Светлаков Сергей Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Светлаков Сергей Юрьевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр, кино актёры, сценарий яҙыусы, алып барыусы, изготовитель, телетапшырыуҙар алып барыусы, телевидение актёры, игрок КВН
Ойошма йәки клуб ағзаһы Comedy Woman[d]
Уҡыу йорто Урал дәүләт тимер юл университеты
Фолловерҙар һаны 56 558
Commons-logo.svg Светлаков Сергей Юрьевич Викимилектә

Светлаков Сергей Юрьевич (12 декабрь 1977 йыл, Свердловск, СССР) — Рәсәй кино һәм телевидение актеры, телетапшырыуҙар алып барыусы, продюсер, сценарийҙар яҙыусы. «Уральские пельмени» КВН командаһы ҡатнашыусыһы (2000—2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Юрьевич Светлаков 1977 йылдың 12 декабрендә Свердловск ҡалаһында тыуа.

Екатеринбургтағы 2-се мәктәпте (хәҙер 155-се гимназия) тамамлай. Уҡыуҙан тыш, мәктәп йылдарында Светлаков футбол һәм баскетбол менән дә шөғөлләнә, артабан гандбол буйынса спорт мастерлығына кандидат була. Сергейҙың ата-әсәһе улының һөнәри эшмәкәрлектә үҙҙәренең эйәреүсеһе булыуын талап итә: атаһы машинист ярҙамсыһы була, ә әсәһе Свердловск тимер юлы идараһында эшләй[1].

2000 йылда Екатеринбургта «Тимер юл транспортында иҡтисад» һөнәре буйынса Урал дәүләт тимер юлдары университетын тамамлай. Вузда КВН командаһы ойошторолған була, Сергей унда «Институт рыцары» конкурсында еңеп, капитан була. Командала Сергей Светлаков ике йылға яҡын уйнай — КВН шул ваҡыт эсендә уның өсөн беренсе мөһим эш була. Шуның арҡаһында уның уҡыуы менән етди проблемалар барлыҡҡа килә. Светлаков университетта уҡыған ваҡытта автор сифатында популяр «Уральские пельмени» командаһы менән хеҙмәттәшлек итә. Артабан ул уның составына керә, 2000 йылда уҡ команда Юғары КВН лигаһы чемпионы була[1]. Сергей Светлаков жюрилыҡҡа 2004 йылдың Юғары КВН лигаһының икенсе 1/8 финалына саҡырыла. Һуңыраҡ билдәле булғанса, импровизация булараҡ күренгән был эш «Добрянка» сығышының алдан әҙерләнгән өлөшө була һәм алып барыусы Александр Масляков тарафынан хуплана[2].

Сергей Светлаков Сочиҙа үткән «Кинотавр» кинофестивалендә, 2011 йыл.

Мәскәүгә күскәс, Светлаков КВН менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. Гарик Мартиросян, Семен Слепаков, Артур Тумасян һәм Сергей Ершов менән ул КВН командалары өсөн сценарийҙар яҙа. Был ижади коллектив Рәсәйҙә Comedy Club шоуына башланғыс һала[1].

2008 йылда «Прожекторперисхилтон» программаһында башҡа алып барыусылар — Иван Ургант, Александр Цекало һәм Гарик Мартиросян менән бергә алып барыу Светлаков өсөн оло уңыш була, программа Беренсе каналдың иң уңышлы проекттарының береһе булып тора, «ТЭФИ»ның дүрт бүләген ала.

Сергей Светлаков һәм Comedy Club башҡа ҡатнашыусылары Россия президенты Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа

2009 йылда «Уральские пельмени» командаһынан китә, сөнки үҙ проекттары өҫтөндә эш итергә теләй.

2009—2010 йылдарҙа Сергей «Көньяҡ Бутово» программаһының төп эш итеүсе заттарҙың береһе була.

2012 йылдың ноябрендә Сергей Светлаков Латвияла йәшәүгә рөхсәт ала һәм Юрмалала ике ҡатлы йорт эйәһе була[3].

2018 йылдың 22 ғинуарында «СТС Медиа» генераль директоры Вячеслав Муругов Сергейҙың ТНТ телеканалынан китеп, СТС каналына күсеүен хәбәр итә[4].

