Седов Леонид Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Седов Леонид Иванович
рус. Леонид Иванович Седов
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Тыуған көнө 14 (27) ноябрь 1907
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Дондағы-Ростов[2]
Вафат булған көнө 5 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[3][4][…] (91 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы[3]
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө физик, математик, уйлап табыусы
Эшмәкәрлек төрө Физика, Механика һәм Математика
Эш биреүсе Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Дөйөм ғәскәр академияһы (инженер ғәскәрҙәре) хәрби институты[d]
Профессор Н.Е. Жуковский исемендәге Үҙәк аэрогидродинамика институты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Мәскәү физика-техник институты[d]
М. В. Келдыш исемендәге тикшеренеү үҙәге[d]
Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институты[d]
РФА-ның математика институты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы[d], СССР Фәндәр академияһы[d], Француз фәндәр академияһы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Леопольд Академияһы һәм Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ростов дәүләт университеты
Ғилми исеме список действительных членов АН СССР[d], РФА академигы[d], академик АН СССР[d], 1953 йыл һәм 1991 йыл
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1937) һәм техник фәндәр кандидаты[d] (1936)
Ғилми етәксе Некрасов, Александр Иванович[d], Сергей Алексеевич Чаплыгин[d][6] һәм Лаврентьев Михаил Алексеевич[d][6]
Аспиранттар Григорян, Самвел Самвелович, Карликов, Владимир Павлович[d], Куликовский, Андрей Геннадиевич[d], Лидов, Михаил Львович[d], Любимов, Григорий Александрович[d], Чёрный, Горимир Горимирович[d], Якимов, Юрий Львович[d], Тирский, Григорий Александрович[d], Vadim Vladimirovich Gogosov[d][6] һәм Ahmed Fouad Ghaleb[d][6]
Кемдә уҡыған Некрасов, Александр Иванович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Описан по ссылке gidropraktikum.narod.ru/…
Commons-logo.svg Седов Леонид Иванович Викимилектә

Седов Леонид Иванович (1 [14] ноябрь 1907 йыл, Дондағы Ростов — 5 сентябрь 1999 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, физик, механик һәм математик. СССР Фәндәр академияһы академигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы, икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1907 йылда Дондағы Ростовта тау инженеры ғаиләһендә тыуған, атаһы — Седов Иван Георгиевич, әсәһе — Раиса Михайловна — мәктәп уҡытыусыһы. 1924 йылда Төньяҡ-Кавказ университетының педагогия факультетына уҡырға инә. 1926 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетына күсә, уны 1930 йылда тамамлай. Буласаҡ академик Лев Понтрягин, үҙенең ҡатыны — Галя Толстова менән бер төркөмдә уҡый.

1930 йылдан алып 1947 йылдың аҙағына тиклем ЦАГИ-ла эшләй, С. А. Чаплыгин етәкселегендәге ЦАГИ дөйөм теоретик төркөмө семинарында ҡатнаша. Бер үк ваҡытта 1937 йылдан Мәскәү дәүләт университетында уҡыта[7].

Техник фәндәр кандидаты дәрәжәһен 1936 йылда яҡлауһыҙ ала. 1937 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Теория плоских движений идеальной жидкости» темаһына диссертация яҡлай. 1937 йылда Мәскәү университетына эшкә килә, уның менән артабанғы тормошон бәйләй: тәүҙә профессор, һуңынан (1953 йылдан) механика-математика факультетының гидромеханика кафедраһы мөдире.[8].

В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһының теоретик механика кафедраһы мөдире (1938—1941).

Седов 1945 йылда баҫылып сыҡҡан көслө шартлау проблемаһын аныҡ хәл итә. Седов сфера, цилиндрик һәм яҫылыҡ симметрияһы осраҡтарында тулҡын фронты артында газ-динамик дәүмәлдәрҙең таралыуы һәм шартлау тулҡынының таралыу закондарын аса. Шул уҡ ваҡытта газда сферик һәм цилиндрик поршень мәсьәләһен хәл итә. Был тикшеренеү газ машиналары теорияһына ҙур өлөш индерә. Седовтың «Распространение сильных взрывных волн» (1946) хеҙмәте СССР Фәндәр академияһының С. А. Чаплыгин исемендәге премияһына лайыҡ була. Артабан уның уҡыусыларының күп кенә фәнни хеҙмәттәре шартлау тулҡындарының таралыу теорияһына арнала.[9]

1946 йылдан СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. 1953 йылдан СССР Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора. «Космические исследования» журналының баш мөхәррире, «Доклады АН СССР» журналының баш мөхәррире урынбаҫары, «Прикладная математика и механика» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, Бөтә Рәсәй фәнни һәм техник мәғлүмәт институты мәғлүмәт баҫмаларының Баш мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы[10].

