрҙә лә бәйән ителә. Балаларҙы бер бишеккә һалып, теләктәр әйтелгән. Бигерәк тә бала ауырып киткән саҡта бишек туйын үткәрергә ашыҡҡандар. Был йола ХIХ быуат аҙағына тиклем һаҡланып килеүе һәм ырыу — араны нығытыу ролен уйнауы билдәле.

Һырғатуй балалар үҫмер сағында үткәрелгән. Кеше ғүмерендә был сара ла бик мөһим урын алған, сөнки 12 — 13 йәштәре етеүгә ҡыҙ сөннәте — алҡа (һырға) тағыу, ир сөннәте — бағышланыуҙы сағылдырған йола.

«Теләктәр, фатихалар бирелеп, ике үҫмерҙең ҡотло киләсәге ил алдында нығытыла. Уларҙың туйында ҡушамат ҡыҙ, егет булыуы һәм уларҙың ир — ҡатын булып ҡушылыу шарты ла түл, ырыҫ көҫәй торған сара. Изге теләк, фатиха, йола өйрәтеү һырға туйының фольклорында төп урынды биләй» (Башҡорт халыҡ ижады, I том, 34 бит).

Төп туйға бик ентекле әҙерлек барған, кәләш һәм кейәү егет өсөн матур кейемдәр тегелгән. Был кейем туйҙан һуң байрам кейеме булып ҡалған.

Кәләш димләү, әйттереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалары никахҡа инә торған ваҡыты еткән һайын, ата-әсәне борсоу баҫа. Атаһы ҡатыны менән кәңәшләшә — өйләндерергә ваҡыт етте түгелме? Әсәһе риза булһа инде, улдары менән һөйләшәләр. Улы ризалыҡ биргәс, атай кеше кәләш эҙләй башлай. Оҡшатҡан ҡыҙҙың атаһына ул үҙе бара йәки яусыларҙы ебәрә. Ҡайһы бер райондарҙа никахлашыуға ризалыҡты алғас, бер туҫтаҡтан бата (һыу ҡушылған бал йә иһә ҡымыҙҙы) эсеп, ике яҡлы килешеүҙе нығытып ҡуялар. Бынан һуң ҡыҙ бала кәләш тип һанала.

Буласаҡ ҡоҙаларҙың бер туҫтаҡтан ҡымыҙ эсеү йолаһы шул тиклем көскә эйә була, хатта ҡыҙҙы кейәүгә бирмәҫкә булһалар, уның ата-әсәләре кейәү егетенең ата-әсәһенә аҡса йәки ҡалым хаҡы бүләк (мал, ҡиммәтле кейем) биреп кенә ҡотола алған.

Ҡалым[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалымды биреү-алыу йолаһы бергәләп йәшәй башлау өсөн кәрәкле мөлкәт менән йәштәрҙе тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Ҡалымдың күләме ата-әсәнең йәшәгән районына бәйле, алдан уҡ һөйләшелеп ҡуйыла, уның күләме килешелгән һәр яҡ өсөн ҡулдан килерлек һәм ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа тейеш була. Ҡалым төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүе мөлкәтте бүлеү тураһындағы закондарҙың булмауы менән аңлатыла. Никах тарҡалған саҡта ҡалым кире ҡайтарылған.

Башҡортостандың төрлө райондары өсөн ҡалымдың минималь күләме булған. Әгәр ҡәйнәгә, мәҫәлән, ҡалымға төлкө тиреһенән тун бирерлек мөмкинлек булмаһа, йоланы үтәү өсөн, һарыҡ тиреһенән тун, ул да булмаһа, ябай елән биргәндәр. Ҡалым тулыһынса кәләштең атаһына бирелгән, тегеһе ҡалым урынына бирнә тапшыра. Йыш ҡына бирнәнең күләме һәм хаҡы ҡалымдан ҡиммәтерәк тә булған[1].

