Эстәлеккә күсергә

Светицховели

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Светицховели
груз. სვეტიცხოვლის საკათედრო ტაძარი
Нигеҙләү датаһы XI быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Мцхета
Урын Мцхета[1]
Епархия Грузинская православная церковь[d]
Архитектура стиле крестово-купольный храм[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
План помещения
Указания, как добраться ქ. მცხეთა[1]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iii)[d] һәм (iv)[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Светицховели[d]
Карта
 Светицховели Викимилектә

Православный кафедральный собор
Светицховели
Ил Грузия
Координаталар 41/50/31/N/44/43/16/E
Конфессия Православие (Грузинская Православная Церковь)
Епархия Мцхетско–Тбилисская 
Нигеҙләнгән IV век
Төҙөлөшө 1010—1029 йылдар
Реликвии и святыни риза Иисуса Христа
Бөгөнгө хәле Действует

Светицховели (груз. სვეტიცხოველი — тылсымлы таяныс) — Грузин православие сиркәүенең ун ике Апостол хөрмәтенә ҡуйылған патриарх кафедраль ғибәҙәтханаһы, ул Мцхета ҡалаһында урынлашҡан һәм меңәр йылдар дауамында Грузияның төп соборы булып тора. 1994 йылдан Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Светицховели Грузияла беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған тарихи ҡоролмалар араһында иң ҙурыһы. Бик күп быуаттар дауамында Грузияла христиан дине үҙәге булып тора. IV быуатта батша Мириан IIIхристианлыҡ ҡабул иткәндән һуң равноапостольный Нинаның кәңәше буйынса хәҙерге заман ғибәҙәтханаһы урынында Грузияла ағас сиркәү төҙөтә, ул ҡоролма беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.

XI быуатта зыян күргән базилика урынына Грузияның католикосы Мелкиседек I (1012—1030, 1039—1045) ғибәҙәтхана төҙөтә.

1830 йылда, император Николай Павловичтың Мцхетаға килеүен көткән мәлдә, урындағы идаралыҡ, батшаға яҡшыраҡ яҡтан күренергә тырышып, боронғо фрескалар баш ҡала ҡунаҡтарына бысраҡ һәм иҫке булып күренмәһен өсөн, уларҙы ағартырға ҡуша. Һуңынан ғибәҙәтхана диуарҙарын биҙәү өсөн Рәсәйҙән рәссамдар саҡыртыла. Аҙаҡ боронғо фрескаларҙы, ҡайтанан соҡоп асырға һәм тергеҙергә тура килә.

XVII быуат фрескалары менән биҙәлгән таш бағана тылсымлы таяныстың бураһы торған урынды күрһәтеп тора


Светицховели урта быуаттағы Грузияның архитектура стиленә нигеҙ һалыусы ғибәҙәтхана булып тора. Боронғо биҙәктәр һаҡланмаған, ә булғандары XVI, XVII һәм, бәлки, XVIII быуаттарға ҡарайҙыр (улар барыһы ла XIX быуатта яңынан тергеҙелә). XVII быуат фрескалары (көмбәҙ аҫтында) иң ҡыҙыҡлыһы. Унда Грузияла христианлыҡты ҡабул итеү эпизоды сағылдырыла (биҙәктәр етәксеһе — рәссам Григорий Гулджаварасашвили).

Ғибәҙәтхананың тышҡы өлөшөндә үҙгәрештәр бик күп була: фасадтың бер өлөшө һәм көмбәҙ аҫты (ул йәшел төҫ менән айырылып тора) XV быуат башына ҡарай (Аҡһаҡ Тимерҙең баҫып инеүенән һуң Бөйөк Александр I реставрациялай), ҡайһы бер рельефлы һүрәттәр күсереп ҡуйылған булһа ла, ғибәҙәтхананың төп формаһын һәм пропорцияһын боҙмай.

Ғибәҙәтхананың кәртәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Раббы табуты ғибәҙәтханаһындағыкувуклия күсермәһе (XIV быуат)

Ғибәҙәтхана ҡәлғә диуары менән уратып алынған. Был диуар батша Ираклий II (ғибәҙәтхананың көньяҡ ҡапҡаһы башына яҙып ҡуйылған текста ул телгә алына) бойороғо буйынса төҙөлә. Ул, нигеҙҙә, кирбестән тора, ике яруслы стенаның түбәнге өлөшө һыу үтмәҫлек итеп эшләнгән. Өҫкө өлөшөндә хәрби юл бар, уның кимәлендә таш һаҡлағыстар ҙа урынлашҡан. Диуарҙың цилиндр формаһындағы 6 һәм дүртмөйөшлө 2 башняһы бар. Инеү ҡапҡалары көньяҡҡа ҡуйылған. Көнбайышта саң ҡағыу манараһы һәм XI быуатта ҡуйылған ҡапҡа — был ҡомартҡылар грузин халыҡ архитектураһының һоҡланғыс өлгөләре. 1964—1965 йылдарҙа реставрация үткәрелә (архитекторҙар Н. Чубинашвили һәм В. һәм Цинцадзе; баш консультант Г. Чубинашвили). 1963—1964 йылдарҙағы ҡаҙылма эштәре барпышында диуарҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә католикос Мелкиседектың (XI быуат) һөйәктәре һәм диуарҙың көньяҡ- көнсығын өлөшөндө католикос Антон Икенсенең һарайы табыла. Хәҙерге ваҡытта ул тулыһынса яңыртылған һәм тарих һәм этнография музейы булып тора.

Төҙөлгәндән алып собор батшаны тәхеткә ултыртыу урыны була һәм батша нәҫеленә ҡараған Багратионовтар вәкилдәре өсөн кәшәнә ролен дә үтәй. 2007 йылдың мартында Светицховелила Грузияның беренсе президенты Звиад Гамсахурдиаға йыназа уҡыла.

Әҙәбиәттә сағылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грузин әҙәбиәте классигы Константин Гамсахурдианың «Десница великого мастера» романында Светицховели ғибәҙәтханаһын төҙөү тарихы һәм ошо ваҡиғаға бәйле Грузияның аяҡҡа баҫыуы тураһында бәйән ителә.

  • Беридзе В. Архитектура древней Грузии. — Тб., 1974.
  • Губинашвили Г. Архитектура Грузии средних веков и его три главных кафедрала. — Тб., 1925.
  • Гвердцители Р Мцхета. — Тб., 1962.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=2507 — 2017.