Сербия мәҙәниәте
Серб мәҙәниәте — Сербия һәм серб халҡы мәҙәниәте. Ул Византия империяһы һәм православие йоғонтоһонда үҫешкән.
Яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияла яҙма үҫеше славян телендә ғибәҙәт ҡылыусы, уны таратыусы һәм атҡарыусы Кирилл һәм Мефодийҙың шәкерттәренең мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә бәйле. Сербтар бик оҙаҡ дәүер кириллица менән бер рәттән глаголицаны ҡуллана. Серб ерҙәрендә глаголица традицияһының ғүмерле булыуы Кирилл һәм Мефодийҙың тарафдаштары йәшәгән Хорватиянан үтеп ингән глаголица яҙмаһы уны туйындырып тороу менән бәйле. Унда латин яҙмаһы ла таралыш тапҡан. Адриатик диңгеҙе буйында урынлашҡан Дубровник һәм Бар кеүек эре роман ҡалалары был тәңгәлдә айырым көслө йоғонто яһаған. IX—XII быуаттарҙа славян глаголицаһы, кириллицаһы һәм латин телендәге һәйкәлдәрҙең ниндәйҙер бер аныҡ билдәле сиге булған компакт зоналарҙа ғына түгел, ә бер үк өлкәләрҙә ҡушылып ҡулланылышы серб ерҙәрендә йөрөтөлгән яҙманың үҙенсәлеге булып тора. Ул осор яҙма һәйкәлдәре һаҡланмаған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мирославов Евангелиеһы» (сер. Мирослављево ЈевађељеМирослављево Јевађеље, 1185 йыл) хәҙерге көнгә саҡлы килеп еткән датаһы билдәле булған иң иҫке серб кириллик ҡулъяҙмаларының береһе. Ул хум кенәзе Мирослав (сер. Мирослав ЗавидовићМирослав Завидовић) заказы буйынса төҙөлгән һәм зет-хум дөрөҫ яҙыу мәктәбе нормаларын сағылдыра. Дубровник менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгән Босний хакимының серб халыҡ телендә яҙылған «Бан Кулин грамотаһы» (1189) унан саҡ ҡына йәшерәк. Болғар-серб мәҙәни бәйләнештәр биләмәһе сиктәрендә ижад ителгән X—XI бб. глаголик яҙмаһы нигеҙендәге Клоцов йыйынтығы иң боронғоһо һанала. Шул дәүерҙә глаголик яҙма менән Македонияламы әллә Сербияның көньяҡ-көнсығышындамы яҙылған "Мариин Евангелиеһы"ның сығышы бәхәсле.
Фаразлау буйынса, X — XII быуаттарҙың оригиналь серб әҙәбиәте һәйкәлдәренең береһе булып «Дукла православие руханийының (поп) йылъяҙмаһы» йәки «Барин шәжәрәһе (родослов)» тип аталған һәйкәлдәргә ҡыҫҡартылған һәм эшкәртелгән көйө индерелгән «Серб кенәздәре хроникаһы», Владимир кенәз житиеһы (997—1019) һәм «Дуклала йәшәүсенең йылъяҙмаһы» тора. Был әҫәрҙе Дуклала (Зета) йәшәгән аноним серб руханийы төҙөгән тип һанала һәм тәүҙә ул славян телендә яҙылған, ә артабан латин теленә тәржемә ителгән тиҙәр.
Серб әҙәби тормошо үҫеше XII быуат аҙағында — XIII быуат башында власть Неманичтар династияһы ҡулында булған көслө үҙәкләштерелгән дәүләт осоронда айырым тәртипкә һалынған һәм регуляр характерлы була барған. Был периодта серб ерҙәрендә байтаҡ тәржемә ителгән һәм төп нөсхәһендә болғар, урыҫ һәм грек әҙәбиәте булып, улар серб телендәге оригиналь әҙәби ижад барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән. 1208 йылда Савва Сербский, үҙенең атаһы Стефан Неманиҙың житиеһын (Симеон монахлыҡ иткән дәүерҙә) яҙып, серб әҙәбиәтенә нигеҙ һалған[1]. Ул саҡтағы әҙәбиәт үҫешенә аноним серб ҡулъяҙма китап яҙыусылары ла үҙ өлөшөн индерән. Уларҙың береһе Хиландарҙа изге Савваның вафатынан һуң уның житиеһын төҙөгән, Һуңынан дине өсөн йәнен фиҙа ҡылыусының (подвижниктың) изге мәйетен(мощи) Милешевоға күсереүҙе һүрәтләү аша житие киңәйтелгән һәм «Изге Савваның ҡыҫҡа житиеһы» (1240 й.) тип аталған тексҡа өҫтәмәләр менән байытылған.
