Свердловск тимер юлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Свердловск тимер юлы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй тимер юлдары
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Здание Управления Свердловской железной дороги[d], Екатеринбург, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Рәсми сайт svzd.rzd.ru
Ошо юлдың картаһы
Изображение памятной доски
Отчётная марка СВРД
 Свердловск тимер юлы Викимилектә

Свердловск тимер юлы (СвТЮ) (рус. Свердло́вская желе́зная доро́га (СвЖД)) — Рәсәй тимер юлдары асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 16 территориаль филиалының береһе, Урал һәм Көнбайыш Себерҙең тимер юл инфраструктураһын хеҙмәтләндерә. Юл Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге үҙәк һәм төньяҡ-көнбайыш райондарынан Себергә, Ҡаҙағстанға, Алыҫ Көнсығышҡа поездар үткәреүҙе тәьмин итә. Юл идаралығы Екатеринбургта урынлашҡан.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Горький (Чепца, Дружинино), Көньяҡ Урал (Михайловск заводы, Полевск, Нижняя, Колчедан), Көнбайыш Себер (Называевск) тимер юлдары менән сиктәш. Рәсәйҙең Европа һәм Азия өлөштәрен тоташтыра, көнбайыштан көнсығышҡа мең ярым километрға һуҙыла һәм төньяҡ йүнәлештә Поляр түңәрәкте киҫеп үтә.

Пермь крайы, Свердловск, Төмән өлкәһе, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округы транспорт системаһының нигеҙе булып тора, 11 млн кеше йәшәгән 1,8 млн км² майҙанды хеҙмәтләндерә.

Свердловск тимер юлы 1500-гә яҡын подъезд юлдарын хеҙмәтләндерә (2006 йылға улар 1332 була), уның хеҙмәттәре менән 12 000-дән ашыу сәнәғәт предприятиеһы файҙалана. Файҙаланыу оҙонлоғо (01.01.10) — 7152,2 км, дөйөм оҙонлоғо — 13 852,5 км. Свердловск тимер юлы төбәгендә тау мәғдәне, ташкүмер, ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙе хеҙмәтләндерә торған ваҡ тармаҡтар үҫешкән.

Екатеринбург ҡалаһының элекке вокзалы бинаһы (хәҙер — Свердловск тимер юлының Тарих, фән һәм техника музейы)

«Ямал тимер юл компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Трансполяр магистраленең (Коротчаево — Яңы Уренгой — Пангоды) ғәмәлдәге участкаһын файҙаланалар.

Юл Ленин ордены (1971), Октябрь революцияһы ордены (1978) бүләкләнгән.

2019 йылдың апреленән юл етәксеһе — Иван Николаевич Колесников. Был — Рәсәй тимер юлдары тарихында, филиалды белеме буйынса инженер түгел, ә иҡтисадсы һәм финансист етәкләгән беренсе осраҡ[1][2].

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Свердловск тимер юлы түбәндәге төбәктәрҙе хеҙмәтләндерә: Түбәнге Тагил, Пермь, Екатеринбург, Төмән, Сорғот.

2010 йылдың 30 сентябренә тиклем бүлексәләре булған. 2010 йылдың 1 октябренән төбәктә бөтә бүлектәре лә төбәктәргә үҙгәртелгән, Свердловск бүлексәһе Екатеринбург төбәге тип атала башлаған.

Свердловск тимер юл юлында 419 станция.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]