Сербияның Милли музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сербияның Милли музейы
Нигеҙләү датаһы 10 май 1844
Рәсем
Дәүләт  Сербия
Административ-территориаль берәмек Белград
Урынлашҡан урамы площадь Республики[d]
Урын Белград
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Белград, Сербия
Рәсми асылыу датаһы 10 май 1844
Мираҫ статусы памятник культуры Сербии большого значения[d]
Адрес Трг Републике 1а
Рәсми сайт narodnimuzej.rs
Вид в ночное время
Страница учреждения на Викискладе National Museum of Serbia
Карта
 Сербияның Милли музейы Викимилектә

Сербияның Милли музейы (серб. Народня музеј) Белградта, Сербияла Республика майҙанында урынлашҡан. 1844 йылда мәғариф министры Йован Стерия-Попович күрһәтмәһенә ярашлы булдырылған һәм бөгөнгә 400 мең экспонат коллекцияһына эйә.

15 йыллыҡ реконструкциянан һуң 2018 йылдың 28 июнендә ҡабаттан асыла[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина төҙөлгәнгә тиклем был ыл урында билдәле «Дарданелла» Белград ҡәһүәханаһы (төр. кафан) була, унда ҡаланың мәҙәни-әҙәби элитаһы ваҡытын үткәргән. Ҡәһүәхананы һүтеү Республика майҙанын трасформациялау башланыуын аңлата.

Бөгөн Сербияның һәм Белградтың төп музейы урынлашҡан бина Ипотека банкы фондтары менән идара итеү өсөн (1902—1903) тәғәйенләнә, Белградтың боронғо банк учреждениеларының береһе. Архитекторҙар Никола Несторович һәм Андре Стевановичтың конкурста беренсе урын алған проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Төҙөлөштә беренсе тапҡыр нигеҙ өсөн тимер-бетон ҡулланыла, сөнки төҙөлөш эштәре башында Стамбул ҡапҡаһынан (серб. Стамбол капија) ҡалған соҡорҙар, ҡоҙоҡтар һәм подвалдар табыла. Яңы өс ҡатлы бинаға заманында ысын һарай булып тора. Күләме буйынса ул көмбәҙле оҙон ҙур бинаны тәшкил итә. Фасады академизм, шулай уҡ көмбәҙендә необарока элементтары ҡулланылған неоренессанс принциптары стилендә эшләнә. Төп иғтибар монументаль баҫҡысҡа бирлеә, касса залы икенсе һәмиәткә эйә булып ҡала. Утыҙ йыл үткән һуң, Ипотека банкының үҫеүе һөҙөмтәһендә бинаға ентекле реконструкция талап ителә. Объект конкурс ҡарарынан тыш, архитектор Вион Петрович проекты буйынса, Лазе Печуја урамына ҡарап торған атриумы булған тағы бер ҡанат өҫтәп төҙөлә. Яңы бина ла иҫкеһендә булған элементтар менән биҙәлә, шцға күрә ике монументаль баҫҡыс һәм ике касса залы барлыҡҡа килә. Бинаның өҫкө ҡаттарында өҙлөкһөҙ эшләгән офистар урынлаша. Икенсе донъя һуғышы барышында Ипотека банкы бомбаға тотоу ваҡытында зыян күрә, уның көмбәҙе менән үҙәк өлөшө ҡыйрала. Һуғыш бөткәс бина яңы тәғәйенләнеш ала, унда дәүләттең мөһим мәҙәни учреждениеларының береһе урынлаша.

