Сербия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сербия Республикаһы
Република Србија
Flag of Serbia.svg Сербия гербы
Сербия флагы Сербия гербы

Координаталар: 44°14′00″ с. ш. 20°53′00″ в. д. / 44.23333° с. ш. 20.88333° в. д. / 44.23333; 20.88333 (G) (O)

Девиз: «Само слога Србина спасава
(Сербтарҙы тик берҙәмлек ҡортҡарыр)»
Гимн: Сербия гимны
Europe-Serbia.svg
Бойондороҡһоҙлоҡ датаһы 13 июль 1878 (Ғосман империяһынан)
5 июнь 2006 (Сербия һәм Черногориянан)
Рәсми тел Серб
Баш ҡала Белград Белград
Эре ҡалалары Белград, Нови-Сад, Ниш, Приштина[1], Крагуевац
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Скупщина Рәйесе
Томислав Николич
Территория
• Барлығы
Донъялағы урыны: 111
88 407[2] км²
Халыҡ
• Баһалау (2016)
Иҫәпләү (2012)
Тығыҙлыҡ

7,041,599[3][4] кеше (Урыны: 98)
7 186 862[5] кеше
80 кеше/км²
ЭТП
  • Барлығы (2015)
  • Йән башына

97.27 млрд.[6] $ (Урыны: 78)
13,944[6] $
КПҮИ (2014) 0,771[7] (юғары) (Урыны: 66)
Этнохороним серб, сербка, сербтар
Валюта Серб динары
(RSD, код 941
Интернет-домены .rs, .срб
Телефон коды +381
Сәғәт бүлкәте CET (UTC+1, йәйге ваҡыт UTC+2)

Сербия, Сербия Республикаһы (сер. Репу̀блика Ср̀бија) Европаның көньяҡ-көнсығышындағы, Балҡан ярымутрауының үҙәк өлөшөндәге һәм өлөшләтә Паннон уйһыулығындағы дәүләт[8]. 2000 йылдан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы.

Сербия конституцияһына ярашлы, уның составына ике автономлы өлкә инә: Воеводина һәм Косово менән Метохия[9]. 1999 йылдан Косово 1244 Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советы резолюцияһына ярашлы БМО протектораты аҫтында була, ул Сербия власы тарафынан контролгә алынмаған. Албанлылар күпселекте тәшкил иткән ваҡытлыса үҙидаралыҡ институттары 17 февралдә 2008 йыл Сербияла бер тауыштан крайҙың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Быны БМО-ың 108 дәүләт-ағзаһы таный.[10]. Сербия Косово республикаһының де-юре суверенитетын таныуҙан баш тарта, әммә 2013 йылдың 19 апрелендә Косово Брюссель мәнәсәбәттәрен нормалаштырыу килешеүенә ҡул ҡуйып һәм уны 22 апрелдә ратификациялап, Косованың бойондороҡһоҙлоғон де-факто таный.

Төньяҡта Сербия Венгрия, төньяҡ-көнсығышта — Румыния, көнсығышта — Болгария, көньяҡта — Македония элекке Югослав Республикаһы, көньяҡ-көнсығышта Албания Черногория, көнсығышта — Хорватия һәм Босния һәм Герцеговина менән сиктәш.

Беренсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, Сербия сербтар хорваттар, словенецтар Короллеге дәүләтенә нигеҙ һалыусы була. Һуңғараҡ Югославия Короллеге дәүәлтененң бер өлөшө һанала. Икенсе донъя һуғышынан һуң Сербия Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составындағы дәүләт. 1992 йылдан Сербия һәм Черногория Югославия Союз Республикаһы һәм Сербия һәм Черногория Дәүләт Союзы федерациялары составындағы дәүләт була. 2006 йылда Сербия һәм Черногория Дәүләт союзы тарҡала, Сербия менән Черногория айырым, тулы хоҡуҡлы дәүләткә әйләнә.

