Серенгети (милли парк)
| Серенгети милли паркы | |
|---|---|
Парк ландшафты | |
| Категория МСОП — II (Милли парк) | |
| Төп мәғлүмәт | |
| Майҙаны | 1 476 300 гектар |
| Нигеҙләнгән ваҡыты | 2020 |
| Килеүселәр һаны | 430 219[1] |
| Урынлашыуы | |
| 2°19′51″ к. к. 34°50′00″ кс. о.HGЯO | |
| Регион административ бүленеше | Серенгети |
serengetiwildebeestmigration.com | |

Серенге́ти милли паркы — Танзанияның Серенгети төбәгендә урынлашҡан милли парк, майҙанлы — 14 763 км².
Төньяҡта Серенгети паркы Кенияның Масаи-Мара ҡурсаулығы менән сиктәш, ул парктың дауамы булып тора. Парктың көньяҡ-көнсығышында Нгоронгоро биосфера ҡурсаулығы урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон Серенгети тигеҙлектәренең киң бушлыҡтарында кеше йәшәмәгән тиерлек, әммә яҡынса 100 йыл элек күсмә масай ҡәбиләләре төньяҡтан малдары менән бергә килә. Бында килгән тәүге европалы — немец тикшеренеүсеһе һәм натуралисы доктор Оскар Бауман (1891 йыл). Европа профессиональ һунарсылары Серенгетиға 1913 йылда килә.
1921 йылда Серенгетиҙың бер өлөшөндә майҙаны 3,2 км² булған заказник, ә 1929 йылда тулы заказник ойошторола, был милли парк өсөн нигеҙ булып тора. Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлағас, заказник 1951 йылда киңәйтелә һәм милли паркҡа әйләндерелә. 1959 йылда Серенгетиҙан 8288 км² майҙанлы Нгоронгоро резерваты бүленеп сыға. Серенгети Танзанияның иң билдәле милли паркы һәм ҙурлығы буйынса Селус паркынан ҡала икенсе урында тора.
2009 йылдың йәйендә Серенгети үҙенең 50 йыллығын билдәләй. Юбилей ғалимдар өсөн паркты туристар ағымы артыуынан һәм төптән уйланмаған төҙөлөштәрҙән һаҡлау кәрәклеген тикшереү өсөн сәбәп була. Күптән түгел парктың көнсығышында, Олдувай тарлауығы (Olduvai Gorge) районында, уны «кешелек бишеге» тип тә атайҙар, боронғо кеше эҙҙәре табылған. Археологтар раҫлауынса, ҡаҙыныу урынына рөхсәтһеҙ инеү тикшеренеүҙәргә етди зыян килтереүе ихтимал. Ошоноң менән бәйле парктың был өлөшөн туристар өсөн билдәһеҙ ваҡытҡа ябырға ҡарар ителә.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Серенгети паркы хайуандар донъяһына бай булыуы менән дан тота. Парк тигеҙлектәрендә яҡынса 500 төр ҡош һәм 3 миллион эре хайуан йәшәй.
Парктың үҙенсәлектәренең береһе булып хайуандарҙың миграцияһы тора. Йыл һайын, октябрь һәм ноябрь айҙарындағы ҡоро осорҙа, миллиондан ашыу гну антилопаһы һәм 220 меңгә яҡын зебра төньяҡ убаларҙан ҡыҫҡа ваҡытлы тропик ямғырҙар яуған көньяҡ Тигеҙлектәргә күсә. Һуңынан, апрель—июнь айҙарында ямғырҙар миҙгеле башланғас, хайуандар көнбайышҡа һәм төньяҡҡа күсә. Хайуандарҙың боронғо инстинктын хатта ҡоролоҡ та, йыртҡыстар ҙа, шул иҫәптән йылғалар тулы крокодилдар ҙа туҡтата алмай. Көтөүҙәр Серенгети сиктәрендә генә түгел, башҡа парктар һәм ҡурсаулыҡтар биләмәләре буйлап күсә. Был йыллыҡ оҙайлы сәйәхәт ваҡытында хайуандар 3000 км үтә. Ғалимдар иҫәпләүенсә, был гигант биомассаға көн һайын 4000 тонна үлән кәрәк. Юлда күп хайуандар һәләк була, әммә яҡынса сирек миллион бала тыуа.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Тасманийское Серенгети» — Австралияла Нараунтапу милли паркы[2][3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.thecitizen.co.tz/tanzania/news/national/serengeti-reports-increased-tourism-revenue-5301784
- ↑ Официальный сайт национального парка Нараунтапу (ингл.). Дата обращения: 2 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 9 декабрь 2018 года.
- ↑ Travel — Narawntapu National Park 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. на сайте heikeherrling.com, 16 февраля 2014
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Национального парка Серенгети
- Tanzania National Parks — Серенгети. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2012 года.
- Карта Национального парка Серенгети
- More information about wildebeest migration in Serengeti National Park
Ҡалып:Всемирное наследие в Танзании Ҡалып:Национальные парки Танзании