2020 йылдың ноябрь уртаһында Светлаков коронавирус менән ауырый. Уның юғары температура һәм көслө баш ауыртыуы билдәләнә[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атаһы — Юрий Венедиктович Светлаков, машинист ярҙамсыһы, он тартыу заводында эшләй
  • Әсәһе — Галина Григорьевна Светлакова (кейәүгә сыҡҡансы — Галушко[6]), Свердловск тимер юлында йөк ташыу буйынса инженер булып эшләй
  • Өлкән ағаһы — Дмитрий Светлаков (1970 йылда тыуған), бүләктәр магазины етәксеһе[7]

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беренсе ҡатыны— Юлия Светлакова (Ворончихина) (университетта бергә уҡығандар, бергә Мәскәүгә күсенгәндәр, 2012 йылда айырылышалар[8])
    • Ҡыҙы — Анастасия Сергеевна Светлакова (2008 йылдың 12 декабрендә тыуған)[9]
  • Икенсе ҡатыны — Антонина Чеботарева. Краснодарҙа «Таш» кинофильмы премьераһында танышҡандар. 2011 йылда осрашалар, 2013 йылда Балтика буйында яҙылышалар[10]
    • Улы — Иван Сергеевич Светлаков (2013 йылдың 18 июлендә тыуған)[11][12]
    • Улы — Максим Сергеевич Светлаков (2017 йылдың 16 июлендә тыуған)[13].

Телевидениела[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Уральские пельмени» КВН командаһы ҡатнашыусыһы (2000—2009).
  • ТНТ телеканалында «Наша Russia» юмористик проектында ҡатнашыусы.
  • «Беренсе канал» генераль директоры Хеҙмәте янындағы махсус проекттар бүлегендә сценарий яҙыусыһы (2004—2006)[14], «Иван Ургант менән яҙ» шоуының сценарисы һәм актёры (2006)[15].
  • «Беренсе канал»да «Прожекторперисхилтон» программаһын алып барыусы (2008—2012, 2017).
  • «Беренсе канал»да «Көньяҡ Бутово» шоуында ҡатнашыусы (2009—2010).
  • СТС телеканалында «„Уральские пельмени“ шоуы» юмористик тамашаһында ҡатнашыусы (2009).
  • ТНТ телеканалында ҡарт Митрич ролендә «Comedy Club» резиденты (2010—2011).
  • «Страна в ЅНОРе» юмористик сериалының продюсеры һәм ҡатнашыусыһы (2013).
  • 2013 йылдың көҙөнән 2018 йылдың мартына тиклем «Билайн» мобиль операторы рекламаһында төшөрөлә.
  • Глюкозаның «Танцуй, Россия» клибында ҡатнаша (2008).
  • ТНТ каналында «Танцы» тамашасының жюри ағзаһы (2014-2017).
  • ТНТ каналында «Comedy Баттл» тамашаһының жюри ағзаһы (2012-2016).
  • «Дан минуты» тамашаһының жюри ағзаһы (2017).
  • «Аллаға шөкөр, һин килдең!» шоуҙың продюсеры һәм судьяһы (2018—2019).
  • СТС телеканалында «Урыҫтар көлмәй» комедия тамашаһын алып барыусы (2019).
  • 2019 йылда «Райффайзен» банкы рекламаһында төшә.
  • СТС телеканалында «Форт Боярд» тамашаһында ҡатнаша (2019).
  • СТС телеканалында «Асыҡ яңылыҡтар» үҙ-үҙеңде изоляциялаү режимында шоуҙың авторы һәм алып барыусыһы (2020).
  • СТС телеканалында «Тулы Блэкаут» тамашаһын алып барыусы (2020 йылдан).

Концерттар алып барыусы

  • 01.01.2010; 01.01-30.12.2018; 29.12.2019; 02.01.20021 — «Алтын граммофон» халыҡ премияһын тапшырыу тантанаһы («Беренсе канал»)[16]
  • 31.12.2008 — «Иҫке йылды оҙатыу» («Беренсе канал»)
  • 01.01 һәм 31.12.2009 — «Беренсе каналдағы Яңы йыл төнө» («Беренсе канал»)
  • 2010 — Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам концерты («Беренсе канал»)
  • 27.08.2011 — ҙур байрам концерты («Беренсе канал»)
  • 2012 — «Украина гүзәле» (Интер)[17]
  • 2013 — «Рәсәй гүзәле» (НТВ)[18]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Исеме Роль
2010 ф Наша Russia. Яйца судьбы Леонид, прораб; Снежана Денисовна, уҡытыусы; Славик, үҫмер; Сифон, бомж; Иван Дулин, металлург-гей; Николай Лаптев, ришүәт алмаусы ДПС хеҙмәткәре; телевизор менән һөйләшеүсе Сергей Юрьевич Беляков
2010 ф Ёлки Евгений Павлович
2010 ф Бриллиантовая рука 2 Семён Семёнович Горбунков
2011 ф Ёлки 2 Евгений Павлович
2011 ф Треск ҡыҙылармеец
2011 ф Бедуин табип
2012 ф Камень Пётр Найдёнов (Камень)
2012 ф Джунгли Сергей