Музей нигеҙ һалынған конституционализм осоронан алып Икенсе донъя һуғышын тамамланғанға тиклем Милли музей бер нисә тапҡыр урынын алмаштыра. Тәүҙә Капитан Миша һарайында була (1863), ә аҙаҡ уны Беренсе донъя һуғышы ваҡытында емерелгән ә художество әйберҙәре таланған күрше ике бинаға күсерәләр. Һуғыштар араһындағы осорҙа музей кенәз Милош урамындағы 58-се шәхси йортта 1935 йылға тиклем була. Был йылда Яңы һарай бинаһында Тарихи музейҙы һәм Хәҙерге заман сәнғәте музейын берләштереп, кенәз Павел музейы асыла. Яңы һарайҙы Милли йыйылыш (1948) өсөн реставрациялағандан һуң, музейҙы Студенттар майҙанындағы элекке Биржа бинаһына күсерәләр. Бер өлөшөн ваҡытлыса Апелляция суды урынлашҡан Любица княгиняһы резиденцияһына күсерәләр. Ташмайданда тип билдәләнгән музей бинаһына беренсе конкурс, киләһе йылда иғлан ителә. Унда Миладин Прлевич еңеүсе була. Коминформбюро проекттан баш тарта, әммә, был юлы музейҙы Республиканың майҙанындағы Ипотека банкы бинаһына күсерәләр һәм ул унда үҙәк урын алып тора. Икенсе донъя һуғышынан һуң 1950 йылда банк бинаһы архитектор Доброслав Павлович проекты буйынса реконструкциялана, әммә тулыһынса 1965—1966 йылдарҙа архитекторҙар Александр Дероко, Петр Анагностия, Зоран Петрович проекты буйынса реконструкциялана. Үҙәк көмбәҙ реставрациялана, биналар һәм офистар булған үҙәк өлөш күтәрелә. Кассалар залы китапхана әйләндерелә. Шул ысул менән Республика майҙанына ҡараған күркәм төп монументаль баҫҡыс ярҙамсы булып ҡала, ә Васин урамына сыҡҡан төп инеү урыны элекке банк залы менән туранан-тура тоташа. Ҡулланылыу күҙлегенән баһалағанда, бина бүлмәләре һәм коридор ике тапҡырға арта. Формаһы буйынса 1902 йылдағы характерлы элементтары һаҡланып ҡала һәм художество йәһәтенән бөтөнлөктө һаҡлай. 1960 йылда төҙөлгән эске өҫтәмә бина тыштан күренмәй һәм күргәҙмәне боҙмай.

Музей бөгөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн Милли музей бинаһы дәүмәленең монументаллеге, тышҡы формаһы һәм стиле буйынса айырылып торһа ла күрмәлекле йәмәғәт бинаһын тәшкил итә. Бигерәк тә ике колонналы инеү урыны һәм иҫ киткес көмбәҙҙәр айырылып тора. Полихром фасадтар неоренессанс стилендәге пластика менән айырыла. Бай декорациялы интерьер шул ваҡыттағы билдәле рәссамдар : Андреа Доменико (декоратив-ҡулланма биҙәү буйынса билдәле рәссам, Иҫке һарай интерьерын эшләүҙә ҡатнаша), Франя Валдман һәм Бор Ковачевич проекттары нигеҙендә башҡарыла. Үҙенең архитектура-урбанистик һәм мәҙәни-тарихи ҡиммәттәре арҡаһында Милли музей бинаһы Сербия Республикаһының айырым әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы тип ағлан ителгән (Службени гласник СРС бр. 14/79)

Коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей экспозицияһы нигеҙен Европаның билдәле рәссамдары: Матисс, Пикассо, Ренуар, Дег, Сезанн, Рубенс, Рембрандт, Ван Гог, Кандинский һ. б.картиналары һәм гравюралары тәшкил итә.

Музейҙың һуңғы ҡаҙанышы — Амадео Модильяниҙың «Ир-егет портрет». Уны булып ҡалырға теләгән серб коллекционеры бүләк итә.

Нумизматика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нумизматика коллекцияһында 300 меңдән ашыу әйберҙәре иҫәпләнә (тимер аҡсалар, миҙалдар, балдаҡтар). Унда беҙҙең эраға тиклем V—VI быуатҡа ҡараған экземплярҙар, шулай уҡ Филипп II Македонский һәм уның ул — Бөйөк Александр тәңкәләре бар.