Тарих[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Битва на Косовом поле.
Адам Стефанович, 1870-е

Сербия тарихы VI быуатта, Балҡан ярымутрауы ның көнбайыш өлөшөнә боронғо славяндар күсеп ултырыу ваҡытынан башлана. VIII—IX быуаттарҙа сербтарҙың тәүге дәүләттәре барлыҡҡа килә:Сербия (урта быуат) кенәзлеге, Дукля (дәүләт), Захумье, Травуния һәм Пагания[11][12][13]. XII быуат аҙағында Серб дәүләте Византия империяһы власынан ҡотола һәм XIV быуат уртаһына Балҡандың бөтә көньяҡ-көнсығыш өлөшөн тиерлек үҙ эсенә алып, эре держава булып үҫешә. Урта быуат Сербияның үҫеше 1331—1355 йылдарға, Стефан Душандың идара итеү ваҡытына тура килә. Әммә уның үлеменән һуң дәүләт тарҡала. 1389 йылда серб кенәзлеге ғәскәрҙәре 1389 йылда Косово яланындағы һуғышта еңелә. Был иһә Сербияның Ғосман империяһының сюзеренитетын таныуына килтерә. 1459 йылда Сербия тулыһынса төрөктәр тарафынан яулап алына һәм артабанғы 350 йыл эсендә серб ерҙәре Ғосман империяһы власы аҫтында була. XVII быуат аҙағынан төнъяҡ райондар Австрия империяһы составына инә.

1804—1813 йылдағы тәүге серб восстаниеһы һөҙөмтәһендә Сербия кенәзлеге барлыҡҡа килә. 1813 йылда восстание баҫтырыла. 1805 йылда башланған икенсе восстание уңышлыраҡ була, һәм 15 йылдан һуң солтан рәсми рәүештә Милош Обреновичты Сербияның хакимы итеп таный. 1878 йылдың 13 июлендә Берлин конгресы Берлин тыныслығы шарттары буйынса Сербия бойондороҡһоҙлоҡ ала, 1882 йылда Сербия королллеге тип иғлан ителә. XX быуатта Сербияла парламент монархияһы булдырыла. Иҡтисад һәм мәҙәниәт үҫеш ала.

Югославияла сербтарҙы күсереп ултыртыу[14]
Данные на 1981 год.     Территории, на которых сербы составляли более 50% населения     Прочие территории

1912—1913 йылдағы Балҡан һуғышы һөҙөмтәһендә Сербия составына Косово (төбәк), Македонияның (өлкә) бер өлөшө һәм Санджактың байтаҡ өлөшө инә. Беренсе донъя һуғышында Сербия Антанта яғында була. Һуғыш ваҡытында ул, ҡайһы бер баһалар буйынса, халҡының өстән бер өлөшөн юғалта. Һуғыштан һуң Сербия сербтар, хорваттар, словенецтар короллегенең үҙәге була. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, 1941 йылдың апреленән Сербия территорияһы Герман ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. Дәүләт территорияһының бер өлөшө Германия, Венгрия, Болгария һәм шулай уҡ Албания саттелиттарына бирелә. 1945 йылда Сербия Совет Армияһы, партизандар һәм Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһының регуляр отрядтары тарафынан азат ителә.

1945 йылда Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы (1963 йылдан Югославия Федератив социалистик Республикаһы) иғлан ителә. 1990 йыл башындағы этник ара ҡаршылыҡтар үҫеше һәм сепаратистик сығыштар граждандар һуғыштарына һәм Югославияның тарҡалыуына килтерә.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Здание Скупщины в Белграде
Томислав Николич, президент Сербии
Александр Вучич, премьер-министр Сербии

1990 йылдың октябрендә Югославиялағы демократик үҙгәртеп ҡороуҙар барышында, яңы серб конституцияһы ҡабул ителә. Ул бер палаталы парламент — Скупщина (250 урын)ойоштора. Депутаттар 4 йыллыҡ срокка һайлана. Сербия Республикаһының президенты дөйөм тура һайлауҙарҙа 5 йыллыҡ срокка һайлана. Башҡарма властың юғары органы — рәйес етәкселегендәге министрҙар советы. Рәйес президент күрһәткән кандидатураларҙан торған парламент тарафынан һайлана. Рәйес парламент менән раҫланған хөкүмәтте төҙөй. Президент, хөкүмәт һәм Скупщина Белградта урынлашҡан.

2006 йылдың 28-29 октябрендә референдумда 1990 йылдағы төп законды алыштырған Сербияның яңы конституцияһы ҡабул ителә. 2007 йылдың 21 ғинуарында ил парламентына һайлау ойошторола (250 депутат). Һайлауҙа еңгән милли Серб радикаль партияһы (81 урын) элек идара иткән Социалистик партия менән оппозицияла була. Хөкүмәтте парламентта 50 проценттан ашыу урын алған либераль партиялар — Борис Тадич партияһы, Воислав Коштуница президент партияһы һәм илдең финанс министры Младжан Динкичтың «G-17» хәрәкәте төҙөй.