Ҡалып:Вфильме

2013 ф Горько! камео, туйҙа алып барыусы
2013 ф Ёлки 3 Евгений Павлович
2014 ф Горько! 2 камео
20132014 с Незабываемый роман 2 Павел, Марияның ире
2014 ф Скорый «Москва-Россия» Сергей
2014 ф Ёлки 1914 Евгений
2016 ф Жених Толя, Алёнаның элекке ире
2016 ф Ёлки 5 Евгений Павлович
2017 ф Ёлки новые Евгений Павлович
2018 ф Ёлки последние Евгений Павлович
2021 ф Love Борис
2022 ф Ёлки 8 Евгений Павлович

Дубляж[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2009 — Юғалған донъя — Доктор Рик Маршалл (Уилл Фаррелл)

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Исаев һәм ҡустыһы Дмитрий Светлаков менән бергә Екатеринбургта ҡыҙыҡ һәм үҙенсәлекле бүләктәр менән сауҙа итеүсе кибеттәр селтәрен аса, бүләктәрҙе улар үҙҙәре яһайҙар. Магазиндар үҙен аҡлай алмаған, шуға күрә бер нисә айҙан һуң ябыла[19][20].

Киевта «Ишәк» ресторанын[21], Алматыла һәм Астанала «Золото» ресторандарын аса.

«Цвет Диванов» мебель компанияһы, «Согаз» именлек төркеме, «Кольцо Урала» банкы рекламаһында[22], шулай уҡ «World of Tanks» компьютер уйыны рекламаһында төшөрөлә. «Билайн» кәрәҙле элемтә операторының, «Fix-Price» кибеттәре селтәренең реклама йөҙө. Модель Алена Крюкова менән берлектә Finn Flare өҫкө кейем кибеттәре йөҙө була.

2013 йылда Сергей Светлаков Санкт-Петербургта «Мой...Pizza» пиццерия селтәрен аса.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Биографии звёзд на Cosmo.ru: Сергей Светлаков. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 май 2012.
  2. Судьба Сергея Светлакова. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 февраль 2012.
  3. Гарик Мартиросян хочет переехать в Латвию к Сергею Светлакову // NEWSru.com, 22 июля 2013
  4. Светлаков и Незлобин уйдут с ТНТ на СТС
  5. Заболевший коронавирусом Светлаков рассказал о сильных болях
  6. Светлаков: «Открою в Киеве свой ресторан»
  7. Сергей Светлаков: мама пекла нам пирожки с молитвой. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 ноябрь 2011.
  8. Мария Ремизова Сергей Светлаков разводится (2012-07-05).
  9. Сергей и Юля Светлаковы: Наша Nastia
  10. Сергей Светлаков: жены и личная жизнь актера. wellnesso.ru.
  11. Сына Сергея Светлакова и Антонины Чеботарёвой заметили папарацци. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 декабрь 2013.
  12. Антонина Чеботарёва родила сына Сергею Светлакову. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2013.
  13. Сергей Светлаков о том, почему скрывал рождение сына: "Никто не знал о Максиме? Значит друзья - друзья!".
  14. Сергей Светлаков, актёр.
  15. Актёр скетчкома «Наша Russia» Сергей Светлаков в гостях у шоу «Ранеты».
  16. Золотой граммофон 2017: Лорак, Гагарина и Лобода порадовали гостей музпремии откровенными нарядами. Комсомольская правда (2017-11-12).
  17. Мисс Украина — 2012. Интер.
  18. Мартиросян и Светлаков «пытали» красавиц вопросами о футболе на «Мисс Россия». РИА Новости (2013-03-03).
  19. Комик Светлаков обанкротился (фото) — Газета «ФАКТЫ и комментарии»
  20. Светлаков свернул бизнес из-за банкротства
  21. Киевляне ополчились против ресторанов Лепса и Светлакова — Недвижимость@Mail.Ru.
  22. Red Pepper снял Светлакова в рекламе банка «Кольцо Урала»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]