героик эпос ҙур урын бирә. Бөтөн урта быуат серб эпосын фольклорсылар бер нисә төп циклға бүләләр:
- Немичи династияһы вәкилдәре тураһындағы йырҙарҙы үҙ эсенә алған косовоға тиклемге цикл;
- косово циклы — кенәз Лазарь ғәскәренең төрөктәрҙән еңелеүе;
- кралимарков циклы — серб батша улы (королевич) Марко тураһында;
- XV - XVII быуаттарҙа төрөк баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшкән серб һәм серб булмаған хакимдар;
- гайдук циклы — XV—XVIII бб. халыҡ башына төшкән бәләләр һәм кәмһетелеүҙәр өсөн төрөктәрҙән үс алыусы намыҫлы юлбаҫарҙар;
- ускок циклы — XVII—XIX бб. төрөктәргә сапҡын ойошторған венециан һәм австрия территориялары сик буйындағы тораҡтарҙа йәшәүсе сербтар тураһында.
Косов ҡаты алышы (1389 й.) (сер. Косовска биткаКосовска битка) һәм уның һөҙөмтәләре серб мәҙәниәтенә, атап әйткәндә, әҙәбиәткә көслө йоғонто яһаған. Героик эпос жанрына ҡараған Косов циклы барлыҡҡа килгән. Циклға ҡараған йырҙар ҡыйыу тойғолар тыуҙырған һәм баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшкә саҡырған, батырҙарҙы данлаған һәм ҡурҡаҡлыҡ менән хыянатсыллыҡты фашлаған. Дөйөм алғанда әҫәр тәрән драматик йөкмәткеле, ә йырҙарҙың төп фигураһы — ҡаты алышта сербтарға етәкселек иткән кенәз Лазарь.
Йырҙарҙың өсөнсө циклы деспот Вукашиндың улының прототибы булған Марко Кралевич фигураһы менән берләштерелә. Эпоста ул мыйығы һәм сәсе ергә еткән баһадирға әйләнгән. Ул ғәйрәт, ажарлыҡ һәм тоғролоҡ кәүҙәләнеше булған. Ул кәрәк булған өсөн һуғыша һәм Алланан башҡа бер кемдән дә ҡурҡмай. Ул һөйөклө серб эпик батырына әүерелгән. Косово ҡаты алышынан һуң проложное житие, хеҙмәт, кенәз Лазарға бағышланған маҡтау һүҙҙәре барлыҡҡа килгән. Йылъяҙма жанры барлыҡҡа килгән: «Өлкән йылъяҙма», «Кесе йылъяҙма». Дөйөм алғанда, төрөк хакимлығы периодындағы серб мәҙәниәте төшөнкөлөк кисерә.
XX быуаттың икенсе яртыһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылда илде азат иткәс, Сербияның мәҙәни тормошо Югославияның башҡа халыҡтары мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә үҫешкән. социализмдың югославия моделен төҙөгән дәүерҙә тормошҡа ашырылған тәрән иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар ҡала халҡы һанының тиҙ артыуына һәм тормош кимәле үҫешенә килтергән. 1948 йылда Советтар Союзы менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөү Сербияға көнбайыш мәҙәниәте һәм актуаль сәнғәт үтеп инеүенә килтергән. Коммунистар партияһының мәҙәниәт өҫтөнән идеологик контроле һаҡланыуға ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда ул етерлек ирекле үҫешкән. 1940-сы йылдар аҙағы — 1950-се йылдар башы әҙәбиәте һәм сәнғәте Иво Андрич һәм Бранко Чопич китаптарында, Джордже Андреевич Кун картиналарында һәм Яңы Белград архитектураһында үҙенең юғары нөктәһенә еткән. 1950-се йылдарҙағы ижтимағи тормоштоң либералләшеүе сәнғәттә яңы тенденциялар үҫеүенә ярҙам иткән. Загреб журналы «Praxis»тирәһендә тупланған философия төркөмө эшмәкәрлеге серб мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһаған. Яңы тулҡын авторҙары араһында Михайло Лалич, Добрица Чосич, Миодраг Булатович, Меша Селимович һ.б. айырым роль уйнаған. Данила Киш әҫәрҙәре бөтөн донъяла дан яулаған. «Ателье 212» белград театры, бәхәсһеҙ, хәҙерге заман театр сәнғәте лидеры булған. 