2008 йылдың 20 ғинуарынан 3 февралгә тиклем сираттағы президент һайлауы үтә. Унда Борис Тадич еңеп сыға. Ошо уҡ йылдың 11 майында срогынан алда парламент һайлауы үтә һәм унда Тадичтың Демократик партияһы еңеү яулай. 2012 йылдың 5 апрелендә Сербия президенты Борис Тадич үҙ вәкәләтен һала.[15]. 2012 йылдың 6 майында Сербияла президент һәм парламент һайлауы үтә.

Дәүләт символикаһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сербияның гимны булып, Сербия короллегенең әҙерәк үҙгәртелгән «Боже правде» гимны һанала. Был гимн оҙаҡ йылдар дауамында Серб Республикаһы гимны ла булып тора. Илдең ике флагы бар: халыҡ һәм рәсми. Тәүгеһе ҡыҙыл-күк, аҡ туҡыма, икенсеһе — ошо уҡ туҡыма, тик дәүләт гербы менән.

Тышҡы сәйәсәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сит илдә Сербия 64 илселек һәм 22 генераль консуллыҡ менән таныла.[16]. Сербияның үҙенең территорияһында 65 илселек, 5 генераль консуллыҡ урынлашҡан.[17]. Югославия тарҡалғандан һуң, Сербия Югославия Социалистик Федератив Республикаһы ведомствоһы милкенең яҡынса өстән бер өлөшөн мираҫ итеп ала. Сербия БМО, Европа Советы, Европала Хеҙмәттәшлек һәм хәүефһеҙлек ойошмаһы, Интерпол, Бөтә Донъя банкы, Тыныслыҡ хаҡына партнёрлыҡ, Көньяҡ-көнсығыш Европа өсөн тотороҡлоҡ пакты,ЮНЕСКО, Бөтә донъя туристик ойошмаһы, Бөтә донъя почта союзы, Бөтә донъя хеҙмәт конфедерацияһы, Бөтә донъя таможня ойошмаһы, Бөтә донъя метереологик ойошмаһы, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ағзалары булып һанала.

Әлеге ваҡытта илдең тышҡы сәйәсәте Европа союзына инеү өсөн ынтыла.

Генерал Ратко Младич менән Серб Краинаһының элекке президенты Горан Хаджичтың ҡулға алыныуына тиклем Сербия сәйәсәтенә Элекке Югославия буйынса халыҡ-ара трибунал ҙур йоғонто яһай. Үрҙәге шәхестәрҙең аресынан һуң президент Борис Тадич, Гаага алдындағы бурыс тулыһынса үтәлде, тип билдәләй[18]. Һуңғараҡ, Евро союздың бер төркөм функционерҙары, Сербияның был ойошмаға ҡушылыуы Белградтың Косово менән мөнәсәбәттәрен көйләй алыуына һәм уны бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ таныуына туранан-тура бәйләнгән, тип белдерә. Бындай белдереү серб йәмғиәтендә ҡыҙыу дебат булдыра һәм Сербия евроинтеграцияһы яҡлыларҙың кәмеүенә килтерә.

2012 йылдың 1 мартында Сербия ЕС составына инеүгә рәсми рәүештә кандидат статусы ала.[19].

Ҡораллы көстәр һәм Именлек хеҙмәте[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Армия[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сербияның Ҡораллы көстәре яңынан төҙөү, үҙгәртеп ҡороу буйынса оҙайы юл үтә. 1992 йылда Югославияның тарҡалыуынан һуң Югославия Союз Республикаһының Ҡораллы көстәре булдырыла (сер. Војска Југославије).

2003 йылда Сербия һәм Черногорияның Ҡораллы көстәре булырыла (сер. Војска Србије и Црне Горе). 2006 йылда уларҙың Сербия территорияһында фатирҙарға урынлаштырлыған подразделениеһы Сербияның ҡораллы көстәре тип рәсмиләштерелә (сер. Војска Србије). Шул ваҡытта сираттағы, масштаблы хәрби реформа башлана.

Сербияның Ҡораллы көстәрендә 36 000 һалдат, офицер иҫәпләнә, шуларҙың 1100-сө профессиональ, 2200-ө ирекле хеҙмәттәге һалдаттар. Хәрби реформанан һуң яҡынса йөҙ бригада урынына 12—4 пехота, ҡатнаш-артиллерия, махсус бригада, ике авиацион, берешәр ракета һәм артиллерия, элемтә һәм логистика бригадалары булдырыла. Шулай уҡ Сербия армияһы составында айырым хәрби полиция һәм элемтә батальоны бар. Корпустар һәм армиялар Сербия армияһының арҡа һөйәгенә әйләнгән бригада һәм батальондар менән алмаштырыла.

