Эстәлеккә күсергә

Серебряков йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серебряков йорто
Нигеҙләү датаһы 1865
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Серебряков йорто Викимилектә

Серебряков йортоРостов өлкәһенең Таганрог ҡалаһы Петр урамы, 47 адресы буйынса урынлашҡан бина. Йорт XVIII быуаттың икенсе яртыһында беренсе гильдия сауҙагәре Серебряков Яков Михайловичҡа ҡараған[1].

Әрмән сауҙагәре Яков Михайлович Серебряков 1853 йылда барлыҡҡа килгән һәм 1858 йылда эшләй башлаған Таганрог күн заводының беренсе хужаһы була[2]. 1865 йылда ул Петр урамында күп фатирлы килем йорто төҙөй. Йорттоң беренсе ҡаты магазиндар итеп бирелә, унда Париждан килгән аяҡ кейемдәре һәм өҫ кейемдәрен һатып алырға мөмкин була. Ошо уҡ йортта Ладохиндың нотариаль контораһы асыла. Бинаның архитектура стиле — рус классицизмы[1]..

1895 йылдың 12 апрелендә Таганрог ҡалаһына рәссам- маринист Айвазовский Иван Константинович килә. Билдәле булыуынса, уны Петр урамындағы 47-се йортта йортта ҡабул итәләр. .Яков Михайлович Серебряков шәфҡәтлелек менән әүҙем шөғөлләнеүсе йәмәғәт эшмәкәре була. Гректар урамындағы хәҙер төҙөлгән йорт урынында элек Изге Иаковтың әрмән-григорий сиркәүе урынлашҡан була. Сәуҙагәр шул участканы махсус һатып ала һәм унда сиркәү төҙөй, ул 1906 йылдың яҙында асыла. Сиркәү тиҫтә йылдар тора һәм 1930 йылдарҙа һүтеп алына[1].

1920 йылдан һуң Петр урамындағы йорт Ҡыҙыл Армияның 9-сы уҡсылар дивизияһы милкенә күсә. Һуңынан уны 16-сы иәктәп бинаһы биләй[1]. XXI быуатта был бинала Таганрог иҡтисад һәм идара итеү институты урынлаша[3].

  • Бюндюгова Т. История давно минувших дней…[Серебрякове и его семье] // Alma mater.- 2001.- № 5.- с.1