Эстәлеккә күсергә

Сепсякова Татьяна Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сепсякова Татьяна Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 декабрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Вологда өлкәһе
Вафат булған көнө 17 сентябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР
Петрозаводск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Народный учитель СССР медаль Н. К. Крупской

Татьяна Федоровна Сепсякова (9 декабрь 1927 йыл, Вологда өлкәһе17 сентябрь 1981 йыл, Петрозаводск) — СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1980), Карел АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1964), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1973), Н. К. Крупская исемендәге миҙал менән бүләкләнә (1978)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татьяна Федоровна Сепсякова уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһы — мәктәп директоры, ике ағаһы һәм апаһы — уҡытыусы. 1944 йылда Вытегорский педагогия училищеһын тамамлай һәм Псков өлкәһенең Пыталово ҡалаһында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы була[1]. 1946—1950 йылдарҙа Вытегорский мәктәбендә уҡытыусы һәм пионервожатый булып эшләй. 1950 йылдан алып Карелия-Фин ССР-ында эшләй, Олонецкий урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1952 йылдан Петрозаводск ҡалаһында 30-сы урта мәктәбендә эшләй. Ситтән тороп Карел дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, уны 1956 йылда тамамлай[1]. 1960—1966 йылдарҙа Суоярви ҡалаһының урта мәктәбе директоры вазифаһын биләй, һуңынан Петрозаводск ҡалаһының 8-се мәктәбендә завуч булып эшләй. 1967 йылдан Татьяна Фёдоровна Сепсякова Петрозаводск ҡалаһының 29-сы мәктәбен етәкләй. 1977 йылда Татьяна Фёдоровна Сепсякова СССР Педагогия фәндәре академияһының аспирантураһын тамамлай һәм шул уҡ йылда Татьяна Федоровна педагогия фәндәре кандидаты булып китә[1].

Эшләгән йылдарында Татьяна Федоровна мәктәптә кабинет системаһын индерә, мәктәп музейын ойоштороу буйынса инициатор була, мәктәп төҙөлөш отряды барлыҡҡа килә, мәктәп театры ойошторола. Семинар һәм конференцияларҙа ҡатнаша, докладтар менән сығыш яһай. Методик һәм ғилми эш менән шөғөлләнә, ул «Школа. Жизнь. Труд» китабының авторы була, педагогика буйынса 20-нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм мәҡәләләр матбуғат баҫмаларында баҫылып сыға[1].

Татьяна Федоровна 1981 йылдың 17 сентябрендә автокатастрофа һөҙөмтәһендә вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылдан Петрозаводск 29-сы мәктәбе Сепсякова Татьяна Федоровна исемен йөрөтә, мәктәп музейында беренсе директор тураһында стендтар бар, мәктәп бинаһына «Бында 1967 йылдан 1981 йылға мәктәп директоры булып Сепсякова Татьяна Федоровна СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы эшләгән» тигән яҙыу менән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2011. — Т. 3: Р — Я. — С. 86. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8430-0127-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]