Рәсем сәнғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Француз коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шәрә», Ренуар (1910)
«Йомшаҡ эшләпәле ир-ат бюсы», Дега

Француз коллекцияһы XVIXX быуаттарҙа төшөрөлгән 250-нән ашыу картинанан тора. Ул үҙ эсенә Гогендың 1889 һәм 1899 йылдар араһында эшләнгән (2 картина, 2 гравюра 1 акварель); Ренуар (50 график һәм 22 һынлы сәнғәт эше); Юбер Робер; Анри де Тулуз Лотрек ; Матисс; Моне; Сезанна; Дег (15 эш); Жан-Батист-Камиль Коро ; Поль Синьяк; Морис Утрилло; Себастьян Бурдон; Огюст Роден; Эжен Буден; Руо Жорж; Пьер Боннар; Камиль Писсарро; Жак Калло; Одилон Редон; Оноре Домье; Гюстав Моро; Эжен Каррьер; Шарль-Франсуа Добинья; Морис де Вламинк; Жан Эдуард Вюйар; Андре Дерен; Рауль Дюфи; Сюзанна Валадон; Эжен Фромантен; Жан Кокто һәм башҡаларҙың эштәрен үҙ эсенә ала.

  • «Обнажённая», Пьер Огюст Ренуар (1910);
  • «Две женщины с зонтиками», Ренуар (1879);
  • «Девочка с зонтиком», Ренуар;
  • «Маленький мальчик», Ренуар;
  • «Две девочки», Ренуар;
  • «Гитаристы», Ренуар;
  • «Во второй половине дня», Клод Моне;
  • «Куртизанки», Эдгар Дега;
  • «Монотип», Дега;
  • «Ванна», Дега;
  • «Бюст мужчины с мягкой шляпой», Дега;
  • «Таитянка», Поль Гоген;
  • «Маленькие купальщицы», Поль Сезанн;
  • «Вид Тиволи», Робер Юбер ;
  • «Автопортрет», Жан Кокто;
  • «У окна», Анри Матисс;
  • «Монмартр под снегом», Морис Утрилло;
  • «Парижская улица», Морис Утрилло;
  • «Женщина, пьющая чай», Поль Синьяк;
  • «Химера», Одилон Редон;
  • «Глаза», Одилон Редон;
  • «Поля», Морис де Вламинк (1904).

Итальян коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Мадонна с младенцем и даритель», Тинторетто (1524)

Коллекцияға музей директоры Михайл Валтрович менән дуҫ булған Италияла эшләүсе Австрия рәссамы Бертольд Доминика Липпай нигеҙ һала[2]. Италия сәнғәте XIVXVIII быуаттың 230 әҫәре аша сағылдырыла. Музейҙа Тиц, Тинторетто, Доменико Венециано, Паоло Веронезе, Пальма Старший, Караваджо, Каналетто, Алессандро Маньяско, Витторе Карпаччо, Лука Камбьязо, Бернардо Строцци, Пиранези, Амадео Модильяни, Иосип Томинц һ. б. кеүек авторҙарҙың эштәре һаҡлана

  • «Портрет датской королевы Кристины», Тициан;
  • «Иисус и Мадонна», Паоло Венециано;
  • «Рождение Христа», Паоло Венециано (1320);
  • «Святой Павел», Паоло Венециано (1307);
  • «Музыканты», Караваджо;
  • «Артемизия», Алессандро Варотари;
  • «Мадонна с младенцем и даритель», Тинторетто (1524);
  • «Святой Себастьян», Витторе Карпаччо (1495)
  • «Мадонна и младенец», Лука Камбьязо (1555).

Голланд һәм фламанд коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Homo Ecco», Рембрандттың дөгө ҡағыҙындағы һүрәте.

Фламанд һәм голланд коллекцияһында Винсент ван Гог, Иероним Босх, Ян ван Гойен, Рембрандт, Рубенс, Ян Тороп, Альберт Кейп, Йос ван Клеве, Ян Брейгель Младший, Иоган Бартольд Йонкинд, Карел Виллинк, Кеес ван Донген, Алларт ван Эвердингендың 120-нән ашыу картинаһы күрһәтелгән.

