Сергей Званцев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сергей Званцев
Александр Исаакович Шамкович
200px
Исеме:

Александр Исаакович Шамкович

Псевдонимдары:

Сергей Званцев

Тыуған көнө:

2.11.1893

Тыуған урыны:

Таганрог, Рәсәй

Вафат булған көнө:

15 июнь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов, Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

прозаик, драматург, журналист

Сергей Званцев (ысын исеме Александр Исаакович Шамкович) — рус совет яҙыусыһы, драматург, фельетонист.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1893 йылдың 2 ноябрендә Таганрог табибы, Новороссийск университетында уҡып сыҡҡан Исаак Яковлевич Шамковичтың (1860—1941) һәм акушер-гинеколог Софья Николаевна Лихтермандың (1863—1935) ғаиләһендә тыуған[1][2]. Яҙыусының атаһы Таганрог гимназияһында А. П. Чехов менән бергә уҡый һәм уның менән бер партала ултыра. Ике тапҡыр Социалистик хеҙмәт геройы (1931 һәм 1936 йылдар), Таганрог табибтар йәмғиәте рәйесенең иптәше (1912), Бөтә Рәсәй туберклез менән көрәш Лигаһының Таганрог бүлексәһе идаралығының ағзаһы, Таганрог табибтары Союзының рәйесе (1916)[3]. Уның ғаиләһе Итальян тыҡрығы[4] 31-се йортонда йәшәй.

Таганрог гимназияһын тамамлағас, А. Шамкович Харьков император университетының юридик факультетына уҡырға инә һәм уны 1916 йылда бөтөрөп сыға. Үҙенең беренсе фельетонын А.Шамкович «Приазовский край» гәзитендә 1912 йылда баҫтырып сығара. С. Званцевтың 1939 йылда Ростов китап нәшриәте сығарған китабы — «Депутат Таганрога» очеркы . Ул данлыҡлы металлург Дыгай тураһында. 30 йылдан ашыу С. Званцев «Крокодил» журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Уның фельетондары "Литературная газета"ла, «Дон» журналында баҫыла. Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышында үҙе теләп һуғышҡа китә. Званцев эстрада өсөн репризалар яҙа (уларҙың ҡайһы берҙәре Аркадий Райкин театрында) башҡарыла, яҙыусы шулай уҡ пьесалар ҙа ижад итә. С. Званцевтың миниатюралары «Фитиль» (баш мөхәррир С. Михалков) журналында сыға. С. Званцев сценарийы буйынса композитор А. Г. Шапошникованың «Белая ночь» опереттаһы Ростов музыкаль комедия театрында сәхнәлә ҡуйыла. С. Званцев революцияға тиклемге Таганрог тураһында бик күп хикәйәләр яҙа. Сергея Званцевтың һуңғы фельетоны 1973 йылдың 18 мартында баҫыла һәм ул «Незнакомец в шляпе с пером» тип атала.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Улы — билдәле шахматист, халыҡ-ара гроссмейстер Леонид Шамкович, эмиграцияға Израилгә сыҡҡан.

С.Званцевтың төп баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Депутат Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1939.
  2. Каракулевые шкурки (библ. журн. «Крокодил»). — М.: Правда, 1956.
  3. Рассказы о героях. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1957.
  4. Разное смешное. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1957
  5. Дело Вальяно. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1959.
  6. Клевета. — М.: Госюриздат, 1959.
  7. Золотая бабушка. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1960.
  8. Гибель профессии. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1961.
  9. Рассказы с улыбкой. — М.: Сов. писатель, 1962.
  10. Никакого шпионажа. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1963.
  11. САТИРА, ЮМОР. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1963. — 428 с.
  12. Включаем без предупреждения. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1963.
  13. Святые заступники. — М.: Политиздат, 1967.
  14. Миллионное наследство. — М.: Сов. писатель, 1968.
  15. По личному вопросу. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1970.
  16. Омоложение доктора Линевича. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1974.
  17. Были давние и недавние. — М.: Сов. писатель, 1974.
  18. Частное лицо (библ. журн. «Крокодил»). — М.: Правда, 1974. — 48 с.
Файл:Zvantsev S avtograf.jpg
Автограф С.Званцева, 1963

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1948, выпуски 1 и 2
  2. Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1966
  3. Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1976
  4. Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
  5. Таганрог в литературе / Сост. И. М. Бондаренко . — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 369 с. — ISBN 978-5-902450-11-5.
  6. Бондаренко И. М. Званцев Сергей // Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0.
  7. Волошинова В. Ф. Фельетонист с чеховским пером // Молот. — 2003. — 12 ноября.
  8. Борисов П. Шутливо о серьёзном // Нева. — 1971. — № 6.
  9. Ленч Л. Рассказы о Таганроге // Лит. Россия. — 1966. — 4 февр.
  10. Ардов В. О писателе Сергее Званцеве // Званцев С. САТИРА, ЮМОР. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1963. — 428 с.
  11. Званцев С. От автора // Званцев С. САТИРА, ЮМОР. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1963. — 428 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]