Ҡалым бер юлы тулыһынса бирелгән йәки өлөшләтә, әммә тулыһынса түләп бөтмәйенсә, кейәү кеше ҡайны—ҡәйнәһе күҙенә күренергә тейеш булмаған.

Шулай уҡ кәләшкә кесе ҡалым биреү традицияһы ла булған. Был осраҡта кәләшкә көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәр бүләк ителгән — яулыҡ, елән, аяҡ кейеме, һандыҡ.

Ырымбур мосолман дини йыйылыш фонды эштәрендә ғаилә ағзаларының мөлкәт хоҡуғы тураһында бик ҡыҙыҡ мәғлүмәт һаҡланған. Ғәҙәттә никахлашҡан саҡта ҡалымдың күләме генә түгел, бирнәнең дә күләме билдәләнгән. Бер кәләш тә кейәү йортона бирнәһеҙ инмәгән. Уның күләме ҡалымдың күләменән бер ҙә кәм булмаған. Мосолман башҡорттарҙа (христиандарҙа шулай уҡ) бирнә ҡатындың шәхси милке була. Балаһы булмаған ҡатындың вафатынан һуң бирнә ғәҙәттә уның ата-әсәһенә ҡайтарылған. Шулай, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәш ауылынан хәлле общинник Бикбулат Буранғолов Сәлих ауылына кейәүгә бирелгән үҙенең балаһы булмаған ҡыҙының вафатынан һуң элекке кейәүенән ҡыҙының бирнәһен ҡайтарып алған: 2 һарыҡ, ҡолон, 5 һыйыр, 3 елән, 3 ҡашмау һәм башҡа әйберҙәрен. Имам һәм аралашсылар шаһит булалар.

Бүләкләшеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик ҡатмарлы туй йолаларының дауамы булып йыш ҡына кейәү йортонда үткән бүләкләшеү тора. Махсус әҙерләгән һыбайлы малай атта ҡунаҡтарҙы урап сыға һәм аҡса, яулыҡ, еп һымаҡ бүләктәрҙе йыя һәм, уларға ҡул тигеҙмәй, кейәүгә тоттора. Заманса туйҙарҙа аҡса конверттарға һалына һәм шулай уҡ кейәүгә тапшырыла.

Буласаҡ ҡәйнә үҙенең туғандарын, күршеләрен сәй янына саҡырып ала, тегеләре уға галантерея тауарҙары алып килә — еп, энә, күлдәклек һәм башҡалар.

Никах туйы (кесе туй)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт туйы. Киленде йорттан оҙатыу

Никахлашыу йолаһы өйҙә үткәрелгән. Йоланы үткәреү өсөн мулла саҡырылған, ул мәсеттәге кеүек рәсми рәүештә никахты теркәү өсөн, үҙе менән махсус китап (метрическая книга) алып килгән. Мулла килгәнгә тиклем ҡоҙалар бер-береһенә бүләктәр йәки ҡалымдың яртыһын булһа ла бирә. Мулла никахҡа ризалыҡты йәштәрҙең үҙҙәренән түгел, уларҙың аталарынан һораған. Мулланың хеҙмәте ҡалымдың бер өлөшөнән түләнгән.

Туй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт туйы. Кәләшкә ир ҡатыны булыуын аңлатҡан ҡашмау кейҙерәләр

Туй — ҡалым тулыһынса түләнеп бөткәндән һуң үткәрелә торған байрамса никахлашыу тантанаһы. Әгәр ҡалым тулыһынса түләнеп бөтмәһә, байрам ябай ғына формала үткәрелә һәм тик ҡатындың туғандары ғына саҡырыла.

Туй иртәнсәктән кискә тиклем ике-өс көн дауамында бара. Ҡунаҡтарҙың күңелен асыр өсөн бейеүҙәр, уйындар, көрәш, ат сабыштырыу бәйгеләре ойошторола.

Кәләш өсөн көрәш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡын әхирәте һәм башҡа ҡатын-ҡыҙ туғандары кейәүгә бирелгән ҡыҙ менән айырылырға теләмәгәнен күрһәтеп, байрамдың аҙағында кәләште кейәү йортона алып китергә ҡамасау иткән төрлө йола уйындары үткәрелгән.