1947 йылдан 1956 йылға тиклем Үҙә авиация моторҙары төҙөү институтында эшләй. 1954 йылдан бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһының Математика институтында механика бүлеген етәкләй. 1947—1949 йылдан башлап Ғилми-тикшеренеү институты-1-ҙең фәнни эштәр буйынса начальнигы урынбаҫары (Йылылыҡ процесстары институты)[11]. 1950 йылдан 1953 йылға тиклем — Мәскәү физика-техник институтының теоретик механика кафедраһы мөдире. 1953 — 1999 йылдарҙа — МДУ-ның механика-математика факультетында гидромеханика кафедраһы мөдире[12].

1956 йылда СССР Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса Милли комитеттың Тәүге составына инә. Комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй[11]

Ул 1973 йылда ғалимдарҙың «Правда» гәзитенә «академик А. Д. Сахаровтың ҡылығын» ғәйепләгән хатына ҡул ҡуйған СССР Фәндәр академияһы академиктарының береһе була. Хатта Сахаров «Советтар Союзының дәүләт системаһын, тышҡы һәм эске сәйәсәтен дискредитациялаусы бер нисә белдереү яһауҙа» ғәйепләнә, ә уның хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге академиктар тарафынан «совет ғалимының намыҫын һәм абруйын төшөрөү» тип баһалана[1][2]

1999 йылдың 5 сентябрендә кинәт вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[13].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп эше гидро- һәм аэромеханика, тотош мөхит механикаһы һәм оҡшашлыҡ теорияһы буйынса. Түбәндәге проблемаларҙы ентекле өйрәнә:

  • постановка и решение задач о посадке гидросамолётов на воду
  • постановка и решение задач быстрого погружения тел в несжимаемую жидкость
  • построение теории линеаризованной задачи о глиссировании с учётом силы тяжести и брызговых струй
  • построение теории тонкого крыла в плоской задаче
  • разработка базовых идей в аэродинамике нестационарных обтеканий крыльев
  • развитие эффективных методов решения задач о полипланах «тандем»
  • формулировка (1946) автомодельной постановки задачи о сильном точечном взрыве в газе (независимо от Л. Д. Ландау и К. П. Станюковича, начало 1940-х гг.[14][15][16]; Дж. Тейлора, 1941[17]) и получение её аналитического решения[18][19] (независимо от фон Неймана, 1941[20][21]).


Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Седов Л. И. Теория плоских движений идеальной жидкости — М.: Оборонгиз, 1939.
  • Седов Л. И. Плоские задачи гидродинамики и аэродинамики — 3-е изд. — М., 1980.
  • Седов Л. И. Методы подобия и размерности в механике — М.: Наука, 1977.
  • Седов Л. И. Механика сплошной среды (учебник в 2-х томах) — 6-е изд. — СПб.: Лань, 2004. — 528 с. + 560 б.
  • Седов Л. И. Мысли об учёных и науке прошлого и настоящего — М.: Академия наук СССР, изд-во «Наука», 1973. — 120 б.
  • Седов Л. И. Размышления о науке и об учёных — М.: Академия наук СССР, изд-во «Наука», 1980.
  • Седов Л. И., Цыпкин А. Г. Основы макроскопической теории гравитации и электромагнетизма — М.: Наука, 1989. — ISBN 5-02-013805-3.
  • Седов Л. И. Об основных моделях механики — М.: МГУ, 1992. — 151 б. — ISBN 5-211-01570-3.
  • Седов Л. И. Очерки, связанные с основами механики и физики — М.: Знание, 1983. — 64 б.

«Седов ағасы»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тотош мөхиттәр механикаһы өлкәһендә ғилми мәктәп аса. Уның уҡыусылары араһында академиктар Г. Г. Черный, С. С. Григорян, А. Г. Куликовский.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында, Л. И. Седов 40 йылдан ашыу эшләгән кабинетта 2002 йылда мемориаль музей асыла[11][22].
  • Рәсәй милли комитет тарафынан теоретик һәм ғәмәли механика буйынса, шыйыҡса һәм газ механикаһында һәм тотош мөхит механикаһының дөйөм нигеҙҙәре өлкәһендә иң яҡшы ҡаҙаныштары өсөн, Л. И. Седов исемендәге премия булдырылған һәм йыл һайын тапшырыла[23].
  • Седов интегралы[24] (газдарҙың автомоделле ағымдары теорияһында)
  • Келдыш — Седов формулаһы[25] (комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теорияһында)
  • Седовтың вариация принцибы[26]

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Премиялары:

  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) «Плоские задачи гидродинамики и аэродинамики» (1950) һәм «Методы подобия и размерности в механике» (1951) монографиялары өсөн.
  • Ломоносов премияһы (1954)
  • А. Н. Крылов исемендәге премия (1998) — «Одновременное моделирование вязкостного и волнового сопротивления корабля в опытовом бассейне» хеҙмәте өсөн
  • С. А. Чаплыгин исемендәге премия (1947)[28]

