Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 1997
Урынлашыуы Рәсәй, Ростов өлкәһе, Семикаракорск ҡалаһы
Директор Здоровцева Нина Юрьевна[1]

Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Семикаракорск ҡалаһындағы музей.

Музей тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей 1997 йылда булдырыла. 2000 йылдан башлап ул мәҙәни һәм фәнни-ағартыу учреждениеһы булараҡ рәсми рәүештә асыла.

Музейҙың 16 меңдән артыҡ берәмек төп һәм ғилми-ярҙамсы фонды иҫәпләнә. Ул Ростов өлкәһе муниципаль музейҙары араһында иң ҙуры булып тора. Дүрт залында «Яҡташ-яҙыусы Борис Николаевич Куликовтың тормошо һәм ижады» әҙәби-монографик экспозиция йәйелдерелгән. Килеүселәр музей экспозицияһында һынлы сәнғәт, XIX быуат аҙағы — XX быуаттың беренсе яртыһында Семикаракорск станицаһының көнкүреше һәм этнографияһы, Семикаракорск районының хәрби һәм хеҙмәт даны тарихы менән танышырға мөмкин.

Музей янында өс әҙәби-тарихи берекмә эшләй — «Татьянин день» Кочетовская станицаһында, «Ватан тарихын һөйөүселәр клубы» һәм «Матурлыҡ һөйөүселәр клубы» Семикаракорск ҡалаһында (1962 йылдан алып). 2004 йылда Кочетовская станицаһында 1986 йылда асылған В. А. Закруткин мемориаль йорт-музейы музей составына структура бүлексәһе сифатында ҡушыла. Йорт-музейҙың фондында алты меңдән артыҡ экспонат иҫәпләнә[2][3].

2013 йылда Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Ростов өлкәһенең 26 муниципаль музейы араһында беренсе булып, мәҙәниәт Министрлығы булышлығында төҙөлгән Рәсәй Федерацияһы Музей фондының дәүләт каталогына индерелгән[4][5].

Музей йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышының иҫтәлекле даталарына арналған саралар үткәреп тора[6][7].

Адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Семикаракорск ҡалаһы, В. А. Закруткин проспекты, 25.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]