Секей халҡы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Секейҙар (венгерсә Székelyek) — Румынияла йәшәгән халыҡ. Венгр халҡының өлөшө булып тора, венгр теленең диалектында һөйләшә. Халыҡ һаны — яҡынса 650 мең кеше.

«Секей ҡапҡаһы»

Секейҙар Румынияның Трансильвания тигән өлөшөнөң түбәндә күрһәтелгән 3 регионында йәшәй:

  • Харгита (Harghita), 275 841 кеше (региондың дөйөм халыҡ һанынан 84,6 % тәшкил итә)
  • Ковасна (Covasna), 164 055 кеше (регион халҡынан яҡынса 73 %)
  • Муреш (Mureș), 227 673 кеше (регион халҡынан яҡынса 39,2 %)

Шулай уҡ яҡынса 150 000 секей Венгрияла йәшәй.