Ҡамасау исемлеге кейәүҙең дуҫ-иштәренең һәм туғандарының фантазияһынан ғибәрәт булған: йәш ҡатынды алыҫыраҡ йәшергәндәр, бауҙар менән бәйләгәндәр, сығармаҫ өсөн көрәш ойошторғандар. Кәләш менән кейәү яғынан ҡатындарҙың һәм ҡыҙҙарҙың көрәше башланған. Ғәҙәттә ҡатындар еңеү яулаған. Көрәш ваҡытында өҙөлгән төймәләрҙең, йыртылған кейемдәрҙең хаҡын кейәү егет түләгән. Ахырҙа, ҡатындар йәш кәләште бауынан ысҡындырған, һәм ул ҡатындар иҫәбенә индерерлгән. Бауҙы кейәү һатып алған.

Кейәү йортона китер алдынан кәләш үҙенең туғандары менән хушлашҡан. Уның баш өҫтөнән дүрт әхирәте дүрт мөйөшөнән яулыҡ тотҡан, ҡалған ҡыҙ туғандары сеңләй башлағандар. Кәләш туған ҡаты-ҡыҙҙарға бүләктәр: таҫтамал, ашъяулыҡ, әсәһенә туҡыма киҫәктәре, еп һәм башҡа нәмәләр таратҡан (был әйберҙәрҙе уның өлкән апаһы йә берәр әхирәте тотоп йөрөгән). Туған ҡатын-ҡыҙҙар уға ла бүләк: мал, яғаларға ҡушып тегелә торған тәңкәләр, туҡыма киҫәктәре биргән. Был киҫәктәр йәғни йыртыш уның башына, кейеменә беркетелгән.

Шунан кәләште ултырып китә торған арбаға килтерергә тейеш булғандар. Әммә кәләш ҡарышҡан, атаһы йә ағалары уға бүләк бирмәй тороп, өйҙән сығырға баш тартҡан. Әхирәттәре, кәләш ауылдан сығып киткәнсе, оҙата килеп, юл буйына сеңләгәндәр. Сеңләү аша ҡыҙ үҙенең атаһына, ағаларына үпкәһен белдергән. Йола, әлбиттә, кейәүҙең еңеүе менән тамамланған, кәләшкә өҫтәлмә бүләктәр бирелгән һәм уны ире йортона оҙатҡандар.

Ире алдан ат өҫтөндә һыбай барған. И. И. Лепехин яҙғанса, боронораҡ кәләште лә кейәү йортона һыбай күсергәндәр.

Ирҙең өйөнә килеү ҙә билдәле тәртиптә барған: йәш кәләш килеп етеүе тураһында хәбәр еткерелгән, кейәү атаһы йә уны алмаштырыусы башҡа ир туғаны кәләште ауылға етәр элек алдан һөйләшелгән ерҙә һатып алған. Кәләш яғынан оҙата килеүсеуның ҡайныһы ебәргән ҡатындарға дилбегәне тапшырған.

Ир өйөндә килендең йәшәй башлау тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туйҙан һуң беренсе мәртәбә кәләштең ир йортона инеү тәртибе лә йола буйынса атҡарылған:

  • йәш килен ир туғандарына бүләктәр тарата;
  • ир туғандары үҙ сиратында йәш киленде бүләкләйҙәр;
  • йәш килен көйәнтәгә биҙрәләр элеп һыу башлай, һыу эйәһенә йолом биреп ҡотолор өсөн һыуға епкә бәйләнгән көмөш тәңкәләр ташлай;
  • ошо йолаларҙы үтәгәндән һуң ғына, йәш кәләш, оялмай, беренсе мәртәбә иренә йөҙөн аса[2].

