Сейәлеҡул (Шаран районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Сейәлеҡул (рус. Чияли-Куль) — Башҡортостан Республикаһының Шаран районына ингән Сөн йылғаһының һул яғында, Тархан һәм Иҫке Тамъян ауылдары араһынды, Тархан ауылына 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл. Бөгөнгө көндә ул ауыл юҡ.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сейәлеҡул ауылын Октябрь революцияһынан һуң 1927 йылдарҙа Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Шаран районының Йомаҙыбаш ауылына ингән бер нисә ғаилә килеп урынлашып, ҡороп ебәрә. Был ергә килеп урынлашыу инициаторҙары булып Нәбиуллин Фәйзулла Нәбиулла улы (1867), уны хуплаусы Вәлиуллин Ғәйнулла (1875), Фәйзуллин Сәләхетдин (1898), Хәбибуллин Нурлығаян (1905), Хәлиуллин Фәтҡулбаян (1892), Фәррәхов Ғәрәфутдин (1889), Фәррәхов Ғәлимйән (1909) һаналалар. Килеп урынлашыуҙың сәбәбе, шул осорҙағы аслыҡ була. Ғаиләләрҙең күбеһе күп балалы, яңы урынға килеүселәргә ғаиләләге ир-ат һанынан ер бүленгән була.

Топонимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл исеменә килгәндә ауыл халҡында төрлө ҡулланышта йөртөлөп әйтелә. Берәүҙәр Сейәлеҡул (рус. Вишневая рука), сөнки ул урынлашыуы буйынса кеше ҡулына оҡшаш булған, икенселәре — Сейәлекүл (рус. Вишневое озеро, күле булмаһа ла бик матур быуаһы булыуы хаҡында билгеле. Быуа янында һыу тегермәне урынлаша, 1912 йылда ул тегермәнде Демин Иван Гаврилович төҙөтә. Быуа майҙаны буйынса бик оло була һәм күлде хәтерләтә.

Ауылдың урынлашыу структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(Һыҙма схемаһы бар)

Сейәлеҡул ауылы 15-20 йорттан торған ауыл һанала. Бер урамы Сөн йылғаһы буйында урынлашһа, икенсе урамы Тархан ауылы яғына ҡарай урамдың һул яғында урынлаша.

Сейәлеҡул ауылының йорттары урынлашыу тәртибе: 1.Хәлиуллин Фәтҡулбаян Хәлиулла улы (1892),1953 йылдан Иҫке Тамьян ауылына күсә

2.Каррамов Нуретдин Каррамулла улы (мулла) (1882) йылдан Иҫке Тамьянда йәшәй

3.Хәбибуллин Нурлығаян Хәбибулла улы (1905), 1949 йылдан Иҫке Тамьянда йәшәй

4. Фәррәхов Ғәлимьян Фәррәх улы (1909), 1950 йылдан Иҫке Тамьянда йәшәй

5.Фәйзуллин Сәләхетдин Фәйзулла улы (1898), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була

6.Фәррәхов Ғәрәфетдин Фәррәх улы (1889),1942 йылда вафат була

7.Нәбиуллин Фәйзулла Нәбиулла улы (1868), 1939 йылда вафат була

8.Хәлиуллин Ғәли Хәлиулла улы, 1940 йылдан Хабаров өлкәһе яғына сығып китә

9.Хәбибуллин Лоҡман Хәбибулла улы, 1940 йылдан Хабаров өлкәһе яғына сығып китә

10.Вәлиуллин Хәмит Вәлиулла улы (1923), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була

11.Хәбибуллин Ямалетдин Хәбибулла улы,1940 йылдан Хабаров өлкәһе яғына сығып китә

12.Хәбибуллин Йәмғутдин Хәбибулла улы, 1940 йылдан Хабаров өлкәһе яғына сығып китә

13.Тәлипов Кәнзел Тәлип улы (1894), 1953 йылда Төмәнәк ауылына күсеп китә

12.Сәдыҡов Абзалетдин Сәдыҡ улы,1939 Ҡандра яғына күсенеп китә

13.Фәррәхов Фәрхутдин Фәррәх улы (1895), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

14.Фәйзуллин Абзалетдин Фәйзулла улы (1925),1958 йылдан Иҫке Тамъян ауылына күсә

15.Сәдыҡов Мөғәлим Сәхибгәрәй улы (1895), 1939 йылда Ҡандра яғына күсенә

16.Сәдыҡов Сафа Шәйсолтан улы (1910), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

Ауылдың уң яҡында ни бары 3 йорт урынлаша, артабан ҡайынлыҡ китә.