1967 йылда Белградта тиҙҙән Европаның алдынғы театраль смотрҙар сәхнәһенә әүерелгән халыҡ-ара BITEF театраль фестиваленә нигеҙ һалынған. Режиссёрҙар Владимир Погачич, Александр Петрович, Горан Паскалевич һ.б. эштәрендә сағылған кино сәнғәте юғары кимәлгә еткән. Сербияла художество сәнғәте үҫеше живопистәге (абстракционизм, поп-арт, неокубизм, яңы реализм, неоконструктивизм, минимализм) һәм скульптуралағы (Ольга Янчич, Матия Вукович һ.б. эштәре) донъя тенденциялары менән тығыҙ бәйләнгән. Фольклор традицияларына нигеҙләнгән «хәйләһеҙ сәнғәт» киң танылыу алған. 1950-се йылдар уртаһында поп-мәҙәниәт феномены барлыҡҡа килгән һәм тиҙ үҫешкән. Йырсы Джордже Марьянович ҙур популярлыҡ яулаған. 1960-сы йй. серб йәштәре араһында рок-музыка менән мауығыу тиҙ таралған. Архитектурала күпләп (массовый) торлаҡ төҙөү өҫтөнлөк алған. Югославия хәҙерге заман архитектураһының иң яҡшы өлгөләренә «Београдянка» һарайы, Милли китапхана һәм Белградтағы Хәҙерге заман сәнғәте музейы биналары ҡарай[2][3][4].
1980-се йй. коммунистик режим коррозияһы югославия тарихын яңынан аңлауға (переосмысление), төп үҙәге Белград ҡалаһы булған рәсми булмаған йәштәр мәҙәниәте үҫешенә, әҙәбиәттә (Д. Киш, А. Исакович, М. Ковач) либераль идеялар көсәйеүенә этәргес булған. Серб мәҙәниәте үҫешенә әҙәбиәттә һәм сәнғәттә серб милләтенең һәм бөйөк серб идеяһының яңынан тыуыуына ынтылған патриотик йүнәлеш ҙур йоғонто яһаған. Был тенденциялар фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре сығыштарында, Вук Драшкович, Данко Попович, Милорад Павич әҫәрҙәрендә, Борислав Михайлович-Михиз режиссёр эштәрендә һ.б. сағылыш тапҡан. Шулай уҡ Серб православие сиркәүенең дә ижтимағи тәьҫире һиҙелерлек үҙгәрҙе. Шул уҡ ваҡытта, 1990-сы йй. күмәк халыҡ (массовый) мәҙәниәте кимәле түбәнәйеүе һәм «еңел жанрҙар» өҫтөнлөк итеүе менән һыҙатланды. Турбо-фолк стилендәге поп-музыка оло популярлыҡ алды. Айырым алғанда, FotograFIA арт-төркөмө ҡатнашыусылары эштәре, «KULT» театры, «URBAZONA» проекттары, «Dibidon» һ.б. аша һынланған актуаль сәнғәт тә параллель үҫешкән. Бойондороҡһоҙ «Радио Б92» радиостанцияһы һәм белград «Rex» киноүҙәге хәҙерге заман сәнғәтенең мөһим үҙәктәре булған. Серб кино сәнғәте, Горан Паскалевич, Срджан Драгоевич, Раша Андрич һәм, айырып әйткәндә, Эмир Кустурицаның режиссёр эштәре аша, донъяла танылыу алды.[2][5]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сербияның мәҙәни мираҫы
- Марьянович Джордже
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ По стопам Саввы пошел и его брат Стефан, будущий сербский первовенчанный король, который создал житие Симеона Немани минейного типа в 1216 г. Третье житие Симеона было написано в 1264 г. хиландарским иеромонахом Доментианом. Им же, в стиле «плетения словес», было создано житие св. Саввы (1243 или 1254) — самое пространное сочинение сербской средневековой агиографии, равное по объему целой книге.
- ↑ 2,0 2,1 Dějiny Srbska.
- ↑ Серб мәҙәниәте тарихы 2009 йыл 26 март архивланған.
- ↑ Белград архитектураһы 2005 йыл 22 сентябрь архивланған. (инг.)
- ↑ Блог о турбо-фолке
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История культур славянских народов. В 3-х тт. — Т. I: Древность и Средневековье. — М.: ГАСК, 2003. — 488 с.
- Мельников Г. П. Культура зарубежных славянских народов. — М.:Интерпаркс, 1994. — 189 с.