Ир йортона ингәндән һуң кәләштең ҡатын статусына инә торған йолалар үтәлгән:

  • сәсен ике толом итеп үрәләр;
  • ҡыҙ баш кейеме (таҡыя) ҡатындар кейгән баш кейеменә (ҡашмау) алыштыралар;
  • биленә — бәхет, изгелек һәм именлек символы һаналған билбау бәйләйҙәр.

Кейәүҙең ир статусына инеү йолалары ла булған:

  • никахҡа ризалыҡ алыу;
  • кәләште йәшерен рәүештә барып күреп йөрөү;
  • ғаилә тормошона инеү.

Йолалар йәштәргә ғаилә тормошо серҙәрен төшөндөрөү, енси яҡтан тәрбиәләү, ҡатын — ҡыҙҙың үҙһүҙлелеген сыҙамлы үтәргә өйрәнеүгә булышлыҡ иткән.

Урыҫ телендәге яҙмаларҙа башҡорт туйы йолалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт туйы тураһындағы урыҫ телендәге иң тәүге яҙма тураһында С. И. Руденко «Башкиры»[3] тигән китабында хәбәр итә. Ул И. И. Лепёхиндың «Дневные записки путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1768 и 1769 году» тигән китабында башҡорт туйы тураһында кейәү йортона килгәс, йәш килен өс тапҡыр ҡайны-ҡәйнә алдында тубыҡлана, уны өс тапҡыр тубыҡтан торғоҙалар тигән яҙмаһына һылтана. Билдәле булыуынса, И. И. Лепёхин 18-се быуат аҙағында Урал төбәктәренә сәйәхәт ҡылған булған. С. Руденконың был һүҙҙәре "Башҡорт энциклопедияһы"на ла инеп киткән, әммә был йола телгә алынған һөйләмдә тәүсығанаҡ күрһәтелмәгән, шуға күрә ул бөгөнгәсә ысынбарлыҡ кеүек ҡабул ителә[4].

Туй йолаларын ентекле өйрәнеп, ХХ быуат башында пьеса итеп яҙған Мөхәмәтша Буранғолов яҙмаларында иһә «килен кеше кеше өйгә ингәс, түргә ҡарап өс ҡайра сәләм ҡыла, ике ҡулын һул теҙенә һалып аяғын артҡа һуҙып, тубығын иҙәнгә тейҙереп ала» тип әйтелгән[5]. Был йола беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған.

Никах тыйыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар ғәҙәттә ҡатынлыҡҡа үҙ ырыуҙарынан (дүрт быуын айырылмайса) алмағандар. Тик бишенсе (тыуа ят) йәки алтынсы (ете ят) быуында ғына туғандар үҙ- ара никахлаша алғандар.

Ҡыҙҙарҙы кейәүгә 14-15 йәшендә биргәндәр, ире ҡатынынан 3-5 йылға өлкәнерәк булыуы һәйбәт һаналған.

ХХ быуат башына тиклем башҡорттарҙа левират (лат. levir — ҡайнаға) ғәҙәттәге хоҡуҡ тәртибе буйынса никах формаһы булған, был тәртипкә ярашлы үлгән ағаһының тол ҡалған ҡатыны ҡәйнешенә кейәүгә сыға алған, шулай уҡ тол ҡалған еңгәйгә иренең ике туған ҡустыһы йәки икенсе ир туғаны. Тол ҡатын менән бергә уның балалары, мөлкәте, социаль статусы, хоҡуҡтары һәм бурыстары ла яңы ниҡахлашҡан кешегә күскән. Левират никахтар хеҙмәткә яраҡлы ҡатын-ҡыҙҙы ғаиләлә алып ҡалырға булышлыҡ иткән[6]. Башҡорттарҙа левират башлыса хоҡуҡи нигеҙгә әйләнгән боронғо йола булған. Ул балаларҙың атаһының ырыу-ҡәбиләһенең ағзаһы булараҡ хоҡуҡтарын, айырыуса иҡтисади хоҡуҡтарын, яҡлауға бәйле. Бала, тәү сиратта, уны тапҡан, тыуҙырған әсәһенеке түгел, ә атаһыныҡы, уның туғандарыныҡы тип иҫәпләнгән, ошо ырыу кешеһе булараҡ уның ергә хоҡуғы һаҡланған. Левираттың башҡорттарҙа оҙаҡ һаҡланыуының тағы бер сәбәбе — башҡорттар хәрби халыҡ булған, хәрби хеҙмәттә һәләк булған яугирҙың ғаиләһе һәр саҡ ҡурсыулы булған, тол ҡатын балалары менән яңғыҙы ҡалмаған.