Серб армияһы ҡоро ер ғәскәрҙәре, сербияның хәрби-һауа көстәре һәм һауа көстәре оборонаһынан тора. Ҡоралланыуҙың күп кенә өлөшө Югославия Социалистик Федератив Республикаһы һәм Югославия Республикаһы Союзынан мираҫ итеп алынған.

2011 йылдан армияла хеҙмәт итеү ирекле була. Быға тиклем хәрби хеҙмәт итеү срогы 6, альтернатив хеҙмәт 9 ай була. Сербия төбәктә иң эре ҡорал экспортлаусы булып һанала. 2009 йылда серб хәрби экспорты 500 миллион АҠШ доллары тәшкил итә. [20].

Полиция[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Автомобиль пограничной полиции

Серб полицияһы бер нисә департаменттан торған Эске эштәр министрлығы юрисдикцияһы аҫтында. Полиция 161 муниципаль станцияны, 62 сик буйы контроле станцияһын һәм 49 юл хәрәкәте контроле станцияһын үҙ эсенә ала. Сербия полицияһы профессиональ ойошма һанала. Унда, 2006 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, 42 740 офицер һәм 26 527 граждан кешеһе бар[21]. 1997 йылдың 3 ғинуарына тиклем полиция милиция итеп үҙгәртелә. Яңы исем биреү эске эштәр тураһындағы законға ярашлы башҡарыла. Поилция структураһына бер нисә подразделение инә. Уларҙың иң боронғоһо — жандармерия (сер. Жандармерија). Ул гражданлыҡ һәм хәрби функцияларҙы үтәй.

Махсус хеҙмәттәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сербияның төп махсус хеҙмәте — Мәғлүмәт именлеге агентствоһы (сер. Безбедносно-информативна агенција)[22]. Ул разведка һәм контрразведка, ойошторолған енәйәт һәм терроризмға ҡаршы көрәш мәсьәләләре өсөн яуап бирә. Агентство 2002 йылдың 11 июлендә булдырыла, уның Белградта штаб-фатиры бар. 2008 йылдың 17 июленән Мәғлүмәт именлеге агентствоһын Саша Вукадинович етәкләй. 2002 йылдан агентствоға Андрия Савич, Миша Миличевич, Раде Булатович, Саша Вукадинович етәкселек итә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Приштина не контролируется Сербией и находится под контролем самопровозглашённой Республики Косово.
  2. Положај, рељеф и клима  (серб.). Правительство Сербии. 11 апрель 2014 тикшерелгән.
  3. без Косово и Метохии
  4. РЗС | Резултати извештаја
  5. Подведены итоги переписи населения в Сербии, RuSerbia.com (02.12.2012).
  6. 6,0 6,1 Report for Selected Countries and Subjects
  7. http://hdr.undp.org/sites/default/files/hdr_2015_statistical_annex.pdf
  8. CIA — The World Factbook
  9. Устав Републике Србије
  10. Ministry of Foreign Affairs— Countries that have recognized the Republic of Kosova
  11. Макова Е.С. Сербские земли в Средние века и Раннее Новое время // История южных и западных славян / Матвеев Г. Ф., Ненашева З. С. — Москва: Издательство Московского университета, 2008. — Т. 1. — Б. 61. — ISBN 978-5-211-05388-5.
  12. Раннефеодальные государства на Балканах VI—XII вв. / Литаврин Г. Г. — Москва: Наука, 1985. — Б. 198.
  13. Чиркович Сима. История сербов — М.: Весь мир, 2009. — Б. 18. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
  14. Был картала Черногорияла халыҡтың өстән бер өлөшөн тәшкил иткән сербтар билдәләнмәгән, сөнки бөтә көньяҡ славяндар «черногорецтар» менән берҙәй тип таныла.
  15. Lenta.ru: Балканы: Ушел, чтобы вернуться
  16. Diplomatic Missions
  17. https://archive.is/20120805131325/www.mfa.gov.rs/Embassies/missions_e.html
  18. Сербия выдала Хаджича Гааге, но к Евросоюзу присоединится не скоро  (серб.). 28 март 2016 тикшерелгән.
  19. Сербия приблизилась к Евросоюзу. «Коммерсантъ-Online», 02.03.2012 // 11:43
  20. Serbia’s Arms Industry Recovers to Become Major Exporter: Video — Bloomberg
  21. POLIS— Policing Profiles of Participating and Partner States
  22. Агентство по безопасности и информации - Bezbednosno-Informativna Agencija - BIA - RuSerbia.com - О Сербии по-русски. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 23 апрель 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]