Себер дәүләт индустриаль университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Себер дәүләт индустриаль университеты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсми атамаһы Сибирская горно-металлургическая академия, Сибирский металлургический институт һәм Сибирский институт чёрных металлов
Хөрмәтенә аталған Серго Орджоникидзе
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новокузнецк
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Рәсәй, Новокузнецк
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайт sibsiu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Сибирского индустриального университета[d]

Себер дәүләт индустриаль университеты — Новокузнецк ҡалаһында урынлашҡан техник юғары уҡыу йорто[1][2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылдың 23 июнендә СССР халыҡ комиссарҙары Советы һәм СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән, төҙөлөүсе Кузнецк металлургия комбинаты өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләү маҡсатында, Томск политехник университетының «Ҡара металл металлургияһы» һөнәре нигеҙендә асыла. 1931 йылдың көҙөндә академик И. П. Бардиндың тәҡдиме буйынса Новокузнецк ҡалаһына күсерелә[3] һәм Рудокопровая, 49 адресы буйынса урынлаштырыла[4].

1930—1933 йылдарҙа — Себер дәүләт ҡара металдар институты тип атала[3]. Тәүҙә металлургия һәм технология факультеттарынан ғына тора тора.

1933—1994 йылдарҙа — Серго Орджоникидзе исемендәге Себер дәүләт металлургия институты[3]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында институт балалар өсөн мәҙәниәт йортонда урынлаша[5]. Эвакуацияланған уҡытыусылар һәм студенттар Себер дәүләт металлургия институтында ваҡытлыса эшләйҙәр. Тау (1949), төҙөлөш (1960) факультеттары барлыҡҡа килә. Төп (1965) һәм металлургия (1985) корпустары кампусы төҙөлә. Электрометаллургия (1965), иҡтисад (1995), автоматлаштырыу (1995) факультеттары барлыҡҡа килә.

1994—1997 йылдарҙа — Себер дәүләт тау-металлургия академияһы[3].

1998 йылдан алып — Себер дәүләт индустриаль университеты (СибГИУ)[3].

2010 йыл башына дөйөм сығарылыш 68 683 кеше тәшкил итә[6].

2015 йылдың 21 майында, Кемерово дәүләт университетының Новокузнецк филиалында уҡытылған 28 яңы һөнәр буйынса уҡытыуға лицензия ала[7]. Кемерово дәүләт университетының Новокузнецк филиалын Себер дәүләт индустриаль университетына ҡушыу планлаштырыла[8], әммә 2016 йылда Кемерово дәүләт университеты үҙгәртеп ҡоролоу менән бәйле, был уйҙан баш тартырға хәл ителә[9]. Шуға күрә берҙәм Новокузнецк университетын булдырыу мәсьәләһе асыҡ ҡала[10][11].

2019 йылдың мартына ҡарата 23 кафедраһы бар.

Кампус төп корпустан (Киров урамы), тау-металлургия корпусынан (Бардин урамында), спорт комплексынан, сериялы аудиториялар блогынан, ауыр лабораториялар блогынан, мәҙәни үҙәктән, ашхана, сиркәү, ятаҡтарҙан тора.

Институт фәнни хеҙмәттәрен: «Производство ферросплавов» (1972 йылдан), «Гидромеханизация горных работ» (1972 йылдан), «Известия вузов. Чёрная металлургия» (1987) баҫтырып сығара.

Рудокопровая урамындағы корпус[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СМИ-ның иҫке бинаһы

1931йылдан 1969 йылға тиклем— уҡыу корпусы. 2005 йылға тиклем корпуста Себер дәүләт индустриаль университетының хәрби кафедраһы урынлаша. Хәҙерге ваҡытта унда милиция мәктәбе һәм олимпия резервы училищеһы урынлашҡан.

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 4200000207объект № 4200000207

Ректорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СебДИУ-ның төп корпусы
  • Гутовской, Николай Владимирович (1929—1931);
  • Болтенко, Петр Семенович (1931—1932)
  • Дехтярь, Арон Яковлевич (1932—1939)
  • Горшенин, Дмитрий Гаврилович (1939—1943);
  • Вяткин, Егор Тимофеевич (1943—1945)
  • Полухин, Петр Иванович (1945—1952);
  • Куницын, Николай Михайлович (1952—1962);
  • Суворов, Иван Капитонович (1962—1966);[12]
  • Толстогузов Николай Васильевич (1966—1989);
  • Кулагин Николай Михайлович (1989 — июль 2008);
  • Мочалов Сергей Павлович (июль 2008 — июль 2013);
  • Протопопов, Евгений Валентинович (20 июль 2013 — 6 август 2020);
  • Юрьев, Алексей Борисович (2020 йылдың 6 авгусынан).

Билдәле уҡытыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зарвин, Евгений Яковлевич — ҡорос металлургияһы кафедраһы профессоры.
  • Шамовский, Илья Хононович — суйын металлургияһы кафедраһы профессоры.
  • Грдина, Юрий Вячеславович — металдар физикаһы кафедраһы профессоры.
  • Михайленко, Юрий Егорович — техник фәндәр кандидаты, йылылыҡ физикаһы һәм сәнәғәт экологияһы кафедраһы доценты.
  • Самарин Александр Михайлович — СССР Фәндәр академияһы академигы. Ҡорос электрометаллургияһы кафедраһына нигеҙ һалыусы. Һуғыш осоронда Себер металлургия институтында эшләй. Мәскәү дәүләт ҡорос һәм иретмәләр институты ректоры.
  • Дворников, Леонид Трофимович — Ҡырғыҙ Республикаһы фәндәр академияһы академигы, ғилми мәктәп етәксеһе. Машиналар һәм механизмдар теорияһы кафедраһы профессоры.
  • Грузинов, Владимир Константинович — Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы, металлдар белгесе.
  • Цымбал, Валентин Павлович — металлургия һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы профессоры.
  • Масловский, Петр Модестович — СССР Дәүләт премияһы лауреаты. Металлургия производствоһын автоматлаштырыу кафедраһы профессоры
  • Авдеев, Виталий Павлович — СССР дәүләт премияһы лауреаты. Металлургия производствоһын автоматлаштырыу кафедраһы профессоры.
  • Мышляев, Леонид Павлович — 2008 −2013 йылдарҙа фән буйынса проректор. Автоматлаштырыу һәм мәғлүмәт системалары кафедраһы профессоры.
  • Громов, Виктор Евгеньевич —фәнни мәктәп етәксеһе. Физика кафедраһы профессоры.
  • Финкель Виктор Моисеевич — 1960-сы йылдарҙа физика кафедраһы профессоры.
  • Жеребин, Борис Николаевич — Социалистик Хеҙмәт Геройы, суйын металлургияһы кафедраһы профессоры.

Институттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙер университетта түбәндәге институттар һәм кафедралар эшләй:

Филиалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Прокопьевск филиалы. Прокопьевск ҡалаһы, Жолтовский, 4. Төрлө йүнәлештәге 5 һөнәр төркөмө бар[13].

Мыски (1950—1958), Ермак ҡалаларында уҡыу-консультация пункттары һәм Белово ҡалаһында филиалы булған.

Фәнни мәктәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Владимир Лисин — «Новолипецк металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.
  • Неверов, Сергей Иванович — Рәсәй сәйәсмәне, Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының генсовет секретары.
  • Шевченко Николай Петрович — 1996—2007 Иҫке Оскол ҡалаһының урындағы хакимиәт башлығы .
  • Ведерников, Геннадий Георгиевич — СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары[14].
  • Сигаков, Дмитрий Ильич — Советтар Союзы Геройы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]