Маҡтаулы исемдәре:

  • Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (1994)[29].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. LIBRIS — 2018.
  2. Седов Леонид Иванович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. 3,0 3,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #11879597X // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  4. SNAC — 2010.
  5. filmportal.de — 2005.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Математическая генеалогия — 1997.
  7. ЦАГИ в лицах: Седов Леонид Иванович. ЦАГИ. 24 декабрь 2015 тикшерелгән.
  8. О людях Московского университета, 2019, с. 227
  9. Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020
  10. Седов Леонид Иванович. Проспект звёзд - Ростов-на-Дону. 23 декабрь 2015 тикшерелгән.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Успехи механики // К 95-летию со дня рождения академика Леонида Ивановича Седова (14 ноября 1907 г. - 5 сентября 1999 г.) : журнал. — Т. 1. — № 3. Архивировано из первоисточника 26 декабрь 2015.
  12. Куликовский А. Г., Любимов Г. А. Леонид Иванович Седов // Успехи математических наук : журнал. — 2000. — Т. 55. — № 2(332). — С. 121—124.
  13. Могила Седова Л. И.
  14. (Райзер Ю. П.  Введение в гидрогазодинамику и теорию ударных волн для физиков — Долгопрудный: Издательский дом «Интеллект», 2011. — 432 б. — ISBN 978–5–91559–084–6.. — С. 154.).
  15. Зельдович Я. Б., Райзер Ю. П.  Физика ударных волн и выскотемпературных гидродинамических явлений — М.: Наука, 1966. — 688 б.. — С. 84.
  16. К. П. Станюкович (Станюкович К. П.  Неустановившиеся движения сплошной среды — М.: Наука, 1971. — 856 б. — С. 581.) утверждал, что задача была решена независимо им и Л. И. Седовым в 1944 г., что породило приоритетные споры (см., например: Бунимович А. И., Зверев И. Н., Рахматуллин Х. А., Сагомонян А. Я.  О книге «Газовая динамика» // Известия АН СССР. Механика жидкости и газа. — 1968. — № 2. — С. 167–168.).
  17. Taylor G.  The formation of blast wave by a very intense explosion. Report RC–210, 27 June 1941 — Civil Defence Research Committee, 1941. В открытой печати опубликовано в 1950 г.: Taylor G.  The formation of a blast wave by a very intense explosion. I. Theoretical discussion // Proceedings of the Royal Society. Ser. A. — 1950. — Т. 201. — С. 159–174.
  18. Седов Л. И.  Распространение сильных взрывных волн // Прикладная математика и механика. — 1946. — В. 2. — Т. 10. — С. 241—250.
  19. Sedov L.I. Le mouvement d'air en cas d'une forte explosion // Compte Rendus (Doklady) de l'Académie des sciences de l'URSS. — 1946. — Т. 52. — № 1. — С. 17—20.
  20. von Neumann J.  The point source solution. National Defence Research Committee, Div. B, Report AM–9, 30 June 1941 — 1941. Переиздания: von Neumann J.  The point source solution // Collected works. Ed. A.H.Taub. — 1963. — Т. VI. — С. 219—237., von Neuman J. The point source solution // Bethe H.A., Fuchs K., Hirschfelder J.O. et al. Blast wave. Los-Alamos Scientific Laboratory Report LA-2000. — 1958. — С. 27—55.
  21. Баренблатт Г. И.  Автомодельные явления — анализ размерностей и скейлинг — Долгопрудный: Издательский дом «Интеллект», 2009. — 216 б. — ISBN 978–5–91559–017–4.. — С. 22.
  22. Открытие МЕМОРИАЛЬНОГО КАБИНЕТА Л. И. Седова
  23. Премия имени Л. И. Седова
  24. Овсянников Л. В.  Лекции по основам газовой динамики — М.: Наука, 1981. — 368 б.. — С. 240.
  25. Лаврентьев М. А., Шабат Б. В.  Методы теории функций комплексного переменного — М.: Наука, 1965. — 716 б.. — С. 302.
  26. Тарасов В. Е. Квантовые диссипативные системы. I. Каноническое квантование и квантовое уравнение Лиувилля // Теоретическая и математическая физика. Том 100. N. 3. 1994. — С. 402—417.
  27. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 23 января 1980 года. См.: «Награждение орденами и медалями СССР» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 5 (2027) от 30 января 1980 года. — Стр.99.
  28. Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020, с. 84
  29. Летопись Московского университета

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Московский университет в Великой Отечественной войне — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — Б. 79, 80, 83, 84. — 632 б. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
  • Садовничий В. А. Леонид Иванович Седов (1907—1999) // О людях Московского университета — 3-е изд., дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2019. — Б. 227—231. — 356 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011397-6.
  • Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]