1.Фәйзуллин Хәләфетдин Фәйзулла улы (1905), 1964 йылда вафат була

2.Хәлиуллин Ғайса Кәрәй улы (1910), 1947 Туймазы районы яғына күсеп китә

3.Вәлиуллин Ғәйнулла Вәлиулла улы (1875), Иҫке Тамъян

Ауылдың халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йыл ғы халыҡты иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса Сейәлеҡул ауылында 90 кеше, ә 1959 йылда 30 кеше йәшәй. 1929 йылда Йомаҙыбаш ауылының крәҫтиәндәре (аҫҡы бүлеге), Ҡыҙылтау һәм Сейәлеҡул ауылдары «Марс» ауыл хужалығы артеле булып ҡушылалар. 1935 йылда «Марс» колхозы уставы ҡабул ителгән.1935 йылда Сейәлеҡул ауылынан 27 хужалыҡ «Марс» колхозынан сығып «Ударник» колхозына инә. Сөнки «Ударник» колхозы эш көнө иҫәбенә ашлыҡты башҡа хужалыҡтарға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк биргән.

1960 йылда Сейәлеҡул ауылында йәшәүсе ғаиләләр: 1.Демин Иван Гаврилович — 9 кеше 2.Вәлиуллин Ғайнулла Вәлиулла улы — 8 кеше 3.Фәйзуллин Хәләфетдин Фәйзулла улы — 5 кеше 4.Фәйзуллина Сайма Ғәҙелша ҡыҙы — 3 кеше 5.Нәбиуллина Шәйҙә Сибиғәт ҡыҙы — 5 кеше.

1968 йылда Сейәлеҡул ауылында Демин Александр Иванович ғаиләһе генә йәшәй.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1929 йылда Йомаҙыбаш ауылының крәҫтиәндәре (аҫҡы бүлеге), Ҡыҙылтау һәм Сейәлеҡул ауылдары «Марс» ауыл хужалығы артеле булып ҡушылалар. 1935 йылда «Марс» колхозы уставы ҡабул ителгән.1935 йылда Сейәлеҡул ауылынан 27 хужалыҡ «Марс» колхозынан сығып «Ударник» колхозына инә. Сөнки «Ударник» колхозы эш көнө иҫәбенә ашлыҡты башҡа хужалыҡтарға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк биргән. 1942 йылға тиклем Сейәлеҡул ауылының 30-50 баштан торған үҙ һыйыр фермаһы булыуы билгеле. Ашлыҡ һаҡлау өсөн амбары, бик матур уңдырышлы ерҙәре баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнергә булышлыҡ итеүе мәғлүм. Быуа янында һыу тегермәне урынлаша, 1912 йылда ул тегермәнде Демин Иван Гаврилович төҙөтә. Быуа майҙаны буйынса бик оло була һәм күлде хәтерләтә. Сейәлеҡул ауылында Демин Иван, Фәйзуллин Хәләфетдин, Фәйзуллина Сайма, Тәлипов Кәнзелғилем умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Һыу булмағанлыҡтан күбеһе ҡойо ҡаҙыта. Эсәргә яраҡлы һыу табылмағанлыҡтан, шишмәнән ташыйҙар. Шишмә Тархан ауылына ҡарай 1 км йыраҡлыҡта, Демин Аким һыу тегермәне тирәһендә урынлаша. Сейә үрсетеү һәм үҫтереү плантацияһы Хәлиуллин Фәтҡулбаяндарҙың баҡса артында, Тархан ауылы яғына ҡарай урынлаша. Ҡайынлыҡтар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яғыулыҡ етмәгәнлектән киҫелеп бөтә. Утын яғып йорттарҙы йылыталар, тирә-яҡ урмандарын киҫеү тыйыла һәм һаҡланыла. Һәр урмандың үҙ ҡарауылсыһы була. Ауылдың мәсет, кибет, юлдары ла булмай. Ауылда йәшәү шартының төп проблемаһы булып, халҡы ҡулланырлыҡ эсәр һыуы булмауы билгеле. Электр уты ла һуҙылмаған, балалар дәреслектәрен керосин лампаһы яҡтылығында ҡараған.

Ауылдың ликвидацияға эләгеү сәбәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сейәлеҡул ауылы «Перспективаһыҙ ликвидацияланған ауылдар» программаһына индерелә. Приказ буйынса, халыҡтың теләгенә ҡарамай, перспективаһыҙ тип ҡарала."Ҡара" исемлеккә индерелгән, ауылдың алдағы тормошо хәл ителгән була, сөнки ауылда булған сәнәғәт һәи иҡтисад күренештәре бөтөрөлөгән, ябылған була. Халыҡ башҡа ерҙәргә күсенә. 1953 йылдың 15 июлендә БАССРҙың Юғары Президиум советы ҡарары буйынса Ҡыр-Теләүле һәм Баҙғыя сельсоветы ҡушылалар, үҙәге булып Баҙғыя ауылы һанала. 1967 йылда ауылды ликвидациялау осоронда барлыҡ хужалыҡ Иҫке Тамьян, Иҫке Теләүле һәм Ҡыр-Теләүле ауылдарына күсенәләр. 1968 йылдың 31 октябренән Сейәлеҡул ауылы кешеләренең башҡа ауылдарға күсеп китә башлауҙары сәбәпле һәм төрлө иҫәп документтарынан һәм Баҙғыя сельсоветынан сығарылыуы ҡарала.

Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуң йәшәү осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланған көндөң беренсе көндәренән үк барлыҡ ауырлыҡ ауыл хужалығында эшләүҙең барлыҡ тармаҡтары ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, бала-сағалар елкәһенә төшә. Барлыҡ көстәрен фронт һәм Еңеү өсөн тип арымай-талмай эшләйҙәр.Һуғыш осоронда «Ударник» колхозының бик күп аттары армияға тапшырыла. Аттар һуғыш ҡоралдарын, поход ашханыһын, кәрәкле йөктәрҙе ташыу ролен үтәй. БАССРҙың Благовещен ҡалаһы тирәһендә төҙөлгән 112 кавалерия дивизияһының бер бүлегенә аттарҙы колхоздың ветеринария хеҙмәткәре Хәлиуллин Шәғимулла Хәлиулла улы (1908) ҡыуып алып бара. Яуҙарҙа ҡатнашып Берлинғаса барып етә, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Кавалер Ордена Отечественной войны II степени и медали «За боевые заслуги» бүләкләнә. Ғайнулла Вәлиулла улы (1875) һәм Хәлиуллин Ғайса Кәрәй улы (1910)"Ударник" колхозының һуғыш осоро йылдарындағы хеҙмәттәре өсөн Юғары советтар Президиумы указының 1945 йылғы 6 июненән «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945гг.» медалдәре менән бүләкләнәләр. Тыл ветерандары иҫәбенә инеп, һуғышта ҡатнашыусылар исемлегенә керетелгәндәр. Һуғыштан һуң «Ударник» колхозын (Иҫке Тамьян, Сейәлеҡул ауылдары ингән) Ғәлиуллина (Ғәлиева) Хәҙисә Ғәбделхәҡ ҡыҙы етәкләй. Ферма мөдире булып Сәхәпова Ғәйниямал Нурғәли ҡыҙы (1909), иҫәпсе — Биксурина Сәғудә эщләйҙәр. Хужалыҡ дәүләткә планды уңышлы үтәй. Хәҙисә Ғәбделхаҡ ҡыҙы һәм Ғәйниямал Нурғәли ҡыҙы күрһәткән хеҙмәттәре өсөн « 1941—1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалдар менән бүләкләнәләр. 1942 йылдың ноябрь айындағы «Ҡыҙыл Башҡортостан» республика газетаһында «Ударник» колхозында уңышлы эшләүсе председатель Ғәлиуллина Хәҙисә һәм ун алты йәшлек бригадир Рәпиев Әбдулкәрим тураһында мәҡәлә сыға.Үҙенең йәшен арттырып, 1943 йылда Ә.Рәпиев үҙ теләге менән фронтҡа китә, командирлар курсын тамамлай, һуғышта бик күп мөһим операцияларҙа ҡатнашып, бер нисә тапҡыр ҡаты яралана, 1946 йылдың апрель айында демобилизациялана. 1968—2005 йылдар Сейәлеҡул ауылы урынлашҡан ерҙәрҙә Ҡыр-Теләүле ауылының һөтсөлөк фермаһының йәйге лагеры урынлаша. Электр уты сымдары һуҙыла. Ауыл бөтөнләй бөткәс кенә электр бағаналары ултыртыла. 1960 йылда колхоздарҙа малсылыҡ һәм йәйге йәйләүҙәргә ихтибар айырыуса ныҡ бүленә. Сейәлеҡул ауылы урынлашҡан ерҙәрҙә түбәләре ябылған кардалар, һауым агрегаттары, һауынсылар өсөн ял өйҙәре төҙөлә.

Сейәлеҡул ауылының 1941—1945 йылдар Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау ҡайтыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.Вәлиуллин Миннихәзи Ғайнулла улы (1922) (1 группа инвалиды, аяҡһыҙ). 2.Вәлиуллин Хәмзә Ғәйнулла улы (1921). 3.Ғәйнуллин Мәхмүт Ғәйнулла улы (1902). 4.Демин Иван Гаврилович (1893). 5.Сәдыҡов Мөсәлим Мөғалим улы (1923). 6.Сәдыҡов Мөғәлим Сәхибгәрәй улы (1895). 7.Тәлипов Кәнзел Тәлип улы (1894). 8.Фәррәхов Ғәлимйән Фәрәх улы (1909). 9.Фәррәхов Мөфаздал Ғәрәфутдин улы (1925). 10.Фәррәхов Мирзаһит Ғәрәфутдин улы (1914) (1 группа инвалиды, контузиялы, һаңғырау-телһеҙ). 11.Фәйзуллин Абзалетдин Фәйзулла улы (1925). 12.Фәйзуллин Инсаф Фәйзулла улы (1923). 13.Фәйзуллин Хәләфетдин Фәйзулла улы (1905). 14.Фәйзуллин Шәйсолтан Фәйзулла улы (1918). 15.Хәлиуллин Ғайса Кәрәй улы (1910). 16.Хәлиуллин Хәмзә Фатҡулбаян улы (1925). 17.Хәбибуллин Нулығаян Хәбибулла улы (1905). 18.Тәлипов Әнүәр Ҡәҙел улы (1924).

Сейәлеҡул ауылының 1941—1945 йылғы һуғыш яланында һәләк булыусылары һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Вәлиуллин(Ғәйнуллин) Ғәли Ғәйнулла улы (1925). 2. Вәлиуллин Хәмит Вәлиулла улы (1923). 3. Ғәлләмов Минниәхмәт Ғәлләм улы (1910),1942 йылдың октябрь айында хәбәрһеҙ юғала. 4. Демин Иван Иванович (1925), 1943 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғала 5. Сәдыҡов Сафа Шәйсолтан улы (1910), сержант, Людково ауылы тирәһендә һәләк була, Мосальского р-на, Калужской области. 6. Фәррәхов Фәрхутдин Фәррәх улы (1895),ҡыҙылармеец, пулеметсы, 1943 йылдың май айында хәбәрһеҙ юғала. 7. Фәррәхов Мөғәллим Ғәрәфутдин улы (1909), Ленинград шәһәре яғында хәбәрһеҙ юғала. 8. Фәррәхов Саяхетдин Ғәрәфутдин улы (1911). 9. Фәррәхов Мәкәрим Ғәрәфутдин улы (1916). 10.Фәйзуллин Исламгәрәй Фәйзулла улы (1915), 1945 йылдың февраль айында хәбәрһеҙ юғала. 11.Фәйзуллин Сәләхетдин Фәйзулла улы (1898), 1943 йылдың август айында хәбәрһеҙ юғала

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.Память. Списки погибших в Великой Отечественной войне 1941—1945 годов. Книга 20 — Уфа, «Китап», 1999 год.

2. «Они вернулись с Победой». Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.", том 12, Уфа, «Китап», 2005 год.

3. «Край родной навек любимый», энциклопедическое издание по истории Шаранского района, Уфа, издательство «Мир печати», 2011 год.

4. «Из истории Юмадыбаш», ГУП РБ РИК «Туймазинский вестник», 2015 год.

5. «Конники и кони Шаранского района», ГУП РБ РИК «Туймазинский вестник», 2006 год.

6. «Башкирских нефтяников славные имена», г. Уфа,1997 год.

7. Похозяйственные книги за 1940—1971 годы (архив района).

8. «Герои тыла», списки тружеников, награжденных медалью «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.», том 17, г. Уфа, 2010 год.

9. «Башкирия в годы Великой Отечественной войны», Уфа, Китап, 1995 год.

10."Туймазинская земля. Дела и люди", Уфа, 2005 год.

11.Из истории села Шаран(1752-2002гг.), Уфа, издательство «Слово», 2003 год.

13. «Деревенька ты моя, деревенька…» ООО Издательский дом "Черагул, Уфа, 2006 год

14. «Тевкелевы и крестьяне нашего края», Уфа, 2014 год

15. «Страницы истории малых деревень», ГУП РБ РИК «Туймазинский вестник», 2012 год.

16. «Генералы Башкортостана», Уфа, издательство «Китап», 1995 год.

17. «История сел и деревень Башкортостана», Уфа, «Китап»,1993 год

18. «Из истории Шаранского района», К.Сарычев, Шаран-2015 год.

19. «Материалы по истории родного края» Н. А. Фомин, Уфа, издательство «Хан», 2010г.

20. «Сведения о репрессированных жителях Шаранского района», районная газета «Знамя Октября» от 24,26 ноября и 1,3,8,15 декабря 1992 года, № 125,126,127,128,129,130.

21. Материалы из архива Министерства обороны СССР.

22.Населенные пункты Башкортостана по материалам всесоюзных переписей населения 1939, 1959 и 1970 годов, том 2, Китап, 2018 год.

23."Красивая Поляна.1931". Уфа ГУП РБ БИ «Китап».2020 год