Сен-Ло
Сен-Ло (франц. һәм Ҡалып:Lang-nrm Saint-Lô, лат. Briovera, Fanum Sancti Laudi) — төньяҡ-көнбайышта, Францияның Нормандия төбәгендә, урынлашҡан ҡала. Манш департаментының административ үҙәге, шулай уҡ ошо исемдәге округтың да үҙәге. Көнбайышҡа табан Кандан 57 км-ҙа һәм Шербур-ан-Котантендан 78 км көньяҡ-көнсығышҡа табаналыҫлыҡта, Вир йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Ҡала аша N174 автомагистрале үтә.
Халҡы (2015) — 19 301 кеше.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала башта Briovère тип атала(тәржемәһе «Вир йылғаһы күпере»); ул бейек яһалма өйөнтөлә тора, тирә-яҡ ауылдарҙа галдарҙың венелл ҡәбиләләре йәшәгән. Римляндар баҫып алған етәкселегендә Бриовер б. э. т 56 йылда римлеләр тарафынан баҫып алынған, венеллдар башлыҡтары Виридовикс менән ҡыйратылған . III быуатта Бриовер күп тапҡырҙар сакстарҙың баҫыуына дусар була. Франктар ҡалала үҙ власын ҡуя алмаған, әммә үҙ тәңкәһен һуға алған.. Яҡынса 300 йылдар тирәһендә емерелгән алиһә Церера сиркәүе урынында Изге Тәре сиркәүе (Сен-Круа) төҙөлә . Ло Кутанский 525—565 йылдарҙа бында халыҡтарҙың тәрән хөрмәтенә лайыҡ булған епископ Ло Кутанскийҙың резиденцияһы урынлашҡан була. Ул вафат булғас, епископты канонлаштыралар һәм Бриоверҙа ерләйҙәр. Ҡалаға бик күп кеше ғибәҙәт ҡылырға килә һәм улар ҡаланы «Сен-Ло» тип атай; VIII быуатта был исем ҡаланың рәсми атамаһына әүерелә.
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIII быуатта Сен-Ло ҙурлығы буйынса Нормандияның өсөнсө ҡалаһы була. 1275 йылда ул үҙ тәңкәһен һуғыу хоҡуғына эйә була, был хоҡуҡты ул 1693 йылға тиклем һаҡлай.
Яңы заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуат башына Сен-Ло үҙ статусын юғалта. 1636 йылда, хөкүмәт тоҙға һалымдарҙы арттыра. был хәлдән һуң Сен-Ло, бөтә Контантен кеүек үк, ихтилал яланына әүерелә. 1794 йылда Бөйөк француз революцияһы һөҙөмтәһендә территориаль реформа үткәрелә һәм Манш департаменты барлыҡҡа килә, уның үҙәге булып башта Кутанс тора, һәм бары ике йылдан һуң ғына үҙәк статусын Сен-Лоға күсерәләр.
Наполеон заманында ҡалала милли ат заводына нигеҙ һалына. 30 йыл XIX быуаттың 30-сы йылдарында Вир йылғаһының үҙәне киңәйтелә, Сен-Ло һәм Карантан араһында канал төҙөлә, ә был йылғала караптар йөрөтөүгә мөмкинлек тыуҙыра, йылғала суднолар йөрөй, порт төҙөлә. Сен-Лоға һуңғараҡ, 1860 йылда, тимер юл да үтә, ул ҡаланы Париж менән бәйләй.Ҡала 1870 йылда Франция-Пруссия һуғышы ваҡытында һәм Беренсе бөтә донъя һуғышында ҙур зыян кисерә.
XX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940 йылда Францияға Германия ғәскәрҙәре баҫып инә, ҡала оккупацияла тора. 1943 йылдың мартында немецтәр ҡая аҫтында тоннель ҡаҙый, уның өҫтөндә цитадель төҙөргә була, әммә бөгөнгө көнгә тиклем бының маҡсаты билдәһеҙ булып ҡала. Азат итеү ваҡытында Сен-Ло ике тапҡыр көслө бомбаға тотола. Баһа буйынса, ҡала 90-95 %-тҡа емерелә.
Һуғыштан һуң ҡаланың емереклектәрен тергеҙергә булалар. Халыҡ әкренләп ҡалаға ҡайта. 1944 йылдың 12 авгусында ҡалала 180 кеше иҫәпләнә. 1945 йылдың апрелендә реконструкциялау министры Рауль Дотирать ваҡытлыса ағастан төҙөлгән казармалар яҡлы булып сығыш яһай. Хәйриә аҡсаларына өйҙәр төҙөлә. 1948 йылда Сен-Ло архитектор Андре Илт генераль планы нигеҙендә ҡаланың боронғо структураһы һаҡлап, уны яңы заманға яраҡлаштырып тергеҙә башлайҙар. Беренсе ташты буласаҡ президент Винсент Ориоль һала. 1953 йылда Сен-Ло ҡалаһына департаменттың префектураһы ҡайта.
Сен-Ло ҡалаһының өҫтөнлөк итеүсе стиле булып нео-регионалистик функционализм тора, унда бетон өҫтөнлөк итә. Тиҙҙән ул төрлө характерлы тәнҡитләүҙәргә дусар була,ләкин бетон ҡулланғанлыҡтан, торлаҡ төҙөү тиҙләтелә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нотр-дам сиркәүе XIII—XVII готика стилендә төҙөлгән, Икенсе донъя һуғышынан һуң яңынан төҙөкләндерелгән
- Изге Тәре готика сиркәүе XIII быуатта төҙөлгән, элекке аббатлыҡтың һаҡланып ҡалған өлөшө
- Бейек ҡалҡыулыҡта торған Сен-Ло цитаделенең ҡалдыҡтары
- Милли ат заводы
- XVII быуаттың Шато де ла Восель сиркәүе
- Сен-Ло нәфис сәнғәт музейы
- Нормандия этнография музейы
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны динамикаһы, кеше
Мәҙәни тормош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сен-Ло ҡалаһында күп мәҙәни саралар үткәрелә: музыкаль фестиваль, шахмат фестивале (июль башында), атлы шоу (август), азия мәҙәниәттәре фестивале (февраль), урам театры шоуҙары (июнь айы) һәм башҡалар.
Хакимиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сен-Ло ҡалаһының хакимиәтен 2014 йылдан алып Франсуа Бриер (François Brière) етәкләй, ул Сен-Ло-1 кантонынан Манш департаменты советы ағзаһы. 2014 йылдың муниципаль һайлауҙарында ул етәкләгән уң исемлек 2-се турҙа, 52,87 % тауыш алып, еңеп сыҡты.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сен-Гилен, Бельгия
- Крайстчерч, Великобритания
- Ален, Германия
- Роанок, США
Данлыҡлы кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урбен Леверье (1811—1877), математик, күк механикаһы менән шөғөлләнеүсе, Нептун планетаһы барлығын алдан күреп-белеп әйтеүсе
- Октав Фейе, Октав (1821—1890), яҙыусы
- Юг Дюбоск (1981), йөҙөүсе, олимпия уйындары призеры
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Франция округтары исемлеге
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=32990
- ↑ https://www.archives-manche.fr/_depot_ad50/_depot_fonds/medias/inventaires/communes/29_ED_saint_lo.pdf
- ↑ (unspecified title)
- ↑ 5,0 5,1 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 8,0 8,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 9,0 9,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 https://lannuaire.service-public.fr/normandie/manche/mairie-50502-01