Сәйфуллин Хәмит Мөхәмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сейфулин, Хамид Мухамедзянович битенән йүнәлтелде)
Сәйфуллин Хәмит Мөхәмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1978
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө тарихсы
Уҡыу йорто Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Хәмит Мөхәмәтйән улы Сәйфуллин (19021978) — Тываның беренсе историографы, тарих фәндәре кандидаты, Тыва АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйфулин Хәмит Мөхәмәтйән улы 1902 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа[1]. Үҫмер йылдарында сауҙагәрҙә йәш приказчик булып эшләй.

1919 йылда үҙ ирке менән Ҡыҙыл армия сафына баҫа, унда тәүҙә хәрбиләштерелгән милицияла, һуңынан ВЧК-ГПУ ғәскәрҙәрендә рота политругы булып хеҙмәт итә.

19211924 йылдарҙа Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университетында социаль-иҡтисади дисциплиналар уҡытыусыһы һөнәре буйынса белем ала. Университетты тамамлағас, шунда уҡ уҡыусылар өсөн лектор булып ҡала. Шул уҡ йылда партия ҡушыуы буйынса Донбассҡа ебәрелә. Унда Артемьевский округы совет партия мәктәбендә уҡытыу бүлеге мөдире була һәм бер үк ваҡытта уҡыта ла.

1928 йылда Мәскәү ғилми-тикшеренеү ассоциацияһына милли һәм колониаль проблемаларҙы өйрәнеү буйынса (НИАНиКП) аспирантураға инә, КУТВ-та уҡытып та йөрөй. Шунда ул Тыва һәм Тыва студенттары менән таныша[2].

1929 йылдан уның бөтә ғилми-уҡыу эшмәкәрлеге Тыва менән бәйле була. Ул монгол-тыва кафедраһы мөдире була, шул кафедрала уҡыта, Тыва Халыҡ Республикаһына экспедицияларҙа ҡатнаша (1930, 1931, 1934, 1936, 1938 йылдар). 1935 йылда уға доцент дәрәжәһе бирелә.

1941 йылда М. Х. Сәйфуллин Ҡыҙыл армия сафында полк агитаторы сифатында күп һанлы алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда демобилизациялана.

1944 йылла «Тыва Халыҡ Республикаһы тарихы буйынса ҡыҫҡа очерк» темаһы буйынса диссертация яҡлап, тарих фәндәре кандидаты исемен ала. Шул уҡ йылда Х. М. Сәйфуллин Тыва автономиялы өлкәһенә юллана.

1958 йылға тиклем ТНИИЯЛИ (ТИГПИ) директорының фән буйынса урынбаҫары, Тыва өлкә партия мәктәбендә йәмәғәт башланғысында уҡытыусы — КПСС-тың Ҡыҙыл ҡала комитетының киске университет лекторы булып эшләй. Ул — Тыва иҡтисады һәм тарихы буйынса яҡынса 40 ғилми хеҙмәт авторы, уның исеме Тываны өйрәнеүсе А. А. Пальмбах, В. И. Дулов кеүек күренекле белгестәр рәтендә тора. Х. М. Сәйфуллин ТНИИЯЛИ-ҙың бик күп коллектив хеҙмәттәрен әҙерләү һәм баҫтырыуҙа ҡатнаша.

Хаҡлы ялға сыҡҡас ғаиләһе эргәһенә Мәскәүгә ҡайта. 1978 йылда вафат була[3].

Төп ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История Тувы. Краткий очерк. (1958)
  • Образование Тувинской автономной области РСФСР (1954)
  • К истории иностранной военной интервенции и гражданской войны в Туве (1956) и др.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт билдәһе» ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы.
  • Тыва АССР-ы Юғары Советы президиумы Почёт грамотаһы
  • Тыва АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Монгуш, Б. Б. Сейфулин Хамид Мухамедзянович / Б. Б. Монгуш //Ученые записки. Выпуск ХХIII. Тувинский институт гуманитарных исследований. — Кызыл, 2012 — С. 556—558.
  2. Монгуш, Б. Б. Хамид Мухадмезянович Сейфулин : К 110-летию со дня рождения / Б. Б. Монгуш // Летопись Тувы-2012. Историко-краеведческий альманах / Национальный музей Республики Тыва, Тувинский институт гуманитарных исследований. — Кызыл, 2011. — С. 133—134.
  3. https://www.tuvaonline.ru/2012/10/15/ispolnyaetsya-110-let-so-dnya-rozhdeniya-odnogo-iz-pervyh-istorikov-tuvy-hamida-seyfulina-1902-1977.html