  • «Крестьянка, стоящая под крышей», Винсент ван Гог (1885);
  • «Диана дарит охоту», Рубенс;
  • «Римский император Гальба», Рубенс;
  • «Ecce homo», Рембрандт;
  • «Автопортрет», Рембрандт;
  • «Цветы», Ян Брейгель Младший;
  • «Портрет девочки», Альберт Кёйп;
  • «Портрет человека в розарии», Йос ван Клеве;
  • «На море», Ян Тороп.

Япон коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон коллекцияһына XVIIXIX быуаттың укиё-э стилендәге 82 живопись һәм графика эше йыйылған. Картина авторҙары: Кунисида, Тоёёкуни, Кейсай Эйсен, Утамаро, Хиросигэ Утагава, Суна Ямамото.

  • «Гейши», Кунисида;
  • «Театр кабуки», Тоёкуни;
  • «Сто знаменитых видов Эдо», Хиросигэ.

Башҡа коллекциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Карагеоргий портреты», Владимир Боровиковский (1816)

Шулай уҡ, музейға рус, америка, инглиз, немец һәм австрия рәссамдарының ҙур булмаған коллекцияларға тупланған картиналары йыйылған. Улар араһында Марк Шагал, Лазарь Лисицкий, Василий Кандинский, Владимир Боровиковский, Альбрехт Дюрер, Мэри Кэссетт, Альфред Сислей, Густав Климт, Чарльз Кондер эштәре айырылып тора.

  • «Портрет Карагеоргия», Владимир Боровиковский (1816);
  • «Девочка с кошкой», Мэри Кэссетт;
  • «На пляже», Чарльз Кондер;
  • «The proun», Лазарь Лисицкий.

Абстракционистар коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сербияның Милли музейында абстракционизм Пикассо, Сезанн, Пит Мондриан, Александр Архипенко, Мари Лорансен һәм Робер Делоне эштәре аша күрһәтелә.

  • «Интерьер с тремя фигурами», Пикассо (1929);
  • «Голова женщины», Пикассо (1909);
  • «Бегущие», Робер Делоне;
  • «Композиция II», Пит Мондриан;
  • «Две женщины», Александр Архипенко.

Югославия коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙа Югославия рәссамдарының эштәре айырым урын биләй. Коллекцияла XVIIXX быуаттарҙағы 6 мең самаһы картина иҫәпләнә. Бында: Пай Йованович, Петар Лубард, Урош Предич, Надежда Петрович, Петр Добрович, Сава Шуманович эштәре урын алған.

  • «Свадьба Стефана Дусана», Пая Йованович;
  • «Пионы Косово», Надежда Петрович;
  • «Автопортрет», Надежда Петрович;
  • «Осенняя дорога», Сава Шуманович (1941);
  • «Портрет жены», Константин Данил.

Музей директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Филип Николич (1853—1856)
  • Джуро Даничич (1856—1859)
  • Миливой Прайзович (1859—1860)
  • Коста Црногорац (1860—1861)
  • Янко Шафарик (1861—1869)
  • Стоян Новакович (1869—1874)
  • Йован Бошкович (1875—1880)
  • Ничифор Дучич (1880—1881)
  • Михайло Валтрович (1881—1905)
  • Милое Васич (1906—1919)
  • Владимир Петкович (1919—1935)
  • Милан Кашанин (1935—1944)
  • Велько Петрович (1944—1962)
  • Лазар Трифунович (1962—1969)
  • Миодраг Коларич (1969—1973)
  • Владимир Кондич (1973—1980)
  • Ефта Евтович (1980—1996)
  • Бояна Борич-Брешкович (1996—2001)
  • Никола Тасич (2001—2003)
  • Татьяна Цветичанин (2003—2012)
  • Бояна Борич-Брешкович (2012-)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Marija Đorđević Како смо могли без музеј (серб.) // Politika-Kulturni dodatak. — 2018. — № 11. — С. 01–02.
  2. Da Carpaccio a Canaletto: tesori d’arte italiana dal Museo nazionale di Belgrado / A cura di Tatjana Bošnjak, Rosa D’Amico. — Venezia: Marsilio, 2004. — P. 13.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]