Заманса туй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат ҡалаһындағы туй күпере

Заманса туй күпкә йыйнағыраҡ, йолаларҙы тулыһынса үтәмәйенсә үткәрелә. Ҡалым, бирнә төшөнсәләре формаль рәүештә генә атҡарыла. Хәҙерге ваҡытта йәштәр бүләккә иномаркалы автомобилдәр, фатирҙар, компьютерҙар алырға теләйҙәр.

Никах һарайында никахлашҡандан, балдаҡтар менән алмашҡандан һуң, заман йәштәре машиналарҙа Салауат Юлаев һәйкәленә (Өфө, Салауат, Сибай ҡалалары). Мәңге ут янына барып сәскә һалалар. Ошо һәйкәлдәр янында фотоға төшөү традицияға инде. Йыш ҡына изге һаналған шишмәләргә баралар (мәҫәлән, Сибай — Баймаҡ яҡтарында Хәсән ауылы янындағы шишмәгә барыу йола һанала). Ағиҙел аша күперҙә йоҙаҡтар беркетәләр, һыуға гөлләмәләр ташлайҙар.

Туй тантанаһын видеоға төшөрөү традицияға инде.

Айырылышыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Никахты тарҡатыу башҡорттарҙа элек-электән ғәҙәттәге тәртип буйынса башҡарылған, ислам дине инеүе менән — шәриғәт буйынса.

Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө булған. Мәҫәлән, ике яҡтың береһе үҙ бурыстарын үтәмәү, ир яғынан ҡалымдың тулыһынса түләнмәүе.

Айырылышыуҙың бер формаһы талаҡ булған. Ир кешенең шаһиттар алдында өс тапҡыр «талаҡ» һүҙен әйтеүенән һуң никах тарҡалған тип һаналған.

Шулай уҡ, башҡорттарҙа айырылышыуҙың тағы ла бер формаһы хула булған. Үҙе теләп айырылғаны өсөн ҡатын иренә мәһәрҙең йәки ҡалымдың бер өлөшөн ҡайтарып биргән. Айырылғандан һуң ҡатын балаларын иренең рөхсәтенән тыш үҙендә ҡалдыра алмаған. 1828 йылдан никах теркәү тураһында яҙыу метрик китаптарҙа эшләнгән. 1917 йылдың 19 декабрендә «Айырылышыу тураһында» декрет ҡабул ителә һәм уның нигеҙендә никахты тарҡатыу буйынса гражданлыҡ процедураһы индерелә.[7]

Туй фотогалереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асфандияров А. З. Семья и брак у башкир в XVIII — первой половине XIX в. Уфа, 1989. Бадретдинов С. Башкирская свадьба и обрядовая поэзия // Ватандаш. — 2006. — № 3. — ISSN 1683-3554. (башк.)

Видеоматериалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. YouTube сайтында Видео Бөрйән районы Килдеғол ауылында туй. 2017

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская свадьба » История и Культура Башкортостана. Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года.
  2. Башкирская свадьба 2021 йыл 26 февраль архивланған.
  3. Башкиры. Историко-этнографические очерки
  4. СВАДЕБНЫЕ ОБРЯДЫ 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  5. М. Буранғолов. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар / Мөхәммәтша Буранғолов; төҙ., баш һүҙ авт., яуаплы мөхәр. Б. Байым. — Өфө: Китап, 1995. — 352 б.
  6. Левират
  7. Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)