Сейәтүккән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сейәтүккән
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Сейәтүккән (рус. Сэйэ-Туккэн) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы йылға.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сейәтүккән йылғаһы Һаҡмар йылғаһының һул ҡушылдығы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы Оло Сурай (Сурай) ауылынан йыраҡ түгел аҡҡан йылға[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға тарихы административ-территориаль йәһәттән яҡындағы Оло Сурай (Сурай) ауылы тарихынан айырылғыһыҙ. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында булған был ауыл документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда[2] (йәки 1795 йылда[3]) теркәлеп ҡалған.

Октябрь революцияһынан һуң ауыл бер Башҡортостанға, бер Ырымбур өлкәһенә күсеп, кантон атамалары ла үҙгәреп ала. 1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны иҫәбендә була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составында булып сыға. 1930 йылдың 20 авгусынан кантон бөтөрөлөп, Ейәнсура районы ойошторола һәм ауыл уның етәкселегенә күсә. 1934 йылда Оло Сурай яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһе ҡарамағына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ейәнсура районы составында була. Әйткәндәй, 1938—1957 йылдарҙа өлкә үҙе лә исем алыштырып, Чкалов өлкәһе тип аталып ала. 1959 йылдан ауыл Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы ҡарамағында[4]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атамаға ошондай аңлатма бирә: Гидроним башҡорт телендәге сейә һәм түккән һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Оло Сурай ауылы янындағы үҙәндә ҡыр сейәһе ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, бер мәл был урында ҡурҡыштан кемдеңдер йыйған сейәһе түгелгән булған[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  5. Сэйэ-Туккэн — речка, левый приток Сакмары близ Чураево. В долине Сейэ-Туккэна — заросли дикой вишни. Предание гласит, что однажды здесь с испуга рассыпали собранную вишню. Башкирское сейэ — «вишня», туккэн — форма прошедшего времени от глагола тугеу — «просыпать», «рассыпать». «Вишню рассыпал» — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.