Сельский Натан Евсеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сельский Натан Евсеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө хирург
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Сельский Натан Евсеевич (25 сентябрь 1958 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, яңаҡ-йөҙ өлкәһендә трансплантация мәсьәләһе буйынса белгес, медицина фәндәре докторы, баш һөйәге-яңаҡ-йөҙ хирургтары Европа ассоциацияһының мөхбир ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Натан Евсеевич Сельский 1958 йылдың 25 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтында юғары һөнәри белем алып, уны 1982 йылда тамамлай[1]. Вузды тамамлағас, 1983 йылдан башлап Ишембай ҡалаһы үҙәк дауаханаларының береһендә эшләй башлай. 1986 йылдан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә, унда бүлек етәксеһе вазифаһын биләй (1989 йылдан), генераль директорҙың беренсе урынбаҫары һәм бүлек мөдире (1982 йылдан). Төп профессиональ эшмәкәрлеге менән бер рәттән, 2004 йылдан алып Екатеринбургта урынлашҡан Урал медицина академияһында уҡытыусы булып эшләй. 2006 йылдан алып Өфөлә «Косметологик дауахана» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй[2].

Натан Евсеевич аллотрансплантаттар[3] ҡулланыусы Рәсәй реконструктив хирургия мәктәбенә нигеҙ һалыусы, терәк-контурлы пластика өсөн һөйәктән трансплантаттар һәм имплантаттар эшләү етәксеһе[4]. Фәнни эшмәкәрлеге яңаҡ-йөҙ өлкәһендә тыумыштан булған йәки тормошта барлыҡҡа килгән дефекттар һәм деформацияларҙы хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә арналған. Шулай уҡ Н. Сельский 60-тан ашыу фәнни баҫма, 10 уйлап табыу авторы, улар иҫәбендә «Аллоплант» биоматериалы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000)[6]
  • Медицина фәндәре докторы (2002)[7]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (2007)[8]
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2008).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2015)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт энциклопедияһы — Сельский Натан Евсеевич (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
  2. Отделение дентальной имплантологии, костной пластики и челюстно-лицевой хирургии. Косметологическая лечебница. 21 июнь 2015 тикшерелгән.
  3. Надежда Тюнёва Во Всероссийском центре глазной и пластической хирургии освоены уникальные операции. Республиканская общественное-политическая газета (26 августа 2006 года). 21 июнь 2015 тикшерелгән.
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Сельский Натан Евсеевич (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
  5. Сельский Натан Евсеевич. Электронный журнал «Oplastike.ru». 21 июнь 2015 тикшерелгән. 2015 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.
  6. Указ Президента РБ от 31.08.2000 N УП-536 «О присвоении почётных званий Республики Башкортостан работникам здравоохранения республики». Правовой портал Башкортостана (31 августа 2000 года). 21 июнь 2015 тикшерелгән.
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Сельский Натан Евсеевич (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
  8. М. Фрадков Постановление Правительства Российской Федерации от 22 февраля 2007 г. N 121 г. Москва о присуждении премий Правительства Российской Федерации 2006 года в области науки и техники. Российская газета (28 февраля 2007 года). 27 июнь 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]