Питер Селлерс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Селлерс Питер битенән йүнәлтелде)
Питер Селлерс
ингл. Peter Sellers
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Richard Henry Sellers
ингл. Richard Henry Seller[4][5]
Тыуған көнө 8 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[6][7][8][…]
Тыуған урыны Саутси[d], Портсмут[d], Гэмпшир[d], Бөйөк Британия
Вафат булған көнө 24 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[6][7][8][…] (54 йәш)
Вафат булған урыны Мидлсекская больница[d], Фицровия[d], Вестминстер[d], Ҙур Лондон[d], Лондон[d], Англия, Бөйөк Британия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Голдерс-Грин[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы William Sellers[d][9]
Әсәһе Agnes Doreen Marks[d][9]
Хәләл ефете Anne Hayes[d][10], Бритт Экланд[d], Miranda, Countess of Stockton[d] һәм Линн Фредерик[d]
Балалары Майкл Селлерс[d], Sarah Sellers[d] һәм Виктория Селлерс[d]
Туған тел британский вариант английского языка[d]
Һөнәр төрө телевидение актёры, кино актёры, актёр, комик, банджоист, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, йырсы
Уҡыу йорто St Aloysius RC College[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы апрель 1980
Ҡан төркөмө А (II)[d]
Ғәскәр төрө Королевские военно-воздушные силы Великобритании[d]
Фильмография Peter Sellers filmography[d]
Жанр Комедия
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 174 сантиметр
Рәсми сайт petersellers.com
 Питер Селлерс Викимилектә

Питер Селлерс (ингл. Peter SellersPeter Sellers, псевдоним, ысын исеме — Ричард Генри Селлерс, ингл. Richard Henry SellersRichard Henry Sellers; 8 сентябрь 1925 йыл, Саутси, Хэмпшир графлығы, Бөйөк Британия — 24 июль 1980 йыл, Лондон, Бөйөк Британия) — Британия актёры. Эдвардс Блейктың «Алһыу пантера» фильмындағы аҡылға еңелерәк инспектор Клузо ролен 1963 йылда һәм фильмдың дауамында уйнау уға бөтә донъяла билдәлелек килтерә.

Бер нисә тапҡыр «Оскар» (1960, 1965 , 1980) премияһы, «Алтын глобус» (1963, 1965, 1976, 1977, 1980 — еңеүсе) премиялары номинанты, Британ академияһы премияһын отоусы (1960 — ота, 1963, 1965, 1981) һәм башҡа премиялар эйәһе. «Будучи там» фильмында төп ир-ат ролен уйнаған өсөн «Алтын глобус» (1980) премияһына лайыҡ була.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Питер Селлерс водевиль комиктар ғаиләһендә тыуа (атаһы протестант булған, ә әсәһе — йәһүд) һәм ике йәшендә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға. Иртә бала сағынан уҡ пародиялар күрһәтергә оҫта була. Һуғыш ваҡытында Хәрби-һауа көстәренең махсус актёрҙар подразделениеһында хеҙмәт итә. Варьетела сығыш яһай, 1948 йылдан алып Би-Би-Си радиоһында эшләй. Үҙ карьераһын Спайк Миллиган һәм Гарри Секомб менән The Goon Show тапшырыуында күңел күтәреүсе программаны алып бара.

Питер псевдонимын бала сағында уҡ ала, сөнки уның ата-әсәһе иртә вафат булған Питер ағаһы иҫтәлегенә уны шулай атаған.

Селлерстың тәүге уңышлы фильмдары «Убийцы леди», «Рёв мыши» инглиз комедиялары (ул бында өс роль уйнай) һәм «Миллионерша» фильмында Софи Лорен менән бергә эше.

Питер һәм уның ҡатыны Селлерс Экланд Бритт (1964 йыл)

1962 йылда Стэнли Кубрик Селлерсты «Лолита» фильмында Мэйсон Джеймс һәм Уинтерс Шелли менән бергә Клэр Куилти ролен уйнарға саҡыра. Кубрик Селлерстың тәүге фильмдарында күрә һәм уның төрлө ролдәрҙе оҫта кәүҙәләндереү талантына һоҡлана. Селлерс, шуға ҡарамаҫтан, башта үҙенең богема америка драматургы ролен уйнау алырына ышанмай тора. Кубрик Селлерсты яҡшы уйнай алыуына ышандыра һәм хатта Селлерсҡа бер ни тиклем дәрәжәлә импровизация яһарға ла рөхсәт итә. Кубрик Набоков романына ҡарағанда Куилти ролен байтаҡҡа киңәйтә. Селлерстың үҙен икенсе кеше итеү оҫталығын күрһәтеү һәм тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеү өсөн Кубрик сценарийына бер нисә эпизод өҫтәй. Фильмды төшөргән саҡта Селлерсҡа Куилти ролен башҡарыу көндән-көн нығыраҡ оҡшай, һәм, Кубрик әйтеүенсә, актёр «комик экстазға» бирелә.

Кубриктың сираттағы фильмында, «Доктор Стрейнджлав, или Как я перестал боятьсяи полюбил атомную бомбу» сатирик комедияһында, Селлерс өс бөтөнләй башҡа төрлө персонаждарҙы : АҠШ президенты Меркин Маффля, авиация полковнигы инглиз Лайонел Мәндрейк һәм аҡылдан яҙған ярым паралич һуҡҡан ғалим-йәҙрәсе доктор Стрейнджлавты — уйнай. Баштағы план буйынса Селлерс майор Т. Дж. Конгты уйнарға тейеш була, ләкин актёр аяғын йәрәхәтләй һәм шунлыҡтан тар бомбардировщик кабинаһы декорацияларында төшә алмай. Был өс роле өсөн Селлерс «Оскар» премияһы номинанцияһына тәҡдим ителә. Был фильмдарҙа ла Селлерсҡа импровизация яһарға мөмкинлек бирелә.

1963 йылда Селлерс Блейк Эдвардстың «Алһыу пантера» детектив комедияһында төшә. Башта инспектор Клузо роле икенсе план роле итеп планлаштырыла һәм Питер Устиновҡа тәҡдим ителә, әммә тап ошо роль Селлерсты халыҡ-ара йондоҙҙар яһай, ә был таҫма ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шунлыҡтан уның артынан актёрҙың вафатына тиклем һәм ул үлгәндән һуң да серияның дауамы «Выстрел в темноте» (1964), «Возвращение Розовой пантеры» (1975) һәм башҡа фильмдар төшөрөлә.

1960-сы йылдарҙың аҙағында Селлерс героик-романтик ролдәрҙе башҡара, шунлыҡтан уңышһыҙ проекттар серияһын барлыҡҡа килтерә, шуларҙың иң күп телгә алынғаны — «Казино Рояль» (Casino Royale, 1967).

Селлерс өсөнсө инфаркттан 54 йәшендә 1980 йылдың июль айында вафат була. Актёрҙың үҙ теләге буйынса уны ерләгәндә Гленн Миллерҙың Mood In the йыры яңғырай. Ул үлгәндән һуң Блейк Эдвардс, фильмда файҙаланмаған эпизодтарҙы һәм яңы материалдар ҡулланып, «След Розовой пантеры» (1982) фильмын төшөрә.

Селлерстың икенсе ҡатыны — актриса Бритт Экланд, уларҙың дөйөм ҡыҙы Виктория (инг.)баш. (инг.)баш. шулай уҡ актриса булып китә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылда актёрға арналған «Жизнь и смерть Питера Селлерса» фильмы сыға, Питер Селлерс ролен актёр Джеффри Раш башҡара.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119336197 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Lundy D. R. Peter Richard Henry Sellers // The Peerage (ингл.)
  4. Clown Prince (ингл.) / S. BuzbeeWashington: Fred Ryan, 2002. — ISSN 0190-8286; 2641-9599
  5. Richard Henry Seller - England and Wales Death Registration Index 1837-2007 (ингл.) — 1999.
  6. 6,0 6,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119336197 // Peter Sellers (нем.) — 2012—2016.
  7. 7,0 7,1 Peter Sellers // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. 8,0 8,1 Peter Sellers // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. 9